Ҡоролтай тауышыЯңылыҡтарМәғариф ТарихБашҡорт тарихы йылыBashkort 2.0ФекерМәҙәниәтБашҡорт теле йылыШайморатов вариҫтарыАйыҡ ауылРадий ХәбировБөйөк ЕңеүФольклор БР - 100 йылБелоретБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһыРәсәйБашҡорт ғаиләһеӘхмәр ҮтәбайКүҙәтеүҙәрНурия ИҡсановаГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваТәтешле районыБашҡорт милли кейемеДинБашҡорттарБашкирыӘлшәй районыБашҡорт йолаларыБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреҠуштауБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыБашҡортостанҠоролтай25ТөркмәнстанНефтекамскБабичСалауат ЮлаевЙылайырҠыйғыКүгәрсенМәләүезХәйбуллаХМАОДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеТеатрУчалыЯңауылСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьБашҡорт балыҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатАсҡынСтәрлетамаҡӘбйәлилСоциаль селтәрКушнаренкоБСТДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡБашҡорт ырыуҙарыҺарытауБашҡорттар - донъяла ҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюБашҡорт телеШайморатовШәхесМәҡәләләр
Ҡоролтай тауышы

Интернет башҡорт телен дә белһен, тип

19 ғинуар, 12:56

Кеше бер төрлө уйлай, планлаштыра, Аллаһ Тәғәлә иһә икенсе төрлө хәл итә, был күктәр ойошторған рокировка яҙмыш тип атала. Ҡасандыр туған телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән, киләсәген бүтән фән менән бәйле итеп күргән Искәндәр Алик улы ла бер көн килеп башҡорт теленең төп һаҡсыларының береһенә әйләнермен тип башына ла килтермәгәндер. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, йәш ғалим һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Искәндәр Алик улы ШАКИРОВтың милләтебеҙ өсөн башҡарған баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәте тап ошоно иҫбатлай. Ул — халыҡ-ара универсаль GLOSBE кроссплатформаһында башҡорт теленең онлайн-һүҙлегенә нигеҙ һалыусы һәм ошо проекттың алыштырғыһыҙ етәксеһе.
Был үҙенсәлекле система — телде замана технологияларына яраҡлаштырырға һәм үҫтерергә, йәшәтергә юл асҡан мөғжизәле ҡорал, уның көсөн, мөмкинлектәрен төшөнгән кеше генә Искәндәр Алик улының ниндәй ҡаһарманлыҡ эшләгәнен күҙ алдына баҫтыра ала. Мәҡәләлә телебеҙҙе баһалы электрон системаға индереүҙең әһәмиәте, был миссияны Искәндәр Алик улының ни сәбәптән үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында һүҙ бара.

Фәлсәфә аша тел ғилеменә ылыға

Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынбаҫары булып эшләгән билдәле балалар табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәлиҙә Муса ҡыҙы менән атаҡлы журналист, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының сығарылыш мөхәррире Алик Фәйез улы Шакировтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә буй еткергән кинйәкәй Искәндәр, Ләйсән апаһынан күрмәксе, Башҡорт дәүләт университетының юридик институтында белем ала. Өсөнсө курста уҡыған сағында фәлсәфә фәне менән мауығып китә. Аспирантураға инеп, биш йыл самаһы башкөллө ошо фән менән шөғөлләнә, икеләнеү тойғоһон фәлсәфәлек категорияһы булараҡ өйрәнеп, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Шулай уҡ үҙенсәлеге яғынан тиңе булмаған, үҙе фәлсәфәүи трактат, үҙе роман формаһындағы әҙәби әҫәргә лә дәғүә иткән «Декадент хәленә төшкән пессимистың анамнезы» тигән күләмле әҫәре менән дә билдәле ул. Әйткәндәй, был йыйынтығын Искәндәр әсәһенә арнаған. Ил хәстәрҙәрен үҙ иңенә алып йәшәгән Рәлиҙә ханыма шулай итеп улы ла, ире лә берешәр китап бағышлаған. Белеүегеҙсә, бер нисә йыл элек яҡты донъяларҙан яман ауырыу алып киткән иҫ киткес оло йөрәкле был гүзәл замандашыбыҙ хаҡында тормош иптәше Алик Фәйез улы ла «Ҡараҡайҙың хушлашыуы» («Прощание смуглянки») тигән китап сығарҙы.

Бына ошондай ижади, уйлы, ғәмле, күркәм бер ғаиләнең ағзаһы ул Искәндәр Шакиров. Фәлсәфә егеттең бар булмышын биләп алған кеүек булһа ла, уй-фекерҙәр донъяһында ҡолас ташлап йөҙөү ҙә әле уның йән талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Күңел түңәрәклеге өсөн һаман ниҙер етмәй кеүек тойола, әммә ни икәнлеген үҙе лә төшөнөп бөтмәй. Ул арала егет бер нисә юғары уҡыу йортонда студенттарға белем бирә, Башҡортостан Фәндәр академияһында, Гуманитар институтта эшләй. Ете йыл элек һанлы технологиялар өлкәһен дә яҡшы белгән йәш ғалимды Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге филиалына саҡыралар. Ни тиһәң дә, фәндә ғалимдар, уларҙың эшмәкәрлеге, фәнни мәҡәләләренә кемдәр һылтанған, кемдәр цитаталарында телгә алған һәм башҡа шуның ише мәғлүмәттәр базаһын алып барыу ҙа — мөһим йүнәлеш. Үҙ эшенән тыш, йәш ғалим Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ошо йөктө лә иңенә алған. Әле ул Айбулат Вәли улы Псәнчин етәкселек иткән этнология бүлеге хеҙмәткәре, «Ҡала башҡорттарының антропологияһы» тигән темаға докторлыҡ хеҙмәте өҫтөндә эшләй. Тел ғилеме менән фәлсәфә аша ҡыҙыҡһынып китә. Атаҡлы фәлсәфәселәр Э. Гуссерль, М. Хайдеггерҙың телгә бәйле феноменология юҫығындағы хеҙмәттәрен яратып уҡый, шулай уҡ уны ике теллелеккә бәйле башҡа китаптар ҙа ылыҡтыра. Кешенең фекерләүенә уның тел байлығы нисек тәьҫир итеүен асыҡлағыһы килә. М. Хайдеггерҙың «Тел — кешенең ысынбарлығының йорто» тигән һүҙҙәре бар, ул ни тиклем киң, иркен булһа, бәндәнең аң асманы ла шул хәтлем ҙурыраҡ. Тимәк, ике теллеләрҙең аң даирәһе бер телленекенә ҡарағанда күпкә дәүерәк.

