|
Яңылыҡтар
Яҙыусылар союзының «Илаһи һүҙ» проекты Башҡортостан башлығы Грантына лайыҡ булдыБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Илаһи һүҙ» проектын әҙерләне. Уның маҡсаты — башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу. Проект ике этаптан тора һәм йыл дауамында тормошҡа ашырыла.
«Илаһи һүҙ» - башҡорт телендә ижад итеүсе яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү, шул юл менән башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй һәм сит илдәрҙә таратыу өсөн йүнәлтелгән проект. Әҙәби форум иһә яҙыусыларға бер береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашырға, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға мөмкинлек бирәсәк»,— тине Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы етәксеһе Зәки Арсланов. |