|
![]() Яңылыҡтар
«Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалының яңы лауреаттарыБашҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Пермь крайының йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының наградалары менән бүләкләнде. Әүҙем хеҙмәт, Пермь крайында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү шарттарын булдырғандары өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына 3 кеше лайыҡ булды. Улар – Пермь районы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Зәмирә Ғәбделбәрова, Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүләкәева, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рушан Шәрипов. «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Барҙа районы башкорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Сәриә Ураҙбаева, Пермь районы Башҡултай ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәил Сәйҙәшев, Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлиә Сафина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереү һәм тергеҙеү эшендә әүҙем ҡатнашыу, урындағы ҡоролтайҙың эшен яйға һалыу өсөн активистар бүләкләнә. Наградаларҙы беҙ Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа ҡалдырып китәбеҙ. Әмәле булғас та, ул тейешле кешеләргә барып етер. Һәр бүләкләнеүсегә беҙ шулай уҡ “Башҡорттар” китабын да тапшырабыҙ. Милләттәштәребеҙгә башҡорт теле һәм мәҙәниәтен яҡлағаны өсөн рәхмәтлебеҙ», - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова. |