Кистәрен, ялдарында һәм отпускта ла тик онлайн һүҙлек төҙөү менән була

Искәндәр Алик улы яп-ябай, ҡәҙимге ҡала малайы булып буй еткерә. Бала сағында башҡорт теленә бик илтифат итмәй, туған телендә ул әсәһе, һирәк осраҡта Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылына каникулға барғанда өләсәһе һәм туғандары менән генә аралаша. Ҡаланан ҡайтҡан малайҙы ауыл балалары ла артыҡ үҙ итеп бармай, дачник, йәғни ял итергә килгән берәү тип кенә ҡарайҙар. Етмәһә, «һеҙ миңә ни эшләп ҡамасаулайһығыҙ ул?» тигәнерәк берәй әҙәби хәбәр ысҡындырһа, тегеләре, нимә китапса һөйләшәһең, тип йығылып ятып көлә, бынан һуң инде Искәндәр теленән төңөлөп, башҡортса һөйләшеүҙән ситләшеп тә китә. Йәнә лә ун ете генә йәшенән Ҡужанаҡтан (Ейәнсура районы) сығып киткән атаһы ла үҙен йәш сағында космополит тип иҫәпләй. Әйткәндәй, уның тамырҙары Ҡурған, Ҡазан тарафтарына барып тоташа. Өс китап авторы булған Алик Шакир улы иһә бөгөн телгә һис тә битараф түгел, журналистиканан тыш, тәржемә менән дә теләп шөғөлләнә.

Ҡала егетенең бар туғандарын, таныштарын аптырауға һалып, кинәт башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү эшенә ҡаһармандарса тотоноп китеүенә нимә этәргес булған һуң? 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Йошкар-Ола ҡалаһындағы атаҡлы сығышында, Рәсәй Федерацияһында республикаларға исем биргән халыҡтарҙың телдәрен мәктәптәрҙә мотлаҡ өйрәнеү хаҡындағы ҡанун менән ярһып көрәшкән ҡайһы бер ата-әсәләрҙең ялыуҙарына яуап итеп, ерле халыҡтарҙың телен өйрәнеү мотлаҡ түгел тигән фарманы бығаса туған теле яҙмышы хаҡында бер ҡасан да уйлап ҡарамаған йәш ғалимдың күңелендә быҫҡып ятҡан телһөйәрлек тойғоһон дөрләтеп ебәрә. Әсә теленең шундай мөшкөл бер хәлдә тороп ҡалыуы менән килешә алмаған, шул уҡ ваҡытта тормошта үҙ телен бик ҡулланмаған да тиерлек егет, ә мин был юҫыҡта нимәләр эшләй алам әле, тип уйға ҡалған мәлдәрҙең бер көнөндә улы менән паркта уйнарға сыға. Ҡарағайҙар араһында йөрөп ятҡанда бәләкәй Әкрәм атаһына тубырсыҡ һона ла руссалап: «Атай, был нимә ул?» — тип һорай. Әлбиттә, ғүмерендә беренсегә күргән нәмәнең атамаһын улының тәү тапҡыр башҡортса ишетеүен теләгән йәш атай уға яуап бирергә бик теләй ҙә, тик бына уның туған телдә нисек яңғырауын хәтеренә төшөрә алмай ҙа ҡуя. Аптырап, телефоны аша «Гугл» эҙләү системаһына инеп китә, әммә, ғәжәп, интернет та уның һорауына яуапты белмәй булып сыға. Нисек былай һуң әле, тип күршеләребеҙ татарҙарҙың онлайн һүҙлегенә мөрәжәғәт итә, унда ла — һөҙөмтәһеҙ. Тап шул мәлдә киләсәктә уның бар булмышын биләп аласаҡ идея тыуа ла инде: бер-береһенә бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе лә күрһәткән, эҙләгән һүҙҙең ниндәй әҫәрҙәрҙә, башҡа текстарҙа ҡулланылыуын да асып һалған телебеҙҙең «тере» онлайн базаһын булдырыу.

