VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Айыҡ ауыл −2020» конкурсын ойоштороу комитеты ултырышында саралар планы ҡаралды

18 декабрь 2020, 14:25

Башҡортостанда бөтә 54 район да «Айыҡ ауыл −2020» конкурсының республика этабына ҡушылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс 1 августа башланды. 30 ноябргә тиклем муниципаль этап үткәрелде. 1 декабрҙән 7-нә тиклем һәр район еңеүсеһенән заявка ҡабул ителде.

Бөгөн, 18 декабрҙә, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсын ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Кәңәшмә онлайн режимда уҙғарылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сәләмләне.

«Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылда башланды, һуңынан 2012, 2013, 2014 йылдарҙа үтте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылда тергеҙелде. Был сараның һөҙөмтәлелеген «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этапта башҡарылған эштәр буйынса күрергә мөмкин. Республиканың бөтә ауылдары ла конкурсҡа дәррәү ҡушылды. Тәүге этапта 2114 ауыл ҡатнашты. Конкурс положениеһына үҙгәрештәр индерелде, төрлө ҙурлыҡтағы ауылдарҙы баһалау еңел түгел, шуға конкурсанттарҙы 4 төркөмгә бүлдек»,— ти Ленара Иванова.

Бөтә райондарҙа айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған төрлө саралар үтте. Ултырышта райондарҙағы үҙенсәлекле практикалар күрһәтелде. Мәсетле районы Әжекәй ауылында велоуҙыш үткәрелде, унда актив спорт һөйөүселәрҙең барыһы ла ҡатнашты. Сөләймән ауылында урам байрамдары үтте.

Нуриман районында ирекмәндәр йәйәүләп урамдар буйлап үтә, һәр өйгә инеп әңгәмәләр үткәрә. Ауыл биләмәләре советтары кибеттәрҙә алкоголь эсемлектәрен һатыуҙы тыйыу тураһында локаль документтар төҙөй.

Яңы Күл ауылында эшҡыуар Фәнис Мөхәмәтйәнов үҙ ирке менән кибетендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙан баш тартты. Ауылда алкоголды алыусылар юҡ тиерлек, һатыу нөктәһе килем буйынса бер ниндәй ҙә зыян күрмәйәсәк, ә бына ауылдың киләсәге, уның фекеренсә, өмөтлө буласаҡ.

Баймаҡ районы Ишей ауылында ир-егеттәр ҡоро алкоголь һатылған кибеттәргә рейд менән сыҡты, әңгәмәләр үткәрҙе.Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында физик күнекмәләргә йәштәрҙе лә, оло быуын вәкилдәрен дә ылыҡтыралар. Ауылдаштар 500 м алыҫлыҡҡа йүгерәләр, футбол уйнайҙар.

«Быйыл бер район да конкурстан ситтә ҡалманы. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарындағы бөтә ауылдар сараға ҡушылды. Баймаҡта 89 ауыл, Бөрйән 34 ауыл ҡатнашты. Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был райондарҙағы ауылдарҙың 60% конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе», — ти Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе.

Ҡайһы бер райондарҙа хакимиәттәре инициативаһы менән үҙ бүләкләү фонды булдырылған. Мәҫәлән, Ейәнсура районында ул 600 мең һум, Күгәрсен районында- 490, Белорет районында 380 мең һум тәшкил итә. Дүртөйлә районында еңеүсегә 500 мең һумға юлдарын төҙөкләндерәсәктәр, ә Туймазы районында еңеүсе ауылға мәҙәниәт йортон ремонтлау өсөн 300 мең һум бүләләр.

Конкурс сиктәрендә һәм Айыҡлыҡ көнөнә ҡарата Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолдо. Республика халҡы 10-11 сентябрҙә, 10-11 декабрҙә психотерапевтарға, нарколог һәм психологтарға бушлай мөрәжәғәт итә алды.

Конкурсты ойоштороусылар- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Уртаҡлашыу