|
Яңылыҡтар
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы 2031 йылға тиклем ҡабул ителдеБөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышында дөйөм тауыш биреү ысулы менән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы 2021-2031 йылдарҙа тормошҡа ашырылыу өсөн ҡабул ителде. Ултырышта әйтелгән тәҡдимдәр менән тулыланып, уның тексты йәмәғәтселек иғтибарына ирекле даирәгә тәҡдим ителәсәк. «Бөгөн күптән көтөлгән һәм уның буйынса оҙаҡ фекер алышынған документ- 10 йылға Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһы ҡабул ителде. Һәр документ кеүек үк, уның буйынса ла дискуссиялар, йәмәғәтселек бәхәстәр булды. Беҙгә күптәр үҙ фекерен белдереп яҙҙы, йәмәғәт йошмалары материалдарын ебәрҙе. Ике йыл буйы тиерлек Стратегия концепцияһы, уның үҙе буйынса ҙур эш башҡарылды һәм бөгөн ул ҡабул ителде! Уның ни тиклем кимәлдә тормошҡа ашыуы һәр башҡорттоң ошо уртаҡ эшкә йәлеп ителеүенә бәйле. Беҙҙең Стратегияның үҙенсәлеге шунда- беҙ уның менән бергә Саралар планын да ҡабул иттек. Был План идеологик йүнәлтмәләрҙе аныҡлыштырасаҡ, стратегик күҙаллау аныҡ проекттарҙа сағылыш аласаҡ һәм ул теге йәки был сараларҙы дәүләт программаһына индереү, ошо проекттар менән федераль һәм төбәк грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ, йәғни башҡорт халҡының төрлө өлкәләрҙә үҫеше өсөн комплекслы эш алып барыуға нигеҙ бирә. Мин ошо Стратегияны төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм! Һуңғы версияны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тәҡдим итте. Беҙ Стратегияны Башҡорт тарихы йылы алдынан ҡабул итеүебеҙ ҙә оло мәғәнәгә эйә»,-тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. |