Донъя селтәрендәге платформалар араһынан универсаллеге менән отошло булған GLOSBE-ны һайлағас, эште башлап ебәреү әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай. Уның ҡатмарлылығы бөтөнләй икенсе нәмәлә, кешегә бәйле факторҙа булып сыға: һүҙлектәрҙең һәр битен иғтибарлап сканерлау, унан системаға ярашлы итеп урынлаштырыу үтә лә күп ваҡытты ала, быны тик түҙемле, ауыр түләкле кешеләр генә эшләй ала. Шөкөр, Искәндәр Алик улынан Хоҙай сабырлыҡты йәлләмәгән. Тубырсыҡ ваҡиғаһынан башланған яңы мауығыуы уның инде эштән һуңғы барса ваҡытын, хатта йоҡо мәлен һәм ял көндәрен биләй, һуңғы дүрт йыл инде хеҙмәт урынынан бирелгән законлы ялын да тулыһынса тап ошо шөғөлгә арнай. Рәсми эше һаналған компьютерға бәйле IT белгесе һәм докторлыҡ эшен яҙыусы ғалим булыуҙан да туҡтамай бит ул, һүҙлеккә бәйләнгән яңы мәшәҡәтен шул эштәренән бушаған арала башҡара. Әлбиттә, ғаилә ағзаларында һәм башҡа туғандарҙа был хәл башта аптыраш тыуҙырһа, һуңынан ризаһыҙлыҡҡа ла сәбәп була, ниндәйҙер һүҙлек тип, туған телемде йәшәтәм тип, бар донъяһын онотһон әле кеше? Әммә был шөғөлө өсөн төрлө ерҙән маҡтау ҡағыҙҙары ла тотоп ҡайта башлағас, исеме матбуғатта ла күренгәс, егеттең ниәттәренең ныҡлығын аңлап, киреһенсә, терәк булырға ынтылалар. Эйе, элекке табындаш йә ғәҙәттәш булған ваҡытлыса дуҫтарҙан елдәр иҫә, уның ҡарауы, урындарына инде ғүмерлек фекерҙәш, маҡсатташ, бер хыялға ынтылған ысынлап яҡын кешеләр табыла. Яңы шөғөлө биргән иң ҙур бүләк тип тап шул йәндәш, ҡандаш, рухташ дуҫтарын иҫәпләй йәш ғалим. Тик, күрәһең, был донъяла артыҡ яратҡан һәр нәмә өсөн түләргә лә кәрәктер: ҡыҙғанысҡа күрә, Искәндәрҙең ғаиләһе тарҡала, быға уның туған тел мәсьәләләре менән фанаттарса мауығыуы һәм һүҙлеккә бар буш ваҡытын бүлеүе лә булышлыҡ итә. Күңел тетрәнеүе кисергән ғалимды төшөнкөлөк һаҙлығынан эше ҡотҡара, хәҙер инде ул бөтә буш ваҡытын онлайн һүҙлеккә арнай, был шөғөлө ниндәйҙер кимәлдә уның төп маҡсаты, йәшәү рәүешенә әүерелә.

Милләтте айырым шәхестәр күтәрә

Искәндәр Шакиров GLOSBE-ға барып ингәндә, унда инде Ҡыштым ҡалаһы егете Денис Шәрипов эш башлаған була, ул әҙ-әҙләп иҫке төркиҙән ҡалған, бөгөн ҡулланышта йөрөмәгән һүҙҙәрҙе һалып ҡараған икән. Шунан әңгәмәсем даими рәүештә тотош һүҙлектәрҙе сканерлап тултыра башлағас, ундағы эш күҙгә күренеп алға китә. Шөкөр, хеҙмәт урыны — тап башҡорт тел ғилеменең ояһы — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Ә унда һуңғы йылдарҙа бик күп һүҙлек донъя күргән: башҡорт, рус, төрөк һәм инглиз телдәрен үҙ эсенә алған, уртаса 700-әр битлек ун томдан торған «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» үҙе генә лә ниндәй оло байлыҡ! Искәндәр Алик улының яңы мауығыуын белеп ҡалған коллегалары ла, кем ниндәй башҡорт теле менән бәйле һүҙлек таба, шуларҙы ташый башлай. Башта базала дүрт мең һүҙ була, яйлап 40-60 меңгә барып етә. Ҡағыҙ һүҙлектәр хаҡында һүҙ алып барғанда, беҙ төп килештәге, берлектәге исем йә ҡылымды, йәғни нигеҙ һүҙҙе күҙ уңында тотһаҡ, электрон базала иһә һүҙҙәрҙең булған бар формалары ла урынлаштырыла һәм иҫәпкә инә.

Яңы быуат башында тәүге Президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимовтың ярҙамы менән бик күп һүҙлек нәшер ителгән. Әллә нисә юғары уҡыу йортонда тел кафедралары, Хөкүмәт ҡарамағындағы терминология комиссияһы әүҙем эшләгән (һөйөнөскә күрә, был комиссияның быйыл составы яңырып, эш яңы һулыш алды), шулай уҡ башҡа йүнәлештә фән менән булған ғалимдар ҙа, мәҫәлән, башҡорт телендә медицина йә хәрби өлкә терминдары, хатта һүгенеү һүҙҙәре буйынса ла эҙләнеүҙәр үткәрелгән, һүҙлектәр төҙөлгән, ҡыҫҡа бер осорҙа тел ғилеменә шундай ҙур иғтибар булған һәм уның емеше әлеге электрон һүҙлектең нигеҙе булып ятҡан. Быларҙан тыш, уҡыу йорттарында төрлө йылдарҙа баҫылған, сифаты бигүк яҡшы булмағанлыҡтан, яңынан йыйыуҙы талап иткән йөҙәрләгән һүҙлек бар, уларҙың һәммәһен баяғы системаға индереп ултыртыу өсөн проект етәксеһе һәм уны төптән егелеп тартҡан Искәндәр Алик улының күпме күҙ нуры түгелгәнен күҙ алдына ла килтереүе ауыр.

«Әле биш-алты кеше даими эшләйбеҙ. Теләктәшлек белдереп, ярҙам итергә тотонғандар күп, әммә унының туғыҙы һүҙлектең тәүге хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе лә сканерлап йә баҫып бөтөрмәй, ю-у-ҡ, үҙең генә бул инде бының менән, бигерәк ваҡ, мәшәҡәтле эш бит, бөтә ваҡытты ала, елкә ҡатты, күҙ арыны, тип башлаған еренән үк кирегә ҡайырыла», — ти йәш ғалим. Ә уның үҙе өсөн был эш — күңел ялы, йөрәк байрамы, оло маҡсатына яҡынайтҡан сара. Искәндәр Шакиров башҡарған хеҙмәттәрҙе айҡап, милләтте айырым шәхестәр күтәрә, тарихты айырым ҡаһармандар яҙа тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанаһың. Мин әсенеп тә, нимә генә эшләй алам инде, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй ул, тигән барлыҡ пессимистарға уның бер үҙе тиерлек алып барған ошо эшен миҫал итеп күрһәтке килә. Башҡорт теле был системала инде Рәсәй халыҡтарының барыһын да тиерлек үтеп, урыҫ теленән ҡала икенсе урынға сыҡҡан, бөгөн унда өс йөҙ меңдән ашыу һүҙ һәм һүҙбәйләнеш урынлаштырылған (урыҫ телендәгеһе — 500 мең самаһы). Был оло еңеү, әммә Искәндәр Алик улының артабанғы маҡсаты — ошо байлыҡты миллионға еткереү. Тап шул һан башҡорт телен донъя телдәре менән бер рәткә ҡуйып, теләһә ниндәй башҡорт телмәрен йә тексын да синтезатор ярҙамында автоматик рәүештә бер секундта донъяның башҡа телдәренә әйләндерергә мөмкинлек бирәсәк.

