VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Владимир Путин Наилә Ғәләүетдиноваға маҡтаулы исем бирҙе

8 декабрь 2020, 16:59

Билдәле диктор Наилә Ғәләүетдинова мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Наилә Ғәләүетдинова

Уның ижади карьераһы 1962 йылда юл ала — Өфө сәнғәт училищеһының 16 йәшлек студенты, башҡорт телен яҡшы белгән сағыу һылыуҡай республика радиоһы һәм телевидениеһы тапшырыуҙарында даими ҡатнаша башлай. «Рәсәй радиоһы — Башҡортостан» архивында 1962 йылғы радиопьесаның уникаль яҙмаһы һаҡлана. Унда Наилә Ғәләүетдинованың, ул ваҡытта Фазылова, йәш тауышы яңғырай. 1979 йылда ул Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында диктор оҫталығы курсын тамамлай. Оҙаҡ йылдар һөнәри байрамдарға, яңы йыл теле- һәм радиоконцерттарына арналған тапшырыуҙар, телевизор ҡараусылар һәм радиотыңлаусылар менән осрашыуҙар алып барҙы. «Рәсәй радиоһы Башҡортостан» республика фондының күпселек өлөшө Наилә Ғәләүетдинованың ҡабатланмаҫ тауышын һаҡлай. Белеме буйынса актриса булараҡ ул художестволы тасуири уҡыу алымдарын бик яҡшы белә, төрлө характерҙағы һәм ҡатмарлыҡтағы текстарҙы аңлайышлы итеп еткерә.

Наилә Ғәләүетдинованы бүләкләү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 7 декабрендә ҡул ҡуйҙы.

Уртаҡлашыу