ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡортостандың иң яҡшы блогерҙарының исемдәре билдәле булды

17 декабрь 2020, 20:27

Өфөлә «Bash Insta 2020» премияһына йомғаҡ яһалды, унда Башҡортостандың иң яҡшы блогерҙары бүләкләнде.

Тауыш биреү 3 декабрҙән 14-нә тиклем барҙы. «Bash Insta 2020» аккаунтында иң күп лайк йыйған блогерҙар еңеүсе тип иғлан ителде. Ойоштороусылар фекеренсә, премияға дәғүә иткән блогерҙар халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләр һәм аудиторияның ышанысын яулап өлгөргән. Алтынай Вәлитовтың исеме был кисәлә йыш яңғыраны- ул 3 номинацияла еңеү яуланы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бүләктәрҙең береһен ул юмористик жанрҙа блог алып барған Фәнил Ҡарасуринға бирҙе. Төп ойоштороусыларҙың береһе — актриса һәм блогер Лилиә Дәүләтбаева.

Жюри составында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов та бар. Ринат Алтынай Вәлитовҡа «Йырлы хайп» номинацияһында премия статуэткаһын тапшырҙы. Шулай уҡ, Миләүшә Хәйбуллина, Zainetdin, Алтынай Вәлитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләктәр алды. Бынан тыш, конкурсты ойоштороусыларға ла бағыусылар ярҙамы күрһәтелде.

«Хәҙер бөтә йәштәрҙе бергә туплау һәм айырыуса башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һанлаштырыу, популярлаштырыу йүнәлешендә эшләү бик мөһим», — тине Ринат Рамазанов.
«Сара башҡорт контенты булдырыусыларҙы яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә. Премия номинанттары бынан ары сифатлыраҡ контент яһарбыҙ тип вәғәҙә бирҙе. Ошо конкурс өҫтөндә эшләгәндә, блогингта күп тармаҡтарҙың буш булыуын аңланыҡ, шуға күрә йәштәребеҙгә аудиторияңды табыу өсөн мөмкинлектәр күп»,— тип уртаҡлашты Лилиә Дәүләтбаева.

Киләһе йылда жюри дәғүәселәргә талапсаныраҡ булырға ниәтләй.

Уртаҡлашыу