Телебеҙҙең виртуаль энциклопедияһының адресы GLOSBE тип атала

GLOSBE кроссплатформаһында эш Википедия өлкәһендәгегә оҡшаш. Унда теләгән бер кеше тел үҫешенә үҙ өлөшөн индерә ала. Викиюҫыҡтағы кеүек, бында ла һәр ваҡыт кеше ҡулдарына —ирекмәндәргә мохтажлыҡ ҙур. Был байҙан-бай, үҙенсәлекле платформаның башҡорт телле бүлкәтен булдырған, эшләгән Искәндәр Шакиров уны бер нисә йыл хеҙмәтенә һис тә аҡса талап итмәйенсә, бары үҙ көсө һәм теләге менән бойомға ашырып килә. Башҡортостан Башлығы грантына документтар йыйып, ҡабат-ҡабат конкурста ҡатнашып ҡараһа ла, баһалама ағзаларының телде үҫтереүсе ошондай академик хеҙмәттәргә ҡарағанда һабантуй һәм башҡа байрам форматындағы күңел асыу сараларын мөһимерәк тип таба килеүенә әсенеп, йәш ғалим инде дәүләт тарафынан ярҙам көтөүҙән төңөлдөм тигәндә, ниһайәт, был проекттың әһәмиәтен аңлап, Хөкүмәтебеҙ уға иғтибар иткән. Гөлназ Йосопова етәкселек иткән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды быйыл "Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсе веб-портал"ды үҫтереү маҡсатына тотоноу өсөн Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан грант алыуға өлгәшеп, Искәндәр Шакировтың командаһы менән эш башлаған да инде. Үҙебеҙҙә «Башинформ» агентлығының архивынан башҡа ике телле текстар һаҡланмалары бик булмағанлыҡтан, Татарстанда ошондай уҡ эштәрҙе алып барған ойошма менән бәйләнешкә сығып, хеҙмәттәшлеккә тотонғандар. Баҡтиһәң, GLOSBE системаһында эске тәржемәсе тип аталған бер телдән икенсеһенә ауҙарыусы машина бар икән, шуны файҙаланып, хәҙер бер төймәгә баҫып ҡына татар телле текстарҙы башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеп булыуҙы яйға һалыу өҫтөндәләр. Искәндәр Алик улы ошо ысулды татар теленә тәржемәләнгән «Гарри Поттер» романы миҫалында миңә күрһәтте лә инде, уйлап ҡараһаң, был күренеш, киләсәктә уны башҡа телдәргә ҡарата ла ҡулланып буласағын иҫәпкә алғанда, тағы ла киңерәк мөмкинлектәр аса.

«Байтаҡ ваҡыт дәүләттән ярҙам ала алмаһаҡ та, эшебеҙҙән төңөлмәүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайым. Бына бит, ниһайәт, беҙҙе күрҙеләр, терәк булырға һүҙ бирҙеләр, хатта грант буйынса эшләгән мәлдәр тыуҙы. Ошо ябай ғына миҫал башҡаларға ла хыялдарына табан барғанда ныҡышмаллыҡ өҫтәһен ине. Әммә әле иркенләп китергә лә иртәрәк, атҡараһы бурыстар күп, грант беҙгә өҫтәмә этәргес бирҙе, тик һаман да эшләргә кешеләр етешмәй, ә идеялар туп-тулы»,  — тип бөгөнгө хәлдәре менән уртаҡлашты энтузиаст-ғалим.

Эйе, проектҡа һирәкләп булһа ла уға ысынлап етди ҡараған кешеләр ҙә килеп ҡушылып тора, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа унда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, хөрмәтле яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова ислам диненә бәйле терминдарҙы индереү эшенә тотонған. Тик ундайҙар әлегә аҙ. Платформала эшләп ҡарағыһы килгән һәр кеше унда инеп мөхәррирләй, йә һүҙ, һүҙбәйләнештәр, һүҙҙәрҙең яңғырашын ишеттергән аудиофайлдар, һүрәттәр урынлаштыра ала. Телефонда, компьютерығыҙҙа үҙебеҙсә шрифт юҡ икән, электрон һүҙлектең башҡорт шрифын ҡулланып була. Әлбиттә, зыян итергә теләгән, йә хаталар ебәргән ҡулланыусылар табылһа, система уларҙы тиҙ асыҡлай һәм юлдарын быуа һала, бында барыһы ла социаль селтәрҙәрҙәге һымаҡ уҡ уйлап эшләнелгән.

GLOSBE ҡасандыр поляк теленән башланһа, бөгөн унда бөтә телдәр ҙә тиерлек үҙ урынын алған, әммә ниндәйҙер телдең һүҙҙәре унда миллиондан үтеп, машиналы, автоматик тәржемә ителеү кимәленә етһә, бәғзеләрҙең әлегә бер нисә генә һүҙе инеп ултырған. Һүҙҙәр билдәле бер сикте үткәс, башҡортса аудионы текст форматына йәки, киреһенсә, текстан аудиоға автомат рәүештә күсереп булыу һәм башҡа күп шәп функциялар ҙа эшләп китәсәк, база телефондарыбыҙ, компьютерҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итә башлаясаҡ, һөҙөмтәлә әлегә фантастика һымаҡ тойолған күп кенә нәмәләр тормошҡа ашасаҡ. Бына шундай амбициялы проекттың башы ғына әле ул был онлайн-һүҙлек. Шулай уҡ берәй һүҙҙең башҡа төрки телдәрендә нисек булыуын да бер генә төймәгә баҫып күрергә мөмкин унда. Ваҡыты еткәс, база һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп булмаған фразелогик һүҙбәйләнеш йәки мәҡәл, йә башҡа идиомаларға тура килгән һүҙбәйләнештәрҙе лә башҡа телдәрҙән эҙләп табып бирә аласаҡ. Шуға системаға тотош һөйләмдәрҙе лә индерә башлағандар. Мәҫәлән, уҙған йыл Денис Өмөтбаев Антуан де Сент-Экзюпериның "Бәләкәй принц«ын башҡортсаға тәржемә итеп нәшер иткәс тә, базаға урынлаштырғандар, ул әҫәрҙең рус, француз телдәрендәге ауҙармалары менән йәнәш ҡуйылып, автоматик рәүештә һөйләмгә-һөйләм тәржемәне ҡарау, сағыштырып өйрәнеү мөмкинлеге асылған.

