Ҡоролтай тауышыVIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыШайморатов вариҫтарыКалендарь Радий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрФән һәм мәғрифәт йылыБөрөЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасҠариҙелПодкастыБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарӘлшәй районыУрал батырБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауБейеүАуҙарышМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюШайморатовШәхесМәҡәләләр
Ҡоролтай тауышы

Ижадында заман эҙҙәре

28 декабрь 2020, 18:00

Башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыу уңайынан

Замандашыбыҙ өсөн башҡорт әҙәбиәтенең боронғо осорҙары аңлау һәм аңлатыуға бик ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы булып күренә. Бында, әлбиттә, рәсми идеологияның дингә, халҡыбыҙҙың мәжүсилектән һәм ислам диненән килгән йола-ғәҙәттәренә мөнәсәбәте лә үҙ эҙен һалды. Совет осоронда яҙылған ғилми хеҙмәттәрҙә XIX быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫы ла замана талаптарына ярашлы өйрәнелде һәм баһаланды. Уның әҫәрҙәрендә тормошсанлыҡҡа, донъяуилыҡҡа, мәғрифәтселеккә бәйләнешле яңы тенденциялар традицион дини әҙәбиәткә, суфыйсылыҡҡа хас элементтар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы һиҙелерлек көслө сағылған.

Өфөлә һәм Ҡазанда баҫылған китаптарҙа әйтелгәнсә, Ғәли Сокорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле волосының (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Әммә 1834 йылда үткәрелгән 8-се халыҡ иҫәбен алыу (ревизия) материалдарында шул уҡ Иҫке Соҡор ауылында йәшәүсе Ғәбдессалих мулланың өс улы теркәлгән, шуларҙың уртансыһы Мөхәмәтғәлигә 6 йәш тип күрһәтелгән. Тимәк, иҫәпләп ҡараһаҡ, ул тыумышы менән 1828 йылғы булып сыға. Заманында был турала күренекле тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндияров та яҙып сыҡҡайны. Нилектән барлыҡ китаптарҙа 1826 йыл күрһәтелеүен аңлатыуы бик ҡыйын. Документтар буйынса был мәсьәләне асыҡлап ҡуяһы бар әле.

Иҫке Соҡор ауылындағы Ғәли Соҡрой мәҙрәсәһе. Әле был бинала шағирҙың музейы ла эшләй.

Ҡара Табын (Ирәкте) башҡорттарының шәжәрәһенән күренеүенсә, Кейековтарҙың нәҫел осо «аҫаба башҡорт Кейек ҡарт» исеменә килеп ялғана. Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң Мөхәмәтғәли Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә белем ала. Аҙаҡ заманындағы данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Бик һәләтле шәкерт булараҡ 1850-1851 йылдарҙа шунда уҡ балалар уҡытып та ала. Бында уға данлыҡлы шағир Шәмсетдин Зәки менән бергә эшләү, унан ижади оҫталыҡҡа өйрәнеү бәхете тейә.

Шәмсетдин Зәки
«Китер булдым илдән сығып уҡырға, ғилем эстәп ҡайтайым тип Соҡорға»,— тип яҙған үҙенең бер шиғырында Ғ.Соҡорой.

Ниһәйәт, 1852 йылда ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса, йәғни 1889 йылдың 10 декабренә тиклем, шунда йәшәй.

Үҙенең «Манзумати Ғәлийә» («Ғәлиҙең назымдары») исемле ҡулъяҙма китабына яҙған баш һүҙендә шағир үҙенең ауылдағы тормошон шулай характерлай:

«Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы — игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Беҙҙең төп шөғөлөбеҙ — урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, алланың бер ғәрип көсһөҙ бер бәндәһе, бар тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды тулыһынса шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып вә йорт һалып, вә йорт кәрәк-яраҡтарын барын һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурыслы булдым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырра бер үҙем көс һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын, мәҙрәсәмдә ситтән килгән балаларҙы уҡытып, вә шул арала духавнуй хеҙмәттәр артынан да йөрөп, ауылдаштар араһына ҡарағанда күберәк мәсет менән мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле бер эшсәне булып торамын»,- тип яҙа ул.
«Манзумати Ғәлийә» ҡулъяҙмаһының баш һүҙе. "Беҙ урман башҡорто буламыҙ..."

