|
![]() Яңылыҡтар
Елдәк ырыуы йыйыны ырыҫлы булһынБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башланы. Тәүге йыйын 29 ғинуарҙа Борай ауылында үтте. Сара Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Ырыуҙар ағасы» фольклор фестивале менән берлектә ойошторолдо. Елдәк ырыуы башҡорттары Борайҙан тыш республиканың Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел райондарында йәшәй, йыйынға ошо төбәктәрҙән йәмғеһе 45 делегат килде. Осрашыуҙа шулай уҡ эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә ҡатнашты. Сара Борай район мәҙәниәт һарайының фойеһына теҙелгән бай күргәҙмә менән башланып китте. Бында тулыһынса йыһазландырылған башҡорт тирмәһе, милли башҡорт аш-һыуы, милли кейем элементтары күргәҙмәләре, тематик фото зонаһы урынлаштырылғайны. Айырым бер урында район халҡының ғаилә тарихын барлап төҙөгән шәжәрә ағастары тупланған. Артабан ҡунаҡтар тамаша залына үҙып сәхнәлә тергеҙелгән Елдәк ырыуы тарихын ҡараны. 1206 йылда башланып 14 йыл буйы дауам иткән башҡорт-монгол һуғышы, башҡорт иленең Рәсәй составына ҡушылыуы, елдәктәрҙең Ҡыпсаҡ ырыуынан килеп сығыуы, уларҙың көнитмеше, Бөйөк Ватан һуғышы, ошо яу геройы, сығышы менән Елдәк ырыуынан булған Муса Гәрәев – һоҡландырғыс тамашала ошолар күрһәтелде. Йыйындың рәсми өлөшөн башлар алдынан башҡорт халыҡ гимны – Урал көйө яңғыраны. Ҡурай моңон барыһы ла аяҡ үрә баҫып тыңланы. Артабан ҡунаҡтарҙы Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев сәләмләне. «Республика күләмендә ойошторолған Ырыуҙар йыйыны тап беҙҙең райондан башланыуына шатбыҙ. Борай ауылы — Елдәк ырыуы башҡорттары йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, райондың гербында ла был ырыуҙың тамғаһы урын тапҡан. Елдәк ырыуының ҡайһы бер күренекле вәкилдәре лә Борай районында тыуған. Бөтәгеҙҙе лә Борай ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ», - тине Рушан Ҡәҙим улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән елдәктәрҙе башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов сәләмләне. «Бындай йыйындар, беҙҙеңсә, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тыуған яҡты өйрәнеүҙә этәргес булып, яңы материалдар табырға ярҙам итәсәк. Тарихҡа күҙ һалғанда, ырыу йыйындары—ул башҡорттарҙың борондан килгән дәүләт булараҡ ойошоу формаһы. Йыйындарҙа халыҡты борсоған проблемалар хәл ителеп, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ырыуҙар ҡоро халҡыҡтың берләшеүенә, быға тиклем республика кимәлендә билдәле булмаған ырыуҙарға үҙҙәрен танытыуына килтерер, тип ышанабыҙ», — тине сығышында Ғәлим Яҡупов. Артабан Өфөнән килгән ҡунаҡтар һүҙ алды. Борай районында тыуып үҫкән танылған сатирик Марсель Сәлимов һәр ваҡыттағыса ярым шаярып, ярым етди һөйләне. Салауат Хәмиҙуллин Борай төйәге, елдәк ырыуы тарихына ентекле туҡталды. Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары карталары, елдәк ырыуы халҡының йәшәгән биләмәләре тураһында бәйән итте. Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡында һөйләне, сығышын да тап ошо диалектта алып барҙы. Нурислам Ҡалмантаев елдәк ырыуынан сыҡҡан күренекле, әммә ҡайһы берҙәренең исемдәре онотолоп ҡалған шәхестәр менән таныштырып үтте. Сараның фәни-ғәмәли өлөшөнән һуң йыйынға делегат булып һайланған Елдәк ырыуы вәкилдәре телмәр тотто. Ырыу таралған төбәктәрҙән килгән һәр вәкил тыуған ауылы тарихы, шәжәрәне, тамырҙарҙы белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне. Һәр райондан килгән берәр делегат Ырыу Советына ағза итеп билдәләнде. Совет рәйесе итеп бер тауыштан Эльза Шәймиеваны һайланылар. Ул ҡыҫҡаса үҙе менән таныштырып үтте һәм ырыуҙаштары мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙе. Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны эстафетаһын тапшырыу булды. Махсус эшләнгән символик штандарт Балыҡсы ырыуына күсте. Эстафетаны Асҡын районының социаль мәсьәләләр буйынса башлыҡ урынбаҫары Мансур Нуриәхмәтов һәм район башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысова ҡабул итте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәре, Балыҡсы ырыуы активисы Винарис Абдуллин «Балыксылар» йырын башҡарҙы. Киләһе сара 5 февралдә ошо ырыу төйәге — Асҡын районында үтәсәк. Артабан делегаттар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн Борай район мәҙәниәт һарайы коллективы әҙерләгән байрам концерты күрһәтелде. Уны төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкилдәре Хаят һәм Альберт Исмаиловтар асып ебәрҙе. Борай районындағы сараларҙа «Аҡбуҙат» балалар журналы һәм «Тамыр» балалар телеканалы ла әүҙем ҡатнашты. «Аҡбуҙат» журналы 30 йыллығы уңайынан Борай районының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында баҫманың исем туйы башланды. Баш мөхәррир Лариса Абдуллина балаларға журнал хаҡында һөйләне, рәссам Артур Вәсилов оҫталыҡ дәресе ойоштороп Аҡбуҙат төшөрөргә өйрәтте. Иң шәп һүрәт журналда урын аласаҡ, ә иң яҡшы биш һүрәт баҫманың сайтында донъя күрәсәк, тип иғлан ителһә лә, ярыш һуңында һәр һүрәт сайтта баҫылыуға лайыҡлы тип табылды. Кескәй елдәктәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы, уларға төрлө уйынсыҡтар, баҫманың комикстар йыйынтығы, башҡорт телендә балалар китаптары тапшырылды. «Тамыр» телеканалы иһә «Нурбостан» беренсе башҡорт анимацион сериалын балаларға күрһәтеп, төрлө уйындар үткәрҙе. Борон һәр ырыуҙың батыры булған, шунан сығып Тамырҙар Елдәк зирәген асыҡларға тырышты. Был исемгә иң күп нуртин йыйған Алмаз Яхин лайыҡ булды. Тағы ла «Ғаиләм тамыры» тигән ғаилә фотосессияһы ла ойошторолдо. Үҙҙәренең шәжәрәһен белгән, халыҡ традицияланы таянып балалар тәрбиәләгән Борайҙың иң шәп ғаиләләре ҡатнашты унда. Тамыр телеканалы уларҙы төшөрөп алды һәм махсус тапшырыу сығарасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлаған Ырыуҙар йыйынының беренсе сығарылышы ошолай тамамланды. Был саралар артабан Балыҡсы, Уран, Унлар, Ҡаңлы ырыуҙары ерендә үтәсәк. |