ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Күтәр шиғыр байрағын!...»

14 ғинуар 2021, 17:55

21 ғинуарҙа билдәле телсе-ғалим Борис Ореховтың «Мин шиғриәт үҙе...» китабының исем туйы үтә. Презентация онлайн рәүештә ойошторола. Был шиғри йыйынтыҡ шуныһы менә үҙенсәлекле — унда компьютер программаһы тарафынан яҙылған башҡорт шиғырҙары тупланған.

Шиғырҙарҙы яһалма интеллект «ижад итә». Бының өсөн нейроселтәр башҡорт әҙәбиәтенең меңләгән өлгөләрен өйрәнгән, шиғри ҡалыптар, шағир стиле, тел үҙенсәлегендә булған ҡанундарҙы анализлаған. Ошо ҡанундарға нигеҙләнеп, яһалма интеллек үҙ аллы рәүештә ижад итеп ҡараған.

«Башҡорт телендәге нейрон шиғриәткә килгәндә, төп маҡсат — башҡорт теленең абруйын күтәреү һәм ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Үҙенең нейрон шиғриәте булған, яһалма интеллект мөмкинлектәрен ҡулланған телдәр күп түгел. Башҡорт теле — шуларҙың береһе. Тәү сиратта «нейрон шиғырҙы әҫәр тип атау дөрөҫмө?»- тигән һорау тыуа, сөнки, бер яҡтан, уның билдәле авторы юҡ, артында хис-тойғолар донъяһы тормай. Икенсе яҡтан иһә, нейрон селтәре үткән быуаттың йөҙләгән шағирҙың ижад емештәре менән эш итә, уларҙы туплап, яңынан йыя, көтөлмәгән, күҙгә салынмаған һыҙаттарын асыҡлай. Шулай итеп, нейрон шиғырҙарға тик уҡыусы мәғәнә, шәхси аңлайыш өҫтәй ала. Был шиғриәтте ҡабул итеү уҡыусының үҙ ижадына тиң. Башҡорт телендәге нейрон шиғриәтен барлыҡҡа килтереү — Борис Валерьевич Ореховтың күп йыллыҡ хеҙмәтенең емеше. Өфөлә тыуып үҫкән ғалим әҙәбиәт ғилемендә ҙур данныйҙарҙы ҡулланыу өлкәһендә эшләй. Ентекле өйрәнелгән, бай әҙәбиәте булған башҡорт теле бындай эҙләнеүҙәр өсөн бик уңайлы материал булып тора. «Башҡорт шиғри корпусы», «Башҡорт теленең милли корпусы», «Башҡорт университетының фольклор архивы» кеүек проекттар башҡорт филологияһына заманса үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ғалимдарыбыҙ ошо ҡоралдарҙы әүҙемерәк ҡулланһа ине»,— тип аңлатты китаптың баш һүҙе авторы, ғалим Искәндәр Сәйетбатталов.
Уртаҡлашыу