ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Татарстан башҡорттары Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына эйә булды

16 ғинуар 2021, 13:14

Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы составындағы Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» урындағы башҡорт автономияһы Түбәнге Кама химия-технология институтының ижади коллективы менән берлектә 2020 йылда «Дуҫ бул! Хыяллан! Ижад ит!» социаль проектын тормошҡа ашырҙы. Проект Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына әҙерләнеп бойомға ашырылды.

Проект сиктәрендә милләттәштәребеҙ йыл дауамында төрлө саралар үткәрҙе: «Киләсәк йәштәр ҡулында» форумы; «Хәҙерге Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр: мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы; вокал, хореография, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау, һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре; «Бергә беҙ берҙәм!» концерты һәм башҡалар.

2021 йылда "Урал" башҡорт автономияһы Татарстан Республикаһы «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы менән берлектә "Сәләмәт ЭтноSTYLE" тигән яңы проект әҙерләгән. Был проект та граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йүнәлештәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары Фонды конкурсына тәҡдим ителде.

«Беҙҙең эшебеҙ Президент гранттары фонды эксперттары тарафынан юғары баһаланды һәм беҙ юбилейлы унынсы конкурста еңеү яуланыҡ. Проект йәштәрҙе милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ 26 тематик сара планлаштырҙыҡ »,- тип уртаҡлашты Татарстан Республикаһы «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Ғәли Хәсәнов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күрше республикала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе еңеүҙәре менән ҡотлай һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләй.

Уртаҡлашыу