ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡоролтай журналистарҙы бүләкләне

15 декабрь 2020, 18:18

Башҡорт теле йылының сараларын ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа журналистарҙың һәм блогерҙарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыл дауамында әүҙем эшләгән журналистарҙы билдәләп үтте. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев тәбрикләне. Уның билдәләүенсә, был сара- журналистарға көндәлек эше, Башҡорт теле йылына иғтибары өсөн рәхмәт әйтеү мөмкинлеге.

Киң мәғлүмәт сараларында башҡорт теленең бәҫен күтәргән, телде һаҡлау һәм ғилми өйрәнеү эшмәкәрлеген ҡеүәтләгән материалдар әҙерләгәндәре өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуы редакцияһы алып барыусыһы Гөлнара Муллаҡаева, “Башфинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаева, “Башҡортостан ҡыҙы” журналисы Гөлнур Ишбулатова, “Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар бүлеге (етәксеһе Зөһрә Арсаева), “Ватандаш ” журналы редакцияһы (етәксеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева), Баймаҡ районының “Һаҡмар” ижтимағи-сәйәси газетаһы редакцияһы (етәксеһе Гүзәл Салихова- Иҫәнгилдина), Силәбе өлкәһенең «Уралым» киң мәғлүмәт саралары проекты авторы Нурия Иҡсанова билдәләнде.


25 йыл элек Ҡоролтайҙың баҫма органы булараҡ барлыҡҡа килгән "Ватандаш" журналы ла телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп көс һала.

“Дәүләт кимәлендә Башҡорт теле көнөн билдәләү - бик әһәмиәтле ваҡиға. Тотош йылды туған телебеҙ билдәһе аҫтында үткәреү, ай һайын уға арналған саралар үткәреү шулай ук бик күркәм күренеш. Һәр хәлдә республика тарихында был беренсе тапҡыр. Бер нисә йыл элек БСТ телеканалында бер көндө башҡорт теленә арнағайнык. Ул ваҡытта беҙ бөгөнгө кимәлде күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Шуға күрә, шөкөр тип әйтергә кәрәк, башҡорт теленә иғтибар йылдан-йыл көсәйә, уға яңы заманса ҡараш барлыҡҡа килә, ҡулланыу даирәһе киңәйә. Республика етәкселәре рәсми сараларҙа башҡортса сығыш яһай. Был телебеҙҙе популярлаштырыу ҙа, таратыуҙа ҙур аҙым. Айырыуса Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы әүҙем эшләй, телде пропагандалауҙа яңынан - яңы алымдар уйлап таба, йәш быуынды йәлеп итә. 25 йыл элек Ҡоролтайҙың баҫма органы булараҡ барлыҡҡа килгән "Ватандаш" журналы ла телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп көс һала: баҫмабыҙҙа "Тел ғилеме" тигән махсус рубрика бар. Беҙ унда көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрәбеҙ, фекер алышабыҙ. Башҡорт телен йомғаҡлау сараһы сиктәрендә Ҡоролтайҙың дипломына лайыҡ булыу беҙҙең Ҡоролтай менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүебеҙ һәм был йүнәлештә матур һөҙөмтәләргә ирешеүебеҙ тураһында һөйләй. Ҡоролтайға беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе баһалаған өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә иҫәп тотабыҙ”, -ти “Ватандаш ” журналы баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Район баҫмалары араһында Башҡорт теле йылы сиктәрендә иң әүҙем эшләгәне Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите булып сыҡты.

«"Һаҡмар" гәзитендә башҡорт телен үҫтереүгә, әсә теленән белем биреүселәргә, ошо йүнәлештәге эштәргә һәр саҡ иғтибар бирелә. Быйыл Башҡорт теле йылы айырыуса йәнле үтте. Махсус конкурстар иғлан ителде, гәзит уҡыусылар башҡорт теленә арналған мәҡәләләре, шиғырҙары менән гәзиттең эстәлеген байытты. Журналистар тарафынан дәүләт телендәге алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу буйынса махсус рейдтар үткәрелде. Башҡорт теле йылында донъя күргән махсус биттәр артабан да "Һаҡмар" гәзитен даими биҙәйәсәк», - ти мөхәррир Гүзәл Салихова (Иҫәнгилдина).

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы проекттарына арналған махсус сығарылыш аҙна һайын эфирға сыға. Унан тыш та, был тапшырыуҙа башҡорт халҡы тарихы, мәҙәниәтенә бәйле фәһемле әңгәмәләр йыш әҙерләнә. Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткән саралар ҙа алып барыусы Гөлнара Муллаҡаева һәм бар редакцияның иғтибарынан ситтә ҡалманы.

“Матур, күркәм башҡорт теле байрамы булды. Телебеҙҙең киләсәге бөгөнгөнән тора - заманға ярашлы, йәштәрҙең ихтыяжына яуап бирерҙәй проекттар булыуы ҡыуандыра. Милләтәштәребеҙҙе ойошторған, берләштергән, кимәлен күтәргән саралар күберәк булһын ине. Саранан тағы ла дәртләнеп ҡайттыҡ. Ҙур рәхмәт!”- ти “Бәхетнамә” тапшырыуы алып барыусыһы Гөлнара Муллаҡаева.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләгән блогерҙарҙы ла тәбрикләне. Башҡортса Википедияның активисы, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө етәксеһе, журналист, яҙыусы, Башҡорт Википедияһы активисы Гүзәл Ситдиҡова һәм тарихсы, TARIHLIVE сәхифәһе авторы Илдар Мәмбәтҡолов та дипломдар менән бүләкләнде.

«Башҡорт теле йылы» проекты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Уртаҡлашыу