VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы йылда ла «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проектын дауам итәсәк

14 ғинуар 2021, 09:42

Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Проект Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Быға тиклем Ҡоролтай ошондай саралар үткәрә килде — 2020 йылда Рәсәйҙең 5 төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы.

Сара сиктәрендә төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәренә көнүҙәк темалар буйынса консультациялар биреү, мәҙәни-ағартыу саралары күрһәтеү ойошторола. Бынан тыш, башҡорт диаспораларын матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелә.

«Проект республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға бик кәрәк. Бөтәһендә лә башҡорт тапшырыуҙарын тыңлау йәки ҡарау, туған әҙәбиәтте уҡыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған бындай саралар беҙҙең өсөн аралашыу, фекер алышыу йәһәтенән рухи ярҙам, костюмдар, музыкаль инструменттар, уҡытыу-методик әсбаптар кеүек төрлө милли атрибуттар рәүешендә матди ярҙам да булып тора »,- тип билдәләне Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.

2021 йылда проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен үткәреү планлаштырыла.

Уртаҡлашыу