Шулай уҡ система аша теге йә был һүҙҙең ҡайһы яҙыусыларыбыҙҙың ниндәй әҫәренең нисәнсе биттәрендә нисәмә тапҡыр ҡулланылыуына тиклем күреп була. GLOSBE «Яндекс», «Гугл» кеүек төрлө эҙләү системалары менән индекслана һәм уларҙағы мәғлүмәттәрҙе лә сағылдыра ала, үҙе лә башҡа системаларға еңел экспортлана. Мәҫәлән, Word-та башҡортса текст йыйғанда әлегә беҙгә хаталар күренмәй, ә киләсәктә, система үҫешкәс, ул да эшләп китергә тейеш. Йәки "Гугл хром"да күргәнегеҙ барҙыр, "сысҡан"дың уң төймәһенә баҫһаң, башҡа телдәге тексты шунда уҡ русса вариантта күрәһең йәки берәй һүҙгә төртһәң, уның да тәржемәһе шунда уҡ килеп сыға. Күреүегеҙсә, был онлайн-һүҙлек бөтә башҡа платформаларға ла еңел интеграциялана.

Шулай аҙым-аҙымлап, бөртөкләп тулылана GLOSBE-ла урынлашҡан виртуаль тел асманыбыҙ, ул, әлбиттә, һүҙлек кенә түгел, ә телебеҙҙең энциклопедияһы ла.

«Был системала эшләп, уны байытыуҙа ярҙам итергә теләгән кеше, уның етәкселеге менән бәйләнешкә инмәйенсә, үҙаллы ла тотона ала. Әммә, ғәҙәттә, шунда бер-беребеҙҙе осратҡас, аралашмай ҡалмайбыҙ, ошо арҡылы күптәр менән дуҫлашып та киттек»,— ти Искәндәр Алик улы.

Башҡорт теленең виртуаль тәржемәсе-машинаһы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте бығаса ниңә ҡайғыртмаған тигән урынлы һорау ҙа тыуыуы мөмкин. Ни өсөн тигәндә, был һәр ваҡыт көнүҙәк тема, һәм әле лә интернет селтәрендә төрлө милләт вәкилдәренең «Яндекс» һ.б. системаларҙа башҡорт теленә бәйле автоматик тәржемә сервистарының үтә лә насар эшләүенә зарланыуына осрарға мөмкин.

«Асылда, был йүнәлеш өсөн тәүге Президентыбыҙ тарафынан заманында ҙур ғына суммалар ҙа бүленгән булған, әммә улар уйһыҙ-ғәмһеҙ икенсе нәмәләргә тотонолған. Шундай уҡ финанслауҙы алған күрше Татарстан иһә был мөмкинлекте ваҡытында тейешенсә файҙаланып ҡала алған. Ярай ҙа бөгөн улар менән хеҙмәттәшлек итеп, ошо юҫыҡтағы «тишектәрҙе ямарға» яйы сығып тора. Ә мәлендә булған мөмкинлекте лә ҡулланғанда, бөгөн беҙҙең виртуаль телгә бәйле хәлдәребеҙ күпкә яҡшы булыр ине лә бит»,— тип үкенес белдерә әңгәмәсем.

Ғилми эше – халҡыбыҙҙың киләсәген күҙаллау хаҡында

Йәш ғалимдың яҙыла башлаған докторлыҡ диссертацияһына килгәндә, ул «Ҡала башҡорттарының антропологияһы» тип атала һәм халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышын күҙаллауға ынтылыш булып тора. Глобализация шарттарында беҙҙең һымаҡ бәләкәй халыҡтарҙы нимә көтә? Башҡа милләттәрҙең ыңғай йә, киреһенсә, эс бошорғос яҙмышы, тәжрибәләре менән параллелдәр үткәреп, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, ти ғалим.

«Мәҫәлән, Бөйөк Британияның уэльс кеүек бәләкәй халыҡтарының, аҙ ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, дәүләт яҡлауына өлгәшә алыуы, йә ирланд халҡының һуңғы осорҙағы үҙаң күтәрелеше беҙгә лә алдағы көнгә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Эйе, бүтән төрлө статистика ла бар, көн дә тиерлек кешелек ниндәй ҙә булһа тел менән мәңгегә хушлаша тора. Тел — ул ер йөҙөндәге ниндәй ҙә төр йәнлектең һуңғы башы һымаҡ, ҡыл өҫтөндә торғанында ла, әгәр кемдер берәүгә булһа ла кәрәк икән, уны йәшәтергә тырышырға кәрәк. Күп тел белгәндәр изгелеклерәк, ижадираҡ, тап шундайҙарҙың башына ғәжәйеп шәп идеялар килә — былары иҫбат ителгән дәлилдәр. Тел өйрәнеү — ер йөҙөндәге иң мауыҡтырғыс уйын ул. Бына минең шундай уйыным бар: уны уйнай торғас, камил белмәгән туған телемдең үҙенсәлектәренә төшөнөп киттем хатта. Эйе, кеше менән күҙмә-күҙ һөйләшкәндә әлегә саф башҡортса аралаша алмайым, телем асылып китмәй тора, ә инде интернет аша яҙышҡанда, башҡортса һәйбәт белмәүем әңгәмәсемдең башына ла инеп сыҡмаясаҡ. Мин унда шундай һирәк осраған һүҙҙәрҙе лә урынлы итеп ҡулланам, уларҙы ҡайҙан беләһең, тип аптырап та китәләр. Был һүҙ, мәҫәлән, Әкрәм Бейешевтең шул-шул әҫәренән тип ебәрәм әле шунан, быны, әлбиттә, баяғы онлайн-һүҙлектән ҡарап әйтәм. Башҡортостан ҙур бит, һәр райондың үҙенсә һөйләше бар, һәр төбәктә йәшәү үҙенсәлегенә ҡарап бик уңышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр тыуған, әҙәби тел һәм диалекттар — шул ерлеккә бәйле үҙенсәлекле тормоштоң һөҙмәһе, ҡаймағы. Улар йөҙәр йыл ошо тормош рәүеше эсендә иләнгән, шуға ла теләһә ниндәй фекерҙе башҡорт телендә ғәләмәт итеп үҫтереп ебәрергә була, бына ниндәй байбыҙ беҙ»,— ти йәш ғалим.