Ғ.Соҡорой үҙенең тормош иптәше менән З ҡыҙ, 5 ул тәрбиәләп үҫтерә.Улдарының өсәүһе — Ғатаулла, Ғиниәтулла hәм Ғарифулла атаһы юлынан китә һәм заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Әйтергә кәрәк, кинйә улы Ғарифулла Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә актив ҡатнаша, бик күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә, 1900 һәм 1903 йылдарҙа 2 поэтик йыйынтыҡ сығара, «Шура» журналы биттәрендә актуаль мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, башҡорт халҡының күп быуатлыҡ үткәненә арнап, тарихи-этнографик хеҙмәт яза. Уның яҙма мираҫы — халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле сығанаҡ.

Ғарифулла Кейеков

Әҙәби ижад менән Ғ.Соҡорой 17 йәшенән үк шөғөлләнә башлай. Танып мәҙрәсәһендә укытҡан хәлфәһенә арнап яҙған мәҙхиәһе һәм һөйөклө әсәһенең вафаты уңайынан яҙылған мәрҫиәһе уның тәүге ижад емештәре булып торалар. 1860 йылда шағирҙың «Тажүид» («Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») тиган беренсе китабы донья күрә. Унын артынса «Дөрре Ғәли» («Ғәли ынйылары», 1873), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы», 1883), «Заммы нәзир» («Оҡшашын өҫтәү», 1889), «Мәдхе Ҡазан» («Ҡазанды маҡтау», 1889) hәм башҡа ундан артыҡ китабы баҫылып сыға. Ҡайһы бер китаптары, шул иҫәптән «Заммы нәзир» китабы, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Шулай ҙа әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө ҡулъяҙма хәлендә ҡала. Әҙиптең сағыштырмаса күп яҙғанлығын күрһәтеп, уның ижадына тәүгеләрҙән булып иғтибар иткән профессор Әхнәф Харисов: «Баҫылған һәм баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен бергә йыйһаң, уға ҡәҙәр йәшәгән теләгән бер Көнъяҡ Урал шағирының ижадынан күберәк булыр ине» , — тип билдәләне.

Ғәли Соҡоройҙоң "Ҡырҡ фарыз" ҡулъяҙмаһы

Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Ғәли Сҡоройҙоң ижади мираҫы бик ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы. Уның әҫәрҙәрендә, әлбиттә, дини мотивтар ҙур урын алып тора. Ул, мәҫәлән, данлыҡлы суфый шағир Аллаярҙың «Ҫөбәт әл-ғажизин» («Көсһөҙҙәрҙең ныҡлығы») тигән китабын бик яратып тасуирлай һәм уға арнап байтаҡ әҫәр ижад итә. Ғөмүмән, суфыйсылыҡ - уның ижадына иң хас сифаттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта күпселек әҫәрҙәрендә донъяуи күренештәр, тормошсан хәл-ваҡиғалар күп сағылыш тапҡан.

Шуны ла әйтергә кәрәк, совет йылдарында Ғәли Соҡорой ижадындағы суфыйсылыҡҡа һәм дингә бәйләнешле күренештәр тик кире яҡтан һәм тәнҡитләп баһаланды. Уның, мәҫәлән, «Тәрхиби рамаҙан!» («Хуш киләһең рамаҙан айы!») тигән китабы телгә алынһа ла фәҡәт тәнҡит объекты итеп ҡабул ителде. Бөгөн беҙ, әлбиттә, бындай атеистик ҡараштарҙан арынып, ошондай әҫәрҙәрҙе дөйөм гуманистик принциптар нигеҙендә баһаларға тейешбеҙ. Сөнки был китапта, заманында яҙылғанса, һис ниндәй «реакцион» уй-фекер юҡ, унда мосолман кешеһенең изге ураҙа айы яҡынлашыу уңайынан әйтелгән шатлыҡлы хис-тойғолары, киләсәккә төбәлгән яҡшы теләк-ниәтттәре генә сағылыш тапҡан.

Шағирҙың байтаҡ әҫәре урта быуаттар көнсығыш шиғриәтендә бик популяр булған мәҙхиә һәм мәрҫиә жанрҙарында ижад ителгән. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә үҙенә белем биргән Ниғмәтулла-ишанға арналған әҫәре — шундайҙарҙың береһе. Унда автор был шәхесте мәғрифәтсе мөҙәрис итеп кенә түгел, торбалар һалдыртып, үҙ ауылы халҡын тәмле шишмә һыуы менән туйындырыуын да маҡтап телгә ала. Үҙенең замандашы, ҡәләмдәше Шәмсетдин Зәкиҙе иһә, үҙе һуҡыр булһа ла, «аҡыл күҙе» үткер булғанлығын, ул үлгәс, донъяның эсендәге затлы әйберҙәре бушаған һауытҡа оҡшап ҡалғанлығын бик хисләнеп тасуир итә.

