ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Сәләм, дуҫ!»

10 декабрь 2020, 14:33

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар,

Йөрәгемдә ерҙең нуры бар,

Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,

Шуға минең әйтер һүҙем бар!..

К. Кинйәбулатова

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Байрам датаһы уҙған йыл Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Указы менән рәсми раҫланды. Был көндө мәҙәни, белем усаҡтарында, телевидение, радио каналдарҙа Башҡорт теленә арналған төрлө саралар ойоштороласаҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла был мәртәбәле саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Уҙған йыл артистарыбыҙ башҡаланың төрлө майҙандарында үткән концерттарҙа, акцияларҙа ҡатнашһа, быйыл беҙ тамашасыларҙы үҙ залыбыҙға йыймаҡсыбыҙ.

Телдең матурлығы, илаһилығы йыр аша һәр кешенең күңеленә үтеп инә. Юҡҡамы ни әсәйҙәребеҙ беҙҙе сабый саҡта бишек йыры йырлап йоҡлатҡан, өләсәй-олатайҙарыбыҙ төрлө һамаҡтар менән яратҡан... Шуға ла филармониябыҙ артистары башҡорт теленең бар гүзәллеген йыр аша еткермәксе. Тамашала йылдар дауамында үҙ ижадында телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы йырсыларыбыҙ һәм йәш солистарыбыҙ Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) менән берлектә сығыш яһаясаҡ.

«Тел, ил, халыҡ яҙмышына битараф кеше сәхнәғә сығып һүҙ йөрөтә алмай. Телде һаҡлап ҡалыуҙа, йәғни илде һаҡлап ҡалыуҙа иң яуаплы бурыс — беҙҙең иңдәрҙә. Филармониябыҙҙа телдең ҡәҙерен, бәҫен, матурлығын белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ижад итә. Бөгөн сәскән изге орлоҡтар шытып сығыр, емештәрен бирер тип уйлайым»,— тине Сулпан Асҡарова, тамашаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Туған тел — ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Туған теле барҙың — туған рухы бар.

Уртаҡлашыу