VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Өфө табиптарын хөрмәт менән оҙатты

12 ғинуар 2021, 16:55

Уҙған йылдың 23 декабренән 11 ғинуарға тиклем Башҡорт дәүләт медицина университетынан табиптар бригадаһы Владимир өлкәһендә хеҙмәт командировкаһында булды. Яңы йыл каникулдарында улар хеҙмәттәштәренә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итте. Әйткәндәй, Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре сит төбәктәргә ярҙамға йыш сыға. Бынан алда Башҡортостан табиптары Амур өлкәһендә, Камчаткала, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында коллегаларына ярҙам итте, хатта Абхазия һәм Ҡырғыҙстандың инфекцион госпиталдәрендә эшләне. Был юлы бригада 16 табип һәм 10 шәфҡәт туташынан төҙөлдө, етәксеһе — табип-терапевт Руслан Ғүмәров. Өлкә властары Башҡортостан табиптарының хеҙмәтен юғары баһаланы һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

«Хөрмәтле үҙ-ара ярҙам десантында ҡатнашыусылар! Ошо байрам көндәрендә ғаиләгеҙҙән айырылып меңәрләгән саҡрым юл үтеп, беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә кешеләрҙе хәүефле сирҙән ҡотҡарыу өсөн килдегеҙ. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем »,- тип мөрәжәғәт итте медиктарға Владимир өлкәһе губернаторы Владимир Сипягин.

11 ғинуарҙа Өфө табиптары бригадаһы тыуған еренә юлланды. Ә унан алдағы кис Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы күпселек милли диаспоралар ярҙамында яҡташтарына рәхмәт кисәһе ойошторҙо. Улар өсөн тантаналы киске аш, урындағы фольклор ансамбленең сығышы ойошторолдо. Өлкә хакимиәте вәкилдәре табиптар бригадаһындағы һәр кемгә бүләктәр тапшырҙы.

«Коронавирус кешенең ниндәй милләттән булыуын айырмай, күптәргә бәлә килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта был афәт төрлө милләт кешеләрен берләштерҙе лә. Сөнки был ауырыуға бергәләп ҡаршы сығып ҡына беҙ уны еңә алабыҙ»,- тине Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина.
Уртаҡлашыу