Fәли Соҡоройҙоң «Фосули әрбаға» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғырҙар циклы—ХIХ быуат башҡорт лирик поэзияһының иң матур үрнәктәренән һанала. Әлеге көндә республика Милли китапханаһында һаҡланған «Манзумати Ғәлийә» йыйынтығына ингән был әҫәрҙәрендә автор ысынбарлыҡҡа тормошто, тәбиғәтте һөйгән ябай хеҙмәт кешеһе булып баға, йылдың һәр миҙгеленә образлы характеристика бирә. Яҙ айҙарын ул айырыуса яратып, хисләнеп тасуирлай:

Биҙәнде ер нияз илә, Тунанды төрлө наҙ илә, Ҡыуанды фаслы яҙ илә, Нәбәте берлә дәм саздыр.

Автор тәбиғәт менән кешенең айырылғыһыҙлығын раҫлай, яҙ көнө тирә-йүндә барған үҙгәрештәргә сикһеҙ һоҡланыуын белдерә. Миҙгелдәрҙең сиратлашыуын ул кеше ғүмеренә оҡшата һәм уларҙың һәр береһен йәшәйештең бер этабы итеп күҙ алдына баҫтыра:

Яҙ әйәме — егет улмаҡ, Көҙ әйәме — ҡари улмаҡ, Ҡыш әйәме — вафат улмаҡ, Ғүмерҙең ғишрәте аҙҙыр.

Шағир, тәбиғәт күренештәренә бәйләп, уҡыусыға кәңәштәр бирә, үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ялҡаулыҡты, ғәмһеҙлекте иң алама сифаттарҙан һанай һәм тәнҡит итә:

Шу кем яҙҙа ҡарар (хеҙмәт) итте - Ҡышы рәхәт берлә үтте, Шу кем уйнап-көлөп үтте — Ҡышы хәсрәттә жанбаздыр (үткәндер).

Шағирҙың мәҙхиәләре араһында заманында башҡорттар һәм татарҙар өсөн мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булған Ҡазан ҡалаһына дан йырлау әҫәре ҙур урын алып тора. Үҙенең бер әҫәрендә ул Өфөнө лә маҡтап телгә ала.

Ғәли Соҡорой үҙ ғүмерендә 4 тапҡыр хаж сәфәре ҡылған. 1872 йылда тәүге тапҡыр Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына барып ҡайтҡас, «Нәсим әс-сабаһ» («Иртәнге йомшаҡ ел») исемле сәйәхәтнамә яҙған. Был яҙма үҙенең мәғлүмәтле һәм реалистик тасуирлауҙың көслө булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

«...Мәскәү ҡәлғәһенә сыҡтым. Андин шулай уҡ суйын юлы илә Тульский, Курский ва Киевский ҡәлғәләре арҡылы Атис (Одесса) ҡәлғәһенә сыҡтым. Беҙҙең ҡәрйәмеҙҙән (ауылыбыҙҙан) Атис ҡәлғәһенә, был юлдар илә килгәндә, биш мең саҡрымдан зиядарәк (күберәк) барҙыр, тиҙәр»,

— тип хажға ниндәй юлдар һәм нимә менән барыуын бәйнә-бәйнә тасуирлаған автор Россияның бөйөклөгөнә, киңлегенә һәм байлығына һоҡлана:

«...Мәмләкәти Русияның байлығы бик ҙурҙыр. Мәкәрйәнән Атисҡаса нисә мең саҡрым юлдарҙыр вә һәм тотош суйын юлдан барылалыр... Вә ул юлды төҙөргә лә нисә йөҙ мең тәңкәләр сыҡҡандыр. Хатта юлда туғры килгән тауҙарҙы киҫеп, арба берлә ситкә ташып, тар урындарын да ер яһап киткән ерҙәр бар, вә соҡорҙарға, вә йылғаларғa ҡиммәтле күперҙәр яһап киткән ерҙәр барҙыр. Хатта иҙелдәр туғры килгән ерҙә яһалған күперҙәрҙең хикмәттәрен вә һиммәттәрен, вә ҡиммәттәрен һөйләп бөтөрөргә булаһы түгел ...».

Әҫәр баштан-аяҡ ошондай күтәренке рухта, Рус дәүләтенең бөйөклөгө, моһабәтлеге өсөн тәрән ғорурлыҡ тойғоһо менән яҙылған. Шағир илдең икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙары, завод-фабрикалары, ауылдары һәм ҡалалары, «ыстансалар һайын яһалмыш вокзалдар вә һыуханалар, телеграфханалар ва почтаханалар кеби мәнзилдәр (ҡунаҡхана) вә мәхкәмәләр (идара органдары)» тураһында һоҡланып һөйләй ҙә, Суэц ҡалаһының эсенә «ҡыл вә ҡал (имеш-мимеш), жән вә жәдәл (этеш-төртөш), дәғүә вә ғауға» тулған вокзалындағы тәртипһеҙлектәрҙе атап сыға.

