Проекттар

Башҡорт тарихы йылы

26 ғинуар, 18:19

2020 йылдың 14 декабрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Был башланғыс Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында тормошҡа ашырыласаҡ.

Башланғыс башҡорт тарихына һәм башҡорт халҡының Рәсәй һәм донъя тарихи үҫеше процесында тотҡан урынына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Башланғыстың бурыстары:

  • Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, БДБ илдәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында башҡорт тарихын популярлаштырыу;
  • Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү;
  • башланғысты тормошҡа ашырыуға граждандар активистарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеү;
  • үҫеп килеүсе быуынды башҡорт халҡы тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу.

Башҡорт тарихы йылы 2021 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем уҙғарыла.

Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә — 2021 йылдың 14 декабрендә яһала.

Сараларҙың координаторы һәм консультанты — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы.

Башҡорт тарихы йылын ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, территориаль ҡоролтайҙар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар һәм берекмәләр.

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре ҡарамағында ойоштороу комитеттары булдырырға, уларға Положение һәм ойоштороу планы әҙерләргә кәңәш ителә.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, территориаль ҡоролтайҙар урындарҙа Башҡорт тарихы йылын ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы.

Урындарҙағы саралар тураһында мәғлүмәт биреү һәм уларҙы яҡтыртыу район-ҡала ҡоролтайҙарының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә махсус хэштег менән билдәләп башҡарыла.

Урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың аккаунттарында «Башҡорт тарихы йылы — 2021» атамалы айырым бит булдырырға тәҡдим ителә.

Башҡорт тарихы йылының берҙәм логотибын ҡулланырға тәҡдим ителә.

Уртаҡлашыу