ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бишбүләк районы Айыт ауылы арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле

26 декабрь 2020, 16:14

Ағалы-энеле шағирҙар- Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар сығышы менән ошо ауылдан. 2020 йылдың 25 декабрендә ауылдың күп функциялы үҙәге бинаһында башҡорт шағиры Ярлы Кәримгә мемориаль таҡтаташ асылды. Ғадулла Кәримов (Ярлы Кәрим) башҡорт ғәскәрҙәре сафында 1919 йылда Петроградты һаҡлай. Уның исеме оҙаҡ йылдар телгә алынманы. Быға 1937 йылғы репрессия ла сәбәпсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса оло эш башҡара. Мемориаль таҡтаташты асыу хөрмәте Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов һәм «Меңле» ырыуы ҡорбашы Әхнәф Тимербулатовҡа бирелде.

«Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың да исеме, туғаны (энеһе) Фәтих Кәрим менән бер рәттән, ниһайәт, тыуған яғында мәңгеләштерелә, оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡала килгән исемде бөгөн киләсәк быуындар өсөн тағы бер ҡат асабыҙ. Фәтих һәм Ғабдулла Кәримовтар кеүек шағирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, тип уйлайым. Икеһенә лә ҡыҫҡа ғына ғүмер итергә насип булыуға ҡарамаҫтан, быуаттарға етерлек ижади ҡомартҡылар ҡалдырған улар беҙгә. Ватансылыҡ, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙарҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел. Ошо уңайҙан таҡтаташты ҡуйыуҙы ойоштороусыларға — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, айырыуса Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатовҡа , был изге эште башкарыуҙы финанс яҡтан тәьмин иткән яҡташыбыҙ, эшҡыуар Фәнис Минәхмәт улы Хәлиуллинға бөтмәҫ рәхмәттәремде еткерәм», — ти Ришат Әхмәтшин, Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

Айыт ауылы халҡы арҙаҡлы шәхестәрен оло ихтирам менән хәтергә ала.

Ауылда Фәтих Кәримдең музейы эшләй. Тантанала ҡатнашыусылар музейҙы ҡараны. Рәйсә Хафизова Ярлы Кәрим һүҙҙәренә ижад ителгән «Наҙлы гөлкәйем» йырын башҡарҙы.

Тантаналы сара Айыт ауылының моделле китапханаһында дауам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

«Беҙ Бишбүләк районының ошо башҡорт шағирҙары исемен мәңгеләштереү өсөн ағалы-энеле әҙиптәрҙең китабын сығарыу, Ярлы Кәримдең шиғырҙар йыйынтығын баҫтырыу, балалар ижадын үҫтереү маҡсатында Ярлы Кәрим исемендәге премия булдырыу кеүек тәҡдимдәр индерҙек. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының исемен мәңгеләштереү эше дауам итергә тейеш»,— ти Башҡарма комитет ағзаһы Әхнәф Тимербулатов.

Түңәрәк өҫтәл аҙағында Фәтих Кәрим исемендәге Айыт ауылы мәктәбе уҡыусыһы Алмаз Ильясов Ярлы Кәримдең «Мин ҡайттым» шиғырын уҡыны. Был көндә Шәйехзада Бабич исемендәге аллея ла асылды. Мәктәп биләмәһендә бөйөк башҡорт шағиры хөрмәтенә аллея ултыртылған.

Уртаҡлашыу