Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Фестиваль

Баш ҡалала йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале була

/ 26 ғинуар 2021, 09:00

26 ғинуарҙа Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале уҙғарыла. Ойоштороусы — Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы. Фестивалгә 10-11-сы класс уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла.

«Фестивалдә билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, видеокүперҙәр, масс-медиа донъяһынан ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар була, яңы проект иғлан ителә һәм Йәш хәбәрселәр клубы ойошторола», — тип белдерҙе ойоштороусылар.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифе (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефоны, класы, курсы, электрон почтаһы күрһәтелә.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән (347) 273-93-12; 8-965-656-26-56 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ойоштороусы: Башҡорт дәүләт университеты
Уртаҡлашыу