ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Силәбе өлкәһендә

2 декабрь 2020, 17:56

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашлығында төрлө саралар үтә.

3 декабрь 19.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе ата-әсәләре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәренең онлайн-осрашыуы башлана. Уның барышында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары, Силәбе өлкәһенең ата-әсәләр комитетын булдырыу ҡарала, ата-әсәләр менән диалог ойошторола.

4 декабрь 11.00 — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн «Бизнес-ҡоролтай». Онлайн осрашыуҙа башҡорт бизнесын, башҡорт брендтарын үҫтереү, туристик маршруттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелә, «Урал легендалары» этнополисы фильмы презентацияһы үтә, «Яҡут күле» һауыҡтырыу комплексы проекты ҡарала.

15.00 — Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары һәм етәкселәренең Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары вәкилдәре менән онлайн-осрашыу. Дискуссия майҙаны форматында үтәсәк сараның төп маҡсаттары — Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлеген анализлау; төбәк башҡорттарының этно-мәҙәни үҫешендә килеп сыҡҡан проблемаларҙы аныҡлау; башҡорт телен уҡытыу, һаҡлау һәм үҫтереүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса ике төбәктең дәүләт органдары хеҙмәттәшлеген яйға һалыу юлдарын эҙләү.

Саралар Zoom платформаһы аша ойошторола, ҡатнашыу өсөн һылтанма таратыласаҡ.

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында үтә.

Ойоштороусылар:

— «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе;

— Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы;

— Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге;

— «Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы;

— «Башҡорт ойошмалары ассоциацияһы» социаль-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының Силәбе өлкә союзы.

Уртаҡлашыу