ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт тарихы йылы

14 декабрь 2020, 20:45

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны.

Был хаҡта киңәйтелгән ултырышта комиссия рәйесе Азат Ярмуллин һөйләне. Комиссия Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыу һәм академик, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Н.А. Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата "Өфө-II ҡаласығы" музей комплексын асырға тәҡдим итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты комиссиялары рәйестәре киңәйтелгән ултырышта 2020 йылдағы эш йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм киләһе йылға пландар менән таныштырҙы.

Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева коллегалары тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Комиссия ағзалары фекеренсә, заманса ысынбарлыҡ һәм стандарттарҙы иҫәпкә алып, кадрҙар әҙерләү йүнәлеше буйынса "Журналистика һәм мәғлүмәт" ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларын булдырыу: шул иҫәптән гранттар нигеҙендә киң мәғлүмәт сараларының йәш хеҙмәткәрҙәре өсөн программаһын булдырыу кәрәк.

Комиссия рәйесе урынбаҫары Булат Йосопов билдәләүенсә, башҡорт телендәге кинофильмдар тулыһынса дәүләт тарафынан финансланырға тейеш.

Башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм министрлыҡтар етәкселәре ҡатнашты.

Уртаҡлашыу