|
![]() Яңылыҡтар
Әбйәлил районының иң айыҡ ауылы асыҡландыӘбйәлил районында «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының муниципаль этабында 16 ауыл ҡатнашты. Быйыл беренселекте Таштимер ауылы яуланы. 2-се, 3-сө урындарҙы Рысҡужа һәм Ҡушый ауылдары бүлеште. Әүҙем ҡатнашҡан башҡа ауылдар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы: 5 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде. «Хәҙер инде ауылыбыҙҙың исемен республика кимәлендә күтәрергә тейешбеҙ. Башҡарған барлыҡ эштәребеҙ, сараларыбыҙ, берҙәм, әүҙем, тырыш һәм ныҡыш булыуыбыҙ бушҡа булманы — былар беҙҙе районда еңеүсе итеп танытты. Бында ауыл активының ғына түгел, һәр ауыл кешеһенең индергән өлөшө ҙур. Йорт-ҡураһын, ихатаһын төҙөк, матур итеп тотамы, гөрләтеп, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп донъя көтәме, ауылда уҙғарылған сараларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашамы, матди ярҙам ҡулы һуҙамы- былар барыһы ла ауылыбыҙҙың ыңғай күрһәткесе, уның ысын йөҙө»,-ти ауыл депутаты Илүзә Ғәйнуллина. Район этабын йомғаҡлау сараһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин ҡатнашты. |