«Беҙем Русия мәмләкәтендә Нижнийҙан башлап Атисҡаса нисә вокзалдарға кереп сыҡһаң, был бер вокзал рәүешле михнәт күрмәҫһең!» — ти.

Ижадының күп өлөшөн Ғ.Соҡорой үткәндәрҙе, тарихты өйрәнеүгә бағышлаған. Ул үҙенең туған Ҡара Табын (Ирәкте) башҡорттарының шәжәрәһен бер нисә вариантта яҙып ҡалдырған. Шәжәрәнең сәсмә формала яҙылған бер ҡыҫҡа варианты түбәндәге һүҙҙәрҙән тора:

«Ҡара-Табын аймағы Майҡы-бейҙән таралмыштыр. Майҡы-бей Чынғыз-хан дәүерҙәрендә Урал тауының Миәдәк дигән урынында булып, Миәс йылғаһы буйында мәҡам иткән. Ул Сыңғыҙ-ханға бүләк алып барған, аның берлән юлдаш булып, Сыңғыҙ-хан берлән бер арбала ултырып йөрөгән. Аты Майҡы-бей тигәндәр. Майҡы-бей улы — Иләк-бей, аның улы — Алча-бей, аның улы — Булғаир-бей, аның улы — Ҡара-Табын-бей. Аны Ҡара-Ғәзиз дип атағандар. Ҡара-Табын-бей боронғо урындарын ташлап, Сулман йылғаһы буйына күскән. Уның улы Сулман-бей шунда килгәс тыуған. Сулман улы — Ҡолман, Ҡолман улы — Дөрмән, Дөрмән улы — Бибән, Бибән улы — Хоҙайғол, уның улы — Хоҙаяр, уның улы — Дәүләтъяр, уның улы — Дәүләтбай, уның улы — Иҫән-хан. Иҫән-хан Ҡазан хандарындан булған Суртмаҡ-ханға буйһонған. Уның йорто Жирем ҡәрйәһе бул¬ған. Ул хәҙер Соҡор ауылы тип мәғрүф. Соҡор ауылы янындағы "Сырған ҡул" тигән мәшһүр урын — Иҫән-хан берлән Суртмаҡ-хандың мәрәйгә атышҡан урындары. Мәрәйгә Иҫән-хандың уғы тейгән. Суртмаҡ шуға намыҫланып, ике араһында талаш булып, Суртмаҡ-хан: "Өҫтөңә ғәскәр алып киләм", — тигәс, Иҫән-хан да халыҡтары берлән ҡурҡып: "Ғәскәр китермәҫ борон моноң үҙен үтерәйек", — тип, шунда Суртмаҡ - ханды үтергәнләр. Иҫән-хан һуңындан ҡазандарҙың үс алыуындан ҡурҡып, Рус дәүләтенә барып буйһоноп, һуңындан мәхкүм (буйһоноулы) булып ҡалғандар. Ул урын хәҙерге көндә лә "Сырған ҡул" тип аталып, "Иҫән хандың уғы төшкән ер" тип йөрөтәләр. Иҫән-хан улы — Быраҡ, Быраҡ улы — Кейек, Кейек улы — Шәриф, Шәриф улы — Ғабдулла, Ғабдулла улы — Салих, Салих улы — Ғәли, Ғәли Кейековтың үҙе була».

Шәжәрәнең ҙур күләмле «Тәҙкирәтән әл-әхуан вә әл-әхбаб» («Туғандар һәм дуҫтарҙың үткәндәрен хәтерләү») тип исемләнгән вариантында иһә автор ата-бабалары тарихын хикәйәләүҙе түбәндгесә башлай:

«Беҙҙең төп бабамыҙ Майҡы-бейҙе Сыңғыҙ-хан берлә бер заманда булған кеше, тиеп риүәйәт ҡылалар, вә һәм уның вәзирҙәре йөмләһендә булып, бер арбаға ултырып йөрөгән, тиеп һөйләйҙәр. Вә һәм уйлы-хисаплы булған сәбәпле Уйшын Майҡы-бей тиеп ләҡәп тапҡан, тиеп һөйләйҙәр. Сыңғыҙҙың мәшүәрәтләренә (кәңәштәренә) яраған ирмеш, тиәләр. Күп мәмләкәтте саир (сәфәр) итеп ҡараған имеш, тиеп һөйләйҙәр. Ваҡытына күрә уҡымыш исемле кеше булып, яҙыуға, хисапҡа, кәңәшкә яраған имеш, тиеп һөйләйҙәр. Вә уның өс-дүрт уғлы булған. Һәр ҡайуһыны уҡытҡан вә сәйәхәтән-сәфәрҙәргә йөрөткән, тиеп һөйләйҙәр. Береһе — Ҡаратабын-бей, береһе — Байҡы-бей, береһе Балыҡсы-бей исемле булған, тиәләр...» .