Һәр яңы быуын кешеләре милләтенең яңыса сағылышы булып тора, тип иҫәпләй Искәндәр Алик улы. Ни өсөн тигәндә, кисәге тормош шарттарынан бөгөнгөһө ҡырҡа айырыла, улар эш иткән ҡоралдар ҙа, хатта ашаған ризыҡ та икенсе.

«Тел — тере организм һәм ул бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә. Мәҫәлән, йәһүд теле бөтөнләй юғалған ерҙән ҡабат терелтелеп, бөгөн тотош бер дәүләт теленә әүерелгән. Был да ниндәйҙер айырым шәхестәрҙең ынтылышы менән башланған. Беҙ ошо йүнәлештә бер нәмә лә эшләмәһәк, әлбиттә, телебеҙ үләсәк, ә кемдер башҡорт теле тип яна-көйә икән, тимәк, әле ул тере», — тип инана һәм быны үҙ хеҙмәте менән иҫбатлай йәш ғалим.

Искәндәр Алик улы шул уҡ ваҡытта тормошҡа аныҡ күҙлек аша ҡарарға тырыша. Мәҫәлән, улымдың әсәһе лә Себер яҡтарында тыуып үҫкәс, туған телен белмәй, шуға Әкрәм, туған телле мөхит булмағас, башҡорт телен, бәлки, өйрәнә алмаҫ та, ти. Бөгөнгө ҡала башҡорттарының күбеһе шундай хәлдә. Әммә Искәндәр Алик улы бының өсөн борсолоп ултырыу юҡты бушҡа ауҙарыуға тиң тип һанай.

«Эйе, телде өйрәтергә шарттар булдыра алмайым, әммә тарихыбыҙ менән мауыҡтыра алһам, берәй ҡасан ҡан хәтере уянып, улым да минең кеүек үҙе үк әсә теленә ынтылып китер тигән өмөтөм дә юҡ түгел»,— ти ул.

Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн баш ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәптәре, гимназиялары булыуға ҡарамаҫтан, уларға барыһы ла эләгә алмай, урындар сикле. Был юҫыҡта үҙен әсе уйҙарға һалған тәжрибәһе хаҡында — нисек ынтылып ҡараһалар ҙа, улын башҡорт мәктәбенә урынлаштыра алмауы тураһында Искәндәр Алик улы социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып сыҡҡайны. Ә инде ниндәйҙер таныштар аша был мәсьәләне хәл итергә уның теләге булмаған, минең балам башҡаларҙан яҡшыраҡ тип иҫбатлау зарурлығын ул иҫәрлек тип һанай, улымды ошонда уҡырға алығыҙ инде, тип инәлеп йөрөргә ғорурлығы юл ҡуймаған. Әкрәм бөгөн ябай, тик рус телендә белем бирелгән ҡала мәктәбендә уҡып йөрөй. Әйткәндәй, ҡыҙ кешеләр әсә эргәһендә күберәк йөрөгәнгәме, Искәндәр Алик улының бер туған апаһы Ләйсән туған телен яҡшы белә һәм балалары менән дә ғаиләлә тик башҡортса ғына һөйләшә. Туған телде юҡҡа ғына әсә теле тимәйҙәр шул.

Виртуаль башҡорт китапханалары

Эшмәкәр кеше һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм бойомға ашырырға теләгән нәмәләренә ваҡыт таба. Искәндәр Шакировтың да телебеҙҙең электрон энциклопедияһын булдырыу, докторлыҡ хеҙмәтен яҙыу эштәренән башҡа, тағы күп көсөн алған бер йүнәлештәге шөғөлө бар, ул да булһа — башҡорт телендәге һәм телебеҙгә, ғөмүмән, башҡорт халҡына, республикабыҙға ҡағылышлы башҡа телдәрҙә лә нәшер ителгән барса китаптарҙы электрон вариантҡа күсереү. И. Шакиров — «Башҡорт ихтикаһы» электрон китапханаһын булдырған һәм киләсәктә ул тулы форматта эшләп китһен өсөн бөгөн ҙур көс һалып эш алып барған шәхес тә. Әлегә авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙаһың тип, йә башҡа дәғүәләр менән аптыратыусылар күп булғас, "Ихтика«ның төп өлөшө интернетҡа һалынмаған, әммә ул бар, ҙур күләмле һәм үҙ сиратын көтөп кенә ятмай, ә көн дә тулыландырылып тора. Бөгөн «Ихтика» бары тик яңы сыҡҡан китаптарҙың электрон варианттарын ғына «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмө аша халыҡҡа еткереп тора. Ә һанлаштырылған төп база меңәрләгән төрлө күләмдәге китап мәле һуҡҡанын көтә. Ваҡыты етеп, GLOSBE нигеҙендә башҡорт синтезаторы эшләп киткәс, ул һанлы китаптарҙың барыһын да система ярҙамында аудиоформатта тыңлап йөрөй аласаҡбыҙ. Быны компьютерҙағы яһалма интеллект, йәғни аң үҙе башҡарасаҡ. Китаптарҙы тыңлау өсөн тауышты ла һайлай аласаҡбыҙ, мәҫәлән, З. Биишеваның "Кәмһетелгәндәр"ен ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, бәлки хатта ниндәйҙер танышыбыҙҙың тауышы менән дә башҡортса, русса йәки донъяның икенсе бер телендә үҙебеҙ теләгәнсә тиҙ-тиҙ йә талғын ғына итеп тыңлау мөмкинлеге — хәтәр бит! Әммә был — киләсәктә буласаҡ ғәмәл, ул көн һуҡһын өсөн Искәндәр Алик улы кеүек фиҙакәрҙәрҙең икһеҙ-сикһеҙ тире лә түгелергә тейеш әле! Тыуырмы ул ваҡыт? Әңгәмәсем тыуыр ти, тыумаҫ тип шикләнһә, бар ваҡытын шуға сарыф итеп, тырышып та ултырмаҫ ине, уныһы хаҡ!

