|
Яңылыҡтар
БДПУ-ла башҡорт телен белгән тәрбиәселәр әҙерләй башлайҙарМифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетында яңы йүнәлештәр асыла. 2021-2022 уҡыу йылында бында балалар баҡсалары өсөн башҡорт телен белгән тәрбиәселәр әҙерләй башлайҙар. «Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы» тигән ике профилле бакалавриатҡа студенттар ҡабул ителәсәк. «Һәр төркөмдә −14 бюджет урын. Ҡабул итеү имтихандары: рус теде (БДИ), йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ), башҡорт теле һәм әҙәбиәте (яҙма). Был йүнәлеште тамамлаған белгестәр милли баҡсалар тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, милли мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡытыусылары, өҫтәлмә белем биреү ойошмаларында, мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү һәм башланғыс кластар буйынса методист булып эшләй ала», — ти Винер Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры. Башҡорт теле йылында башҡорт филологияһы факультетында Айтуған Ҡуланчин етәкселегендә Көнсығыш телдәр үҙәге ойошторолған. «Көнсығыш телдәр профессиональ эшмәкәрлектә» тип аталған магистратура программаһы эшләнә, уға киләһе йылда тәүге магистранттар ҡабул ителәсәк. «Республикала ишектәрен асҡан полилингваль мәктәптәр өсөн белгестәр тап ошонда әҙерләнер тип күҙаллана. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәренән тыш, ҡытай, төрөк, ғәрәп телдәренең береһен белгән уҡытыусы үҙенең эшмәкәрлеген бер нисә телдә ойоштора алыр, әлбиттә. «Көнсығыш телдәр профессиональ эшмәкәрлектә» тип исемләнгән магистратура программаһы «Педагогик белем биреү» йүнәлешендә асыла. Уҡырға инеү өсөн бакалавр йә специалист дипломы булған абитуриент ике төрлө ҡабул итеү имтиханы бирә: көнсығыш телдәр буйынса тест һорауҙарына яуап биреү һәм үҙенең шәхси ҡаҙаныштарын күрһәтеүсе портфолио, унда темаға ярашлы реферат беркетелә», — ти Винер Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә 16 бюджет урын планлаштырылған. Уҡыу планында дөйөм педагогик һәм психологик дисциплиналарҙан тыш, көнсығыш телдәрҙе (ғәрәп һәм төрөк телдәре) өйрәнеү буйынса курстар ҡаралған. |