Ошондай телдән-телгә тапшырыла килгән төрлө легенда һәм риүәйәттәр нигеҙендә Ғ.Соҡорой боронғо замандарҙа ата-олаталарының Тубыл һәм Иртыш буйҙарында донъя көтөүе, аҙаҡ Миәс йылғаһы буйына күсенеүе һәм иң ахырҙа мал көтөү, иген игеү өсөн уңайлы ерҙәр эҙләп, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ, Пермь өлкәһенең көнъяҡ һәм Татарстандың көнсығыш тарафтарына килеп төпләнеүе тураһында бәйән итә. Хикәйәләү барышында ара-тирә яҙма сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә, уларҙан өҙөктәр килтерә.

Артабанғы юлдарҙа ирәктеләрҙең урындағы күҙәй, йәлдәк, гәрәй, оран, ҡайпан, ғәйнә башҡорттары менән аралашып, туғанлашып йәшәүҙәре тасуир ителә. Халыҡтың төп шөғөлө ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ булғанлығы, ырыуҙаштарының уҡ атыуға мәргәнлеге хаҡында хикәйәләнә. Автор Ҡазан ханлығы һәм Рус дәүләте менән мөнәсәбәттәргә лә киң туҡтала. Иван Грозный ғәскәренең Ҡазанды яулап алыуына күп йылдар элек үк рус халҡы менән алыш-биреш итеп йәшәүҙәре, аҙаҡ Рус дәүләтенә ҡушылғас, батшалыҡҡа бик күп яһаҡ түләп тороуҙары, ул яһаҡтарҙың йылдан-йыл арттырыла барыуы арҡаһында халыҡтың бик күп михнәттәр сигеүе тураһында хисләнеп-әсенеп бәйән итә. Ғөмүмән, ҡулъяҙмала батшалыҡтың Башҡортостанды, башҡорт халҡын аяуһыҙ иҙеүе, төбәктә үткәрелгән колониаль сәйәсәте айырым-асыҡ сағылыш тапҡан.

Тыуған ырыуының тарихын Ғ.Соҡорой шиғри формала ла яҙып ҡалдырған. Ҡобайыр стиленә ҡоролған үҫәргән шиғри шәжәрәһенән айырмалы рәүештә, уның был әҫәре урта быуат көнсығыш шиғриәтендә бик популяр булған мөрәббә жанрында ижад ителгән. Ундағы әҫәрҙең буйынан-буйына дауам иткән 4 юллыҡ строфаларҙың тәүге 3 юлы үҙ-ара рифмалашып, һәр строфаның 4-се юлы иһә «сарпай» (ҡәҙерлем) тигән һүҙгә тамамланып, рефрен булып ҡабатланып килә. Миҫал өсөн әҫәрҙән өҙөктәр (бында шиғырҙың рифма-ритмик системаһына зыян килтермәҫ өсөн транслитерация алымын ҡулландыҡ):

Асыл бабам Тубыл, Иртыш Кәнәрендә булып ирмеш, Асылда армы йә чирмеш — Беленмәй динләре, сарпай. Ләбибләрдән булып берсе Сәйәхәткә төшөп хирси, Табып күп ер, ҡуйып арҫи, Китептер донъядан, сарпай. Чөн ул шәрхи заминлардан Чығып киткән кенә берлән, Сәйәр ҡылған көймә берлән Төшөп сыулар сайын, сарпай. Ҡайу сәйәх улан баба, Килеп Урал дигән тағға, Мәҡам тотҡан Миәч таба, Нәһерен сыулап, сарпай... Урал тағын ҡуйып артҡа, Миәч нәһерен дә һәм артҡа, Килеп чыҡҡан бу төн яҡҡа, Көймә берлә йөрөп, сарпай... Латиф Урал жаныбында, Миәч нәһере танабында, Мәғәш итеп ғаял берлә, Ҡалып анда ғаял сарпай. Йорт-ил салып, биләп йортлар, Миәч буйында башҡортлар. Безә ансаб булыр анлар, Ҡара Табын улан сарпай ...

