ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Краснокама районында шайморатовсылар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла

21 ноябрь 2020, 17:03

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыласаҡ. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙары икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән. Хәнәфи Нурғәлиев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ мәктәп бинаһына ҡуйыла. 2020 йылдың апреленән белем усағы уның исемен йөрөтә.

Хәнәфи Нурғәли улы Нурғәлиев 1913 йылда тыуған. Һуңғараҡ ғаиләләре Краснокама районының Урал ауылына күсә. Хәнәфи Нурғәли улы тураһында «Халыҡ хәтере» сайтында мәғлүмәт бар.

Капитан Нурғәлиев 1942 йылдың 28 ноябрендә алышта алған ауыр яраларынан вафат булған.


«Яҡындары һәм ауылдаштары хәтерләүенсә, ул тәртипле, аҡыллы кеше булған. Үҙе бик сибәр ине, тиҙәр. Олатайым уның турала ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй торғайны. Беҙ уның тураһында әсәйҙең, олатайҙың һөйләүенән беләбеҙ. Ростов өлкәһенең Обливский районы Ҡыҙыл ауылында ерләнгән, барып ҡәберен күреп ҡайтҡым килә»,— тип һөйләне туғаны Гөлнур Ғәйнетдинова.

Обливский районы ерҙәрендә данлыҡлы дивизия яугирҙарының ҡаны күп ҡойолған. Обливский станцияһы - Сталинградта торған Паулюс төркөмөн хәрби техника, ҡорал, боеприпас һәм башҡа матди саралар менән тәьмин итеп тороусы ҙур тимер юл станцияһы, шуға күрә, стратегик әһәмиәткә эйә булараҡ, был пунктты немецтар оҙаҡ оборонаға әҙерләгән. Тап ошонда 1942 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында башҡорт атлылары немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан булған капитан Хәнәфи Нурғәлиев батырҙарса һәләк була.

Әхмәтхужа Әхмәҙуллин дивизия байраҡсыһы була.


«Дивизияла Әхмәтхужа Әхмәҙуллинды белмәгән бер һалдат йә командир юҡ ине. Уның исеме дивизияның йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте»,— дивизияның политотдел етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадиров хәтирәләрендә шулай яҙған.

Дивизияға килгәнсе үк, уның күкрәген Ҡыҙыл байраҡ ордены биҙәй. Уны граждандар һуғышы ваҡытында батырлығы өсөн ала: 20-се йылдар аҙағында баҫмасыларҙы ҡыйратҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин СССР Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты була. Ул колхоз рәйесе булып эшләгәндә, хужалыҡ Краснокама районында алдынғылар рәтенә сыға, шуға халыҡ уны бик хөрмәт итә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, уны Шайморатов дивизияһына ебәрәләр.

«Уны үҙ теләге буйынса 2-се полктың пулемет эскадронына тәғәйенләйҙәр. «Пулемет - минең хәрби дуҫым, беҙ уның менән күп гитлерсыны юҡ итербеҙ»,- тип ҡабатларға ярата ул. Тиҙҙән уны эскадрондың коммунистары партия ойошмаһы секретары итеп һайланы»,— тип яҙа яҙыусы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә.

Олым йылғаһы буйҙарында барған тәүге алышта уҡ Әхмәтхужа батырлыҡ күрһәтә. Үҙенең «максим» пулеметы менән 29 дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Командирҙары ҡамауҙа ҡалғанда, ике тапҡыр иптәштәрен атакаға күтәрә. Дивизия Донбасста тәрән рейдта булғанда, Әхмәҙуллин дивизияның байраҡсыһы итеп тәғәйенләнә. Иң ауыр, хәүефле ваҡытта ла ул байраҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай.

1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт биштә дивизия яугирҙары дошман тылынан сығыу өсөн үлемесле көрәш алып бара. Киҫкен минуттарҙа иң алда байраҡсы Әхмәҙуллин яугирҙарҙы: «Алға, иптәштәр! Тыуған ил өсөн, туғандар өсөн, балалар өсөн алға!» - тип еңеүгә әйҙәй.

«Уның алты балаһы була. Атаһы фронтҡа киткәндә иң өлкәне –Фәниә апайға 10 йәш, ә кинйәләре Альбертҡа барлығы 18 көн генә булған. Нисек кенә ауыр булһа ла, барыһы аяҡҡа баҫып, кеше булып китте. Бөгөн уның ейәнсәре арабыҙҙан китте, ул мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһын бик күрергә теләгән ине. Был хаҡта беҙ бөтәбеҙ ҙә хыялландыҡ. Олатайымдың батырлығы онотолмаҫҡа, башҡа геройҙарыбыҙ ҙа һәр саҡ хәтерҙә булырға тейеш»,— ти туғаны Рәмзиә Әхмәҙуллина.

Башҡорт халҡының ҡаһарман улы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә был алышта һәләк була.

Ул Луганск өлкәһендә туғандаштар ҡәберенә ерләнгән.

Әхмәтхужа Әхмәҙуллинға мемориаль таҡтаташ мәҙәниәт йорто бинаһына ҡуйыла. 1 декабрҙә Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында үтәсәк тантаналы сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Хәнәфи Нурғәлиевтың менән Әхмәтхужа Әхмәҙуллиндың яҡындары һәм туғандары йыйыласаҡ.

Геройҙарҙың тормош юлдарын һәм хәрби биографияһын ентекләп өйрәнергә кәрәк, улар тураһында тыуған ауылдарында ғына түгел, бөтә Башҡортостан белергә тейеш, тигән фекерҙә тарихсылар.

Уртаҡлашыу