Электрон асманда башҡорт китапханаһы берәү генә түгел

Башҡортса һәм башҡорт халҡына ҡағылышлы барса китаптарҙың электрон фондтары бөгөн бер нисәү, һәм шул арҡылы йыш ҡына буталыштар ҙа сығып тора. Беренсеһе — «Абзелилбаш» нигы, икенсе төрлө әйткәндә, ҡушаматы аҫтында ултырып, рухи мираҫыбыҙҙы һанлаштырған уҙамандың электрон сайты. Икенсеһе — Илдар Кинйәбулатовтың «Китаптар» проекты, өсөнсөһө — З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының сайты (әммә унда уҡып ҡына була, күсереп алыу һәм башҡа төрлө ҡулланыу функциялары юҡ) һәм дүртенсеһе — иң бай, әммә әлегә халыҡҡа өлөштәлә генә сығарылғаны — Искәндәр Шакировтың "Ихтика"һы. Тағы башҡа фондтар ҙа яйлап үҫешеп килә, әммә телгә алынғандары — иң байҙарынан. Шулай төрлө ергә сәселгән улар, виртуаль ғаләмдә башҡорт китабының бөгөнгә берҙәм базаһы юҡ. Уны булдырырға тырышып ҡараусылар ҙа булған. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында уҡытып, инде Мәскәүгә күсеп, Тел ғилеме институтында эшләгән Борис Орехов ваҡытында электрон даирәлә "Башҡорт теленең милли корпусы"н төҙөй. Ул шундай айырым бер сервер, һәм унда ла теләгән бер кеше башҡорттарға, Башҡортостанға ҡағылышлы сканерланған текстарҙы урынлаштыра, булған материалдар араһынан кәрәген эҙләй ала. Унда махсус программа телебеҙҙең агглютинатив төҙөлөшөн иҫәпкә алып, һәр һүҙҙең килеп сығышын, тамыры йә ялғауҙарын билдәләй, ниндәйҙер текстарға анализ яһай ала. Б. Орехов, башҡорт телен белмәһә лә, корпуста телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе математик нигеҙҙә анализлау системаһын булдыра алған, был уға ҡыҙыҡ булғандыр инде.

«Әммә ғалим хәҙер ҡырға күсеп китеү сәбәпле, корпус эшмәкәрлеге һүлпәнәйҙе»,— ти Искәндәр Алик улы.

Ул милли корпусҡа ла нигеҙ һалынған, ниндәйҙер йүнәлеш бирелгән, әммә хәл ителмәгән байтаҡ проблемалары ла бар, милләттәштәребеҙ араһынан кемдер уны күтәреп алып, үҫтереп ебәрер тип өмөт итәйек.

Тел менән моң — халыҡтың иң кәттә хазинаһы!

Барыһы былай ҙа аңлашылып торһа ла, йәнә әйләнеп, Искәндәр Алик улы, һеҙ нимә хаҡына үҙегеҙҙең ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө шулай сарыф итеп, ошо тиклем эште үҙ теләгегеҙ менән башҡара киләһегеҙ, тип һорайым.

«Был әле күңелдә өйөлөп ятҡан хыялдарҙың башы ғына. Әммә төп идея үҙенән-үҙе аңлашылып тора бит. Ер йөҙөндә, бәләкәй генә булһа ла, башҡа берәүгә лә оҡшамаған үҙенсәлекле башҡорт халҡы бар. Ул әүәл-әүәлдән ошонда, Урал тауҙарында көн иткән. Ҡабатланмаҫ һәм бай тарихлы. Быуаттар дауамында бик күп халыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан йә исемен алмаштырған, ә боронғолоҡтоң үҙе булған башҡорт бөгөн дә бар һәм үҙ асылына тоғро. Меңәр йылдар дауамында уны бер нәмә лә, бер кем дә юҡ итә алмаған, ғәжәп түгелме ни? Шулай оҙаҡ йәшәгән һәм үҙенең булмышын үҙгәртмәй һаҡлап ҡала алған, ҡомартҡыларын юғалтмаған бүтән милләт юҡ бит. Донъя нимәһе менән ҡиммәт? Әлбиттә, төрлөлөгө менән, ни тиклем төрлөлөк күп булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Һәр тел, милләт — үҙенә күрә ҡабатланмаҫ бер донъя, ул шуның менән ҡыҙыҡ. Шуға ла мин үҙенсәлекле телемде башҡаларға ла күрһәткем килә. Һәр милләт үҙен асырға, үҫешергә ынтыла, ә тел — бөтә нәмәнең нигеҙе: бар булған матди байлыҡ иҫкерергә, емерелергә, юғалырға мөмкин, ә тел ҡаласаҡ. Тел менән моң — халыҡтың иң кәттә хазинаһы! Тел сәйәсиләштерелмәгән, нейтраль әйбер, уға бар күңелеңде һалып эшләргә була, сикһеҙ мауыҡтырғыс бит ул! Башҡорт телен үҙем өсөн асҡас, уның шундай бай, үҙе бер ғаләмгә торошло һәм боронғо икәнен аңланым. Телебеҙ бер өлөшөн тәшкил иткән дөйөм төрки цивилизацияһы славян һәм башҡа мәҙәниәт сәңгелдәктәренән боронғораҡ, беҙ уйлағандан күпкә тәрәнерәк тамырлы. Ер йөҙөндә әлеге мәлдә төркиҙәр 300 миллион самаһы. Төрки дәүләттәре байтаҡ, беҙ ҙә шул донъяның айырылғыһыҙ бер өлөшө. Эйе, ҡасандыр Төрки ҡағанаты тарҡалған, әммә беҙ, уның ярсыҡтары, тере. Телебеҙҙә шулай уҡ ғәрәп, фарсы һәм башҡаларҙан ингән һүҙ ҡатламдары ла күп. Һуңыраҡ урыҫ милләте аша Европа телдәренең йоғонтоһон да кисергәнбеҙ. Бына шулай күп ҡатлы булыуы менән дә ылыҡтырғыс ул беҙҙең тел»,— тип тел һәм уның ҡәҙере хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер виртуаль донъябыҙ ҡаһарманы.

