ЯңылыҡтарVIВКББашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Ғәйнә башҡорттары телендә һөйләшәм», - ти Пермь һылыуҡайы Гүзәл Наҙарғолова

16 декабрь 2020, 15:57

Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетының дүртенсе курс студенты Гүзәл Назарғолова «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы асышы булды.Гүзәл вокал менән мауыға, үҙе йырҙар ижад итә, «Фортепиано» йүнәлеше буйынса музыка мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Киләсәктә ул мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә белгес булырға ниәтләнә, ләкин тамырҙары хаҡында оноторға йыйынмай.

— Гүзәл, «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында нисек ҡатнашырға ҡарар иттең?

— Барыһы ла ҡапыл килеп сыҡты. Конкурстың Пермдә үткән һайлап алыу турында ҡатнашырға үҙебеҙҙең башҡорт йәштәре ҡоролтайы саҡырҙы. Унда барғанымды әсәйемә лә әйтмәнем хатта. Беренсе этапта еңеп сығыуым уның өсөн көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәр булды. Конкурста ҡатнашыуымдың төп сәбәбе — яңылыҡ. Мин үҙем ҡыҙыҡһыныусан кеше, гел дә эҙләнәм, төрлө яңы йүнәлештәр ҡарап барам. Был бәйге лә минең өсөн бик яҡшы тәжрибә булды.

— Конкурстың Өфөлә үткән финалына әҙерләнгәндә ниндәй хис-тойғолар кисерҙең?

— Иң мөһиме — мин булдыра алам, тигән ышаныс уянды. Юғалып ҡалыу, үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡты еңергә генә кәрәк.

— Финалға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡтар булдымы?

Дөрөҫөн әйткәндә, бик ауыр булды — режим, көн дә репетициялар. Минең вокал һәм дикция яҡшы ине — мәктәптә «Көмөш ҡыңғырау» ансамблендә йырланым. Ә бына бейеү хәрәкәттәре өҫтөндә байтаҡ эшләргә тура килде, быға тиклем профессиональ бейеү менән шөғөлләнмәгәс, был миңә ят ине. Үксәле туфлиҙарҙа йөрөү ҙә бик ауырға төштө. Сәхнәлә үҙеңде күрһәтеү, актерлыҡ оҫталығы һәм телмәр дәрестәре яҡшы тәжрибә бирҙе.

Ыңғай яҡтарҙан үҙ-ара ярҙамлашыу, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булырға тырышыуҙы әйтеп китер инем. Мин үҙем ғәйнә башҡорттары телендә һөйләшәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, береһе лә ситләтмәне. Жюри алдында үҙем менән таныштырғанда ла туған телемдә һөйләнем, шуға күрә ҙур сәхнәлә сығыш яһау миңә ҡыйын булманы.

— Һеҙ өйҙә лә туған телегеҙҙә һөйләшәһегеҙме?

— Беҙҙең өйҙә әсәйем яғынан да, атайым яғынан да шәжәрә ағасы төҙөлгән, унда беҙҙең фамилия барлыҡҡа килгән Назарғол исемле кешегә тиклем мәғлүмәт тупланған. Атайым Рушан Ғабдулла улы, әсәйем Мөршиҙә Миңлеәхмәт ҡыҙы яғынан да тамырҙарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән, бындай иғтибарлылыҡҡа улар беҙҙе лә өйрәтә. Үҙ тамырҙарыңды белеү, ғаилә шәжәрәһен өйрәнеү һәм хөрмәтләү яҡшы һәм кәрәк.

— Гүзәл, һин үҙең йырҙар ҙа яҙаһың икән

— Минең өсөн ижад менән шөғөлләнеү күберәк хобби. Икенсе курста уҡ яҙа башлаған инем һәм бына икенсе йыл инде буш ваҡытымдың бер өлөшөн ижадҡа бағышлайым. Быйыл «Йәшлек-шоу — 2020» фестиваленең һайлап алыу турында ла ҡатнашып ҡараным. Үҙемдең потенциалымды тоям һәм был мауығыуҙы артабан да ташламаҫмын, тип уйлайым.

— Хәҙер һин «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе. Киләсәккә пландарың ниндәй?

— Иң тәүҙә юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙемә ҡыҙыҡлы өлкәлә эшкә урынлашырға. Әммә был ниндәйҙер бер генә ҡаҙанда ҡайнау тигәнде аңлатмай. Ижад менән шөғөлләнәсәкмен, артабан да ғәйнә башҡорттарының тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен өйрәнергә уйлайым. Кем белә, бәлки Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла булып китермен.

— Ни тиһәң дә, донъя матур. Кемгә рәхмәтлеһең?

— «Һылыуҡай-2020» конкурсы дауамында дәртләндереп, ярҙам итеп торғандары һәм финалда минең өсөн тауыш биргәндәре өсөн тәү сиратта үҙ ата-әсәмә, туғандарыма һәм яҡындарыма рәхмәт әйткем килә. Ғаилә һәм дуҫтар — улар һәр ваҡыт терәк, артабан үҫешеү, камиллашыуҙың нигеҙе.

Әлбиттә, конкурсты ойоштороусыларҙың һәммәһенә лә, финалда материалдар менән ярҙам иткән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайына, шулай уҡ Өфө ҡалаһында бәйгенең финалын ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм.


Уртаҡлашыу