Ошо рәүешле шағир ырыуҙаштарының боронғо тарихын бәйнә-бәйнә хикәйәләргә ынтыла. Тубыл, Иртыш буйҙарынан көтөүлек һәм сәсеүлек өсөн уңай ерҙәр эҙләп Миәс буйҙарына күсенеүҙәре, унда бер өлөшө тороп ҡалыуы, ҡалғандарының ошо төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнбайыш тарафтарға килеп төпләнеүҙәре, урындағы ырыу-ҡәбиләләр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәре хаҡында бәйән итә. Әҫәренең аҙағында ул барлыҡ башҡорт ырыуҙарын бер туғандай татыу йәшәргә өндәй:

... Ғәзиз ҡәрдәшләрем, хәзер Ҡарындашны булың нәзир. Ирәкте булды исә ир, Ҡарындаш буладыр, сарпай. Лаимлыҡтан булыр даим, Ҡарындашны булыу лаим, Ҡарындаш хаҡтыр ҡаим, Хоҡуҡы вар аның, сарпай... Ҡарындашлыҡ ҡаты бездә, Шәриғәт хөрмәте берлә, Пәйғәмбәр өммәте берлә Барымыз бер туған, сарпай. Рәғийәт берлегендә һәм Риғәйәтне ҡылыр әл-зам. Килең, бергә торайыҡ һәм Ҡарап мохтажлары, сарпай.

Әҙиптең «Тәуарих-и Болғария, йәки Тәҡриб-и Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары») исемле әҫәре иһә ғәйәт күп тарихи мәғлүмәт һәм фольклор өлгөләре һаҡлай. Әлеге көндә Рәсәй фәндәр академияһы Көнсығыш ҡулъяҙмалар институты фондында (Санкт-Петербург ҡалаһы) һаҡланған был тәуарих авторҙың улы Ғарифулла Кейеков күсермәһендә килеп еткән.

Әҫәр инеш һүҙҙән һәм төп өлөштән тора, һуңғыһы үҙ сиратында ете бүлеккә бүленгән. Инештә тәуарихтың яҙылыу һәм күсерелеү тарихы яҡтыртылған. Төп өлөштөң тәүге бүлеге «Туйбикә» (фольклорҙа һәм яҙма әҙәбиәттә ул «Тутыйбикә», «Хан ҡыҙы», «Хан ҡыҙының фалиж булыуы» исемдәре менән дә билдәле) легендаһына арналған. Автор уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирә һәм уға ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен дә белдереп үтә. Артабанғы бүлектә XVIII-ХIХ быуаттарҙа йәшәгән ғалимдар һәм дин эшмәкәрҙәре тураһында биобиблиографик мәғлүмәттәр бирелгән. Өсөнсө бүлектең үҙәгендә Аҡһаҡ Тимер образы һәм уның ҡылған эштәре тора. Дүртенсе бүлектә Ғ.Соҡорой Көнъяҡ Уралдың, Рәсәйҙең географик урынын, тәбиғәтен тасуирлай. «Робоғи мәскүн бәйәне» («Ерҙең кеше йәшәй торған дүрт өлөшө бәйәне») тип аталған бүлектә ул Ер шарының географик төҙөлөшөн күҙалларға ынтыла.

Алтынсы бүлектә уҙған замандарҙа Урал-Волга буйҙарында йәшәгән уҡымышлыларҙың, мулла һәм мөҙәристәрҙең тормошона бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һүрәтләнгән. Һуңғы бүлектә иһә автор XIX быуат татар тарихсыһы Хөсәйен Әмирхандың «Тәуарих-и Болғария» (Ҡазан, 1883) исемле китабын шәрехләй, төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерә.

Был әҫәргә лә, күренеүенсә, жанр синкретиклығы, идея-тематик сыбарлыҡ хас. Ғ.Соҡорой тарихи тема менән генә сикләнеп ҡалмай, география, биобиблиография, әҙәбиәт һәм дин мәсьәләләренә лә ҡағылып үтә, урыны-урыны менән үҙенең әҙәби ижад емештәренә мөрәжәғәт итә. Хикәйәләү барышыңда ул, мәҫәлән, үҙенең «Ҡафият әл-аҫар» («Рифмалы әҫәрҙәр»), «Әғләми һади» («Күренекле шәхестәр»), «Жәмиғ әл-леуа» («Байрактар йыйыны»), «Ағъяни мази» («Үткән замандың абруйлы кешеләре»), «Дибажа-и Фаиза» («Фаиза китабына инеш») кеүек ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарын телгә ала һәм уларға һылтанмалар яһай.

Яҙыусының был әҫәре сағыштырмаса бай һәм мауыҡтырғыс тел менән яҙылған. Автор хәл-күренештәрҙе ҡоро атап ҡына үтмәй, йыш ҡына хис-тойғоло тасуирлауға күсеп китә, сағыштырыу, метафора, метанимия, эпитет кеүек ассоциатив һүрәтләү сараларын ҡулланып, образлы хикәйәләүгә бирелә.

