|
![]() Яңылыҡтар
2021 йыл — шағир Хәй Мөхәмәтйәров йылыСиләбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы Силәбе өлкәһендә Хәй Мөхәмәтйәров йылы иғлан итте. Педагогтар Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән шағир-новаторҙың исемен мәңгеләштерергә ниәтләй. Февралдә Ассоциация донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең «Әкиәт донъяһында» төбәк-ара конкурсын үткәрә. Тиҙҙән «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-методик журналы менән берлектә ойошторолған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен иң яҡшы әҙерләү» педагогик конкурсы старт аласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе, яҙыусы Ҡамса Мортазин һүҙҙәренсә, Силәбе өлкәһендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәте үҫешә. Улар менән берлектә ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ. |