ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Барҙа башҡорттарының түбәтәйе Рәсәй матди булмаған мираҫ федераль каталогына индереләсәк

14 ноябрь 2020, 13:40

Пермь крайында “Урал башҡорттары Пермь крайының мәҙәни байлығында” онлайн –түңәрәк өҫтәл үтте.

Сара Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә уҙа һәм Ғәйнә ырыуы этнографияһына, Пермь крайы башҡорттарының тарихы, үҫеш перспективалары темаһына арнала.

Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Пермь фәнни үҙәгенең тарих, археология һәм этнография бүлеге этнологик тикшеренеүҙәр секторы мөдире, тарих фәндәре докторы Александр Черных түңәрәк өҫтәлдә Пермь башҡорттарының этник мәҙәниәте үҙенсәлектәре буйынса сығыш яһаны.

«Пермь крайы башҡорттары үҫешенең үҙенсәлеге- уларҙың “утрау” айырымлылығында. Ошондай йәшәү рәүеше Барҙа башҡорттарына матди һәм рухи мәҙәниәтенең архаик сифаттарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән. Улар -башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҡулланырға тейешле мираҫ. Пермь крайы башҡорттарының үҙ “төньяҡ холҡо” бар, ул был ерҙәрҙең климат үҙенсәлектәренә ярашлы барлыҡҡа килгән һәм йолаларға йоғонто яһаған. Ошондай йолаларҙың береһе- таҫтамалдарҙа ғәйнә йә барҙа биҙәге йәки үҙенсәлекле түбәтәйҙәр сигеү технологияһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