«... Вә һәм мәҙкүр мулла Сибәғәтулла хөҙрәт Ури шәһәренә күскәс, мулла Байморат Мөхәррәм уғлыны килтергәндәр. Бохара-и Шәрифтә уҡып ҡайтҡан кешелер. Мәмсә ауылында дәрес әйткән. Унан Ҡазанға килгән. Дәүләте артып, йөрәкләнеп, һауа вә һәүәс илә әһли донъя сүрәтенә кергәндер. Әһли донъя кәсептәренә ҡатышып, байлар халҡы берлә халыҡланған. Ғилмаға бирелә торған мәғрүф садаҡаларға гүзәл нәмә бирелмәһә, алмай икән. Шул сәбәпле Ҡазан байҙары араһында һатыу малын ҡарағанда рәүнәҡле (матур, биҙәкле) күренмәһә, "Һинең был малыңды Байморат мулла саҙаҡа ла алмаҫ" тигән һүҙ шунан ҡалған. Бик ғали кейемдәр яһаған вә бик ғали ғимараттар төҙөгән. Тамам биҫтә байҙары ҡиәфәтенә кергән. Әммә Бохара-и Шәрифкә барһа ла мәшәйех күралмаған, тигән. Танауы хушбуй еҫенә ярамай юҡары ҡарап ҡайтҡан...»

Тәуарихтың һуңғы, етенсе, бүлегенән килтерелгән был өҙөк тә художестволы образлылыҡҡа миҫал булырҙай. Байморат мулланың булмышы бик уңышлы деталдәрҙә асып бирелгән. Автор уның характерындағы кире һыҙаттарҙы туранан-тура тәнҡитләмәй, бының өсөн нескә юмор, сарказм алымдарын ҡуллана. Ҡазан байҙары телендә йөрөгән әйтемде лә индереп ебәреүе был алымдарҙы тағы ла балҡытып ебәргән һәм хикәйәләүҙе уғата йәнле һәм ҡыҙыҡлы иткән.

Әлбиттә, тәуарихында Ғ.Соҡорой фәҡәт художестволы алымдарға ғына өҫтөнлөк бирмәй, күпселегендә, ғилми әҙәбиәткә хас булғанса, тыныс тонда бәйән итә, уҡыусының иғтибарын мәғлүмәт һәм факттарға йүнәлтә, XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле башҡорт шағиры Һибәтулла Салиховҡа бәйле юлдар быға конкрет миҫал була алыр ине:

«... Вә һуңыраҡ ул уҡ Дәүләтша ишан-хәҙрәткә урынын биреп, һижрәт ҡылдырғыусы (күсенгән) Һибәтулла исемле мулла мәҙкүр (әлеге) мәшәйехенә хәлфә булып ҡалғандыр вә, күп китаптар тәсниф итеп (яҙып), печатнайға баҫтырылып, жәмиғ тәуабиғ (бөтә тирә-яҡ) шәһәр Болғарға мөнтәшир булғандыр (танылыу тапҡан). Уның тәснифтәрендән берәүһе — төркисә "Мәнзүм мәжмәғ әл-әдәб" ("Әҙәп тураһында шиғри йыйынтыҡ") китабылыр. Вә анда мәҙкүр шәйехенә мәрҫиәһе лә барҙр. Вә һәм береһе — "Төхфәт әл-әүлад" ("Балаларға бүләк") исемле тәжүид китабылыр. Вә һәм береһе — "Дөрр әл-кәлам" ("Ынйы һүҙҙәр") исемле вәғәз китабылыр. Вә ул уҡ мәҙкүр Һибәтулла хәҙрәт үҙенең шәйехенең вафаты һуңында Оренбур Ҡарғалыһына имамлыҡҡа алынғандыр. Юғарылда мәҙкүр Вәлит ишан-хәҙрәттең мәсетендә имам вә мәҙрәсәһендә мөҙәррис, вә ханаҡаһында (ишандың эйәрсендәре торған бүлмә) мөршид (эйәрсен) булып, ҙур хөрмәттәр илән мөштәһәр жиһан (тирә-яҡта танылған) булып мәғишәт ҡылып (тормош ҡылып), атаһы Сәйетбаттал исемле башҡорт булғандыр...»

Бында авторҙың үҙ ҡәләмдәшенең тормош юлы һәм эшмәкәрлегенән тыш, әҙәби ижад емештәрен дә яҡшы белеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғөмүмән, Ғ.Соҡорой үҙ әҫәрендә Тажетдин Ялсығол, Ғәбдерәхим Усман (Утыҙ Имәни) кеүек бүтән танылған әҙиптәрҙе лә телгә ала, ҡайһы берҙәренең шиғырҙарынан өҙөктәр килтереп, үҙ ҡарашын белдерә. Бындай осраҡтарҙа ул ниндәйҙер кимәлдә әҙәбиәтсе ғалим булып күҙ алдына баҫа.

