VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Көйөргәҙеләр сәләмәт тормош яҡлы

27 ғинуар 2021, 13:47

26 ғинуар Көйөргәҙе районында «Айыҡ ауыл-2020» һәм Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы республика бәйгеһе сиктәрендә ҡышҡы халыҡ уйындары байрамы уҙғарылды. Яҡут, Яңы Мораптал ауылдарында ойошторолған сара барышында башҡорт, татар, рус, сыуаш милләттәренең ҡышҡы халыҡ уйындары күрһәтелде.

Байрамға ҡунаҡ булып район Хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, «Руссо туристо» телевизион проект авторы Рөстәм Ғәббәсов саҡырылды.

Мораптал ауылында бүкән уйыны, сана ярыштары, балалар менән «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйындары уҙғарылды. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Яҡут ауылында башҡорт халыҡ уйындары — «Суҡмар ырғытыу», «Уҡ атыу» , «Парлы санғы шыуыу» ойошторолдо. Бында шулай уҡ сыуаш һәм рус ауылдары вәкилдәре килеп, үҙ халҡының ҡышҡы уйындарын да күрһәтте. Байрам һәр милләт вәкилдәре ҡатнашлығында күңелле бейеү һәм хоровод менән тамамланды.

«Ҡышҡы аяҙ матур көндә ҡышҡы милли уйындар сараһын үткәрҙек. Был сара ысын байрамға әүерелде. Башҡорт, рус, татар, сыуаш — һәр милләт вәкиле милли аҙыҡтарын әҙерләп килтергән. Ысынлап та, был сара һәр ҡатнашыусыға көс, күңел ялы бирҙе. Артабанғы йылдарҙа ла бындай байрамдар үткәрәсәкбеҙ әле»,— тип һөйләне сараны ойоштороусы, Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто балетмейстеры Рәмзиә Әбйәлилова.
Уртаҡлашыу