«Ҡан хәтере—беҙҙең ҡалҡан», — ти ғалим

Әсәһе табип, атаһы журналист, үҙе юрислыҡҡа уҡыған Искәндәр Алик улы әле һаман нисек итеп тел ғилеме ыҙанына төшөп китеүенә аптырап ҡуя. Ысынында, тел менән ҡыҙыҡһыныу, уның серҙәрен өйрәнеү йоғошло бер сиргә тиң ул, тип тә ебәрә. Башҡорт теленең ерлеккә бәйле булыуы, мифологиябыҙ менән үрелеп барыуы ла уны байыта, серле, ғәжәйеп итә, ти. Ошо тел юҫығына төшөп алғас, ғалимдың аңында оло үҙгәреш була. Ул башҡа халыҡтарҙың көнитмешен һәм телдәренең яҙмышын үҙебеҙҙеке менән сағыштырып, бар донъяла быуаттар буйы барған этно һәм лингвотенденцияларҙы күрә белергә, танырға, хатта юрарға ла өйрәнә. Мәҫәлән, АҠШ-ҡа колонистар көнсығыш ярҙарҙан килеп сыҡһа, беҙгә улар көнбайыштан килә. Һәр береһенең юлында ерле халыҡтар осрай. Кемеһе менәндер тыныс килешә алһалар, кемдәрелер ҡаршылыҡ күрһәтә, аяуһыҙ һуғыштар, ҡырылыштар ҙа була. Бына самалап ҡарайыҡ, Америка индеецтары менән башҡорттарҙың орандары, тамғаларына тиклем оҡшаш, хатта азатлыҡ өсөн көрәш тарихтары ла, фажиғәләре лә бер иш тиерлек... Йәки Рим империяһының Европаны яулап алыуы тураһында шул тиклем күп фильм төшөрөлгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр заманында ғәрәптәрҙең сүллектәге ерле халыҡты еңеүе һуң? Һәр заманда, һәр ерҙә оҡшаш хәлдәр, процестар барған. Испанияның Каталония һәм башҡа төбәктәре халҡы менән дә Рәсәйҙең аҙ һанлыраҡ милләттәренең яҙмышын йәнәш ҡуйып була.

Ошоларҙы сағыштырып, тәрән уйҙарға бирелә йәш ғалим. Әлбиттә, үткәндәрҙе генә байҡап ултырып булмай, ә бына киләсәкте уйлап, ғалим ни өсөн улым башҡортса өйрәнә алмаҫ тигән фекергә килгән һуң әле? «Бөгөн ҡалала үҫкән башҡорт балаларының туған телле даими мөхите юҡ бит. «Теласҡыс» кеүек түңәрәктәр күберәк булһын ине ул, ә һаман элекке совет методикаларына йәбешеп ятмаһын ине мәғариф ойошмалары. Мәҫәлән, балаларҙы алып барып десант итеп ҡалдырып китерлек «Тел ояһы» булдырылһа, ҡалай шәп булыр ине. Унда йәш быуын күнеккән көнкүрешенән, гаджеттарҙан бөтөнләй айырылып, туған тел һәм мәҙәниәт мөхитенә сума алһын ине тип хыялланам. Лагермы ул, йә башҡа шәкелдә эшләгән булырға тейешмелер, белмәйем. Ҡасандыр бит Өфөлә тәүге башҡорт мәктәптәрен асҡанда һәләтле педагогтарҙы райондарҙан бөртөкләп йыйып алып килгәндәр, ниңә тағы шулай итеп ҡарамаҫҡа? Тел бит тирә-йүндәге ысынбарлыҡҡа бәйле йә үҫешә йә тотҡарлана торған да нәмә, шуға әлеге хәлдәргә таянып, әлегә ҡалала бәләкәстән уны үҙләштерергә шарттар юҡ тип һанайым», — тип эсе лә бошоп ала Искәндәр Алик улының. Әммә, үҙ ваҡыты еткәс шартлап асылған бөрө кеүек мәлен көтөп ала алған һымаҡ, һәр кемдең дә ҡан хәтере юғалмауына ла ышана ул. Шуға ла күңеле тыныс. Ошо тыныслыҡ, бер нәмәне лә юғалтыуҙан ҡурҡмау, шөбһәгә төшмәү ғалимға тәү ҡарашҡа күтәрә алмаҫтай, атҡарып сыҡмаҫтай кеүек күренгән нәмәләргә лә ҡыйыу тотоноп, уйлаған эштәрен алға тәгәрәтергә көс бирә лә инде.

Гөлнара Хәлфетдинова
«Ағиҙел» журналы
Уртаҡлашыу