ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ырыуҙар ҡоро эстафетаһы Балыҡсыларға тапшырылды

29 ғинуар 2021, 17:23

Борай районында Елдәк ырыуының йыйыны үтте. Сараның фәни-ғәмәли өлөшөнән һуң йыйынға делегат булып килгән Елдәк ырыуы вәкилдәре телмәр тотто.

Елдәк ырыуы таралған төбәктәрҙән килгән һәр вәкил тыуған ауылы тарихы, шәжәрәңде, тамырҙарыңды белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне.

«Илеш районында бик күп ырыу вәкилдәре йәшәй. Елдәк ырыуына беҙҙең Бишҡурай ауыл биләмәһендәге биш ауыл: Бишҡурай, Бәләкәй Бишҡурай, Төйлөгән, Иләкшиҙе, Таш шишмә ауылдары һәм күрше ауылдар: Юғары Маншыр, Сүлте һәм Яңы Аташ ауылдары инә. Беҙҙең яҡтарҙа үҙ ерен, һыуын яратҡан, динен хөрмәт иткән, шәжәрәһен белергә ынтылып торған, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған, үҙ тарихына битарф булмаған, рухи яҡтан бай халыҡ йәшәй. Бөгөнгө быуын үҙ тарихын, тамырҙарын белергә тейеш. Шуға ла Борайҙағы йыйын Илеш башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле», — тине Илеш районынан килгән делагат Рәмзилә Хәҙимуллина.

Рәмзилә Хәҙимуллина съезд сиктәрендә ойошторолған Елдәк ырыуы Йәмәғәт Советына ла һайланды. Унан тыш Советҡа Ҡариҙелдән Регина Хәйҙәршина, Благовещен районынан Фәниә Ситдиҡова, Дүртөйлөнән Миләүшә Камалова, Нуриман районынан Дания Фәйрүзова һәм Саҡмағоштан Розалия Хафизова, Борай районынан Эльза Шәймиева ағза итеп билдәләнде. Ырыу Советы рәйесе итеп Эльза Шәймиева һайланды.

Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны эстафетаһы Балыҡсы ырыуына тапшырылды. Эстафетаны ҡабул итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәре, Балыҡсы ырыуы активисы Винарис Абдуллин «Балыксылар» йырын башҡарҙы. Киләһе сара 5 февралдә ошо ырыу төйәге — Асҡын районында үтәсәк. Артабан делегаттар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн Борай район мәҙәниәт һарайы коллективы әҙерләгән байрам концерты күрһәтелде. Уны төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкилдәре Хаят һәм Альберт Исмаиловтар асып ебәрҙе.

Уртаҡлашыу