|
![]() Яңылыҡтар
Башҡорт әҙәбиәте ынйылары һәр кемгә лә яҡынБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағымдағы йылда Ҡурған, Пермь, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Үзбәкстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен уҙғарҙы. Программа сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәлдәрҙә республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт әҙәбиәтенең әҫәрҙәрен интернет аша ла уҡыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр ителде. Ысынлап та, Башҡортостандың Милли китапханаһы башҡорт телле мөхиттән йыраҡ булған милләттәштәребеҙгә, туған телдәге әҙәбиәттән өҙөлмәҫ өсөн һәм уның сағыу әҫәрҙәрен киләсәк быуынға ла еткерер өсөн, бар шарттар ҙа булдырған. Был учреждение нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы эшләп килә. Унда этнография йүнәлешендәге бихисап материалдар, башҡорт халҡының мираҫына ҡараған документтарҙың электрон күсермәләре һаҡлана. «Башкирика» тип аталған бүлектә Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре, тарих, сәнғәт, ауыҙ-тел ижады, тел, йолалар буйынса ғилми материалдар тупланған. Юбилейҙар һәм иҫтәлекле даталарға ҡарата мәшһүр яҙыусылар һәм шағирҙарға арналған махсус коллекциялар булдырыла. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шиғиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, «Мостай Кәрим», тип исемләнгән тулы текстлы электрон тупланма әҙерләнде. Унда авторҙың рус, башҡорт һәм башҡа телдәрҙә баҫтырылған 150-нән ашыу китабы инде. Электрон китапханала материалдарҙы кеҫә телефондары һәм планшеттар аша ла ҡарау мөмкинлеге бар. Уңайлыраҡ булһын өсөн, электрон баҫманы уҡығанда тулы экранлы режим, биттәрҙе әйләндереү, хәрефтәрҙе эреләтеү, документ буйынса эҙләү мөмкинлеге булдырылған. Милли китапхана сайтының «Мультимедиа» бүлегендә «Башҡортостан» киностудия тарафынан төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдарҙы, балалар өсөн таҫмаларҙы башҡорт һәм рус телендә ҡарарға була. Бында, мәҫәлән, Салауат Юлаев, Мифтәхетдин Аҡмулла кеүек тарихи шәхестәр хаҡындағы фильмдар бар. Аудио-йыйынтыҡтарҙа Башҡортостандың данлыҡлы композиторҙарының цифрлы яҙмалары һаҡлана. |