Беҙҙең көндәргә Ғ.Соҡоройҙоң йәнә бер төр ҡулъяҙмалары —әҙәби әҫәрҙәре кеүек үк нәфис һәм тәрән хисле тел менән яҙылған ун биштән артыҡ хаттары килеп еткән. Ҡазан, Петербург, Харьков ҡалаларына (Харьковта уның улы Ғарифулла хәрби хеҙмәттә була) адресланған был мәктүбтәр әҙиптең көндәлек тормошо, дуҫ-иштәре һәм ижади бәйләнештәре тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай. Бына Петербургта йәшәүсе Хәмиҙулла Хәлитов ахундҡа 1879 йылдың август айында яҙған хатынан өҙөк:

«...Хикәйәт. Беҙҙең мында башҡорт араһында бер ҡисса бар: "Бер кешегә миһман (ҡунаҡ) килер. Ул кешенең хатыны боламыҡ болғатып килтерер. Ата төйөрлөрәк булган сәбәпле, төйөрөн сүпләп алып ҡалыр. Һаман ҡунаҡҡа һалдырмыш тәғәмендә лә төйөрө күп булыр. Ал-ҡисса (шунан һуң), хужа булған кеше миһман илә тамам иткәнендә: "Бән боламыҡтың төйөрлөһөн һөйәмен", — тимеш. Бәс, боламыҡты бешереүсе хатын: "Бәй, алаймы?! Әгәр ҙә алай булһа, мында йәнә төйөрҙәр бар ине", — тиеп, бер сүмес төйөрлө боламыҡ илтеп һалыр", — тимештәр. Шуның кеби, бән ғажиз да бер мәртәбә сәләм хаттарымыҙ эсенә назым — төйөрлө назымдарым да —һалған инем... Уларҙы алып ташланым да урынына "Хажнамә" исемле тәхрирҙәремдең (яҙмаларымдың) бер ҡыҫҡа чернауай эште ебәрмәк булабыҙ. Әгәрҙә яраһа, һәҙиә (бүләк) булһын тиеп...»

Был юлдарҙа авторҙың образлы фекер йөрөтөүе, үҙенең ижадына күпмелер тәнҡит күҙлегенән ҡарай белеүе лә саҙылыш тапҡан.

Үҙ заманындағы мәғрифәтселәрҙән F. Соҡорой күренекле татар әҙибе Ҡәйүм Насыри менән тығыҙ ижади бәйләнештә йәшәгән. Ҡазанға барған саҡтарында мотлаҡ уның менән күрешер, йәнле әңгәмәләр ҡорор булған. Ҡ.Насыри уның ижадын даими күҙәтеп барған, осрашҡандарында аҡыллы кәңәштәр ҙә биргеләгән. Төрки белгәндең күрке бар, тип ул башҡорт шағирына әҫәрҙәрендә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, халыҡтың йәнле һөйләү телендә яҙырға кәңәш иткән.

Ысынлап та әҙиптең күпселек шиғырҙары, ғәрәп һүҙҙәре менән сыбарланып, ябай халыҡ тиҙ генә аңламаҫлыҡ телдә яҙылған. Әлбиттә, сәсмә әҫәрҙәрендә, тарихи яҙмаларында һәм хаттарында ул ят һүҙҙәрҙе һирәк ҡуллана, халыҡсан телмәр менән эш итә. Быны үрҙә килтерелгән өҙөктәрҙән дә тойорға мөмкин.

Шуны ла әйтергә кәрәк, уның байтаҡ шиғыры урта быуат көнсығыш әҙәбиәтендә популяр булған акростих алымы менән, тәүшихләп яҙылған. Бындай шиғырҙарҙың һәр юл башындағы хәрефтәрен теҙеп уҡыһаң, йә авторҙың исем-шәрифе, йә иһә әҫәр кемгә бағышланған булһа — шул кешенең исеме килеп сыға. Әҫәрҙе ошо рәүешле ижад итеү, форманы беренсел, ә йөкмәткене икенсел итеп ҡуйыу, әлбиттә, шиғырҙың художество-эстетик йөкмәткеһенә йыш ҡына кире йоғонто яһай, уның сифатын төшөрә.

Нисек кенә булмаһын, Ғәли Соҡорой башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған. Уның ғәйәт бай һәм ҡатмарлы ижады милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.

МИҢЛЕҒӘЛИ НӘҘЕРҒОЛОВ
филология фәндәре докторы
Уртаҡлашыу