ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Әбйәлил районының иң айыҡ ауылы асыҡланды

30 ноябрь 2020, 14:57

Әбйәлил районында «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының муниципаль этабында 16 ауыл ҡатнашты. Быйыл беренселекте Таштимер ауылы яуланы.

2-се, 3-сө урындарҙы Рысҡужа һәм Ҡушый ауылдары бүлеште. Әүҙем ҡатнашҡан башҡа ауылдар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы: 5 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде.

«Хәҙер инде ауылыбыҙҙың исемен республика кимәлендә күтәрергә тейешбеҙ. Башҡарған барлыҡ эштәребеҙ, сараларыбыҙ, берҙәм, әүҙем, тырыш һәм ныҡыш булыуыбыҙ бушҡа булманы — былар беҙҙе районда еңеүсе итеп танытты. Бында ауыл активының ғына түгел, һәр ауыл кешеһенең индергән өлөшө ҙур. Йорт-ҡураһын, ихатаһын төҙөк, матур итеп тотамы, гөрләтеп, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп донъя көтәме, ауылда уҙғарылған сараларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашамы, матди ярҙам ҡулы һуҙамы- былар барыһы ла ауылыбыҙҙың ыңғай күрһәткесе, уның ысын йөҙө»,-ти ауыл депутаты Илүзә Ғәйнуллина.

Район этабын йомғаҡлау сараһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин ҡатнашты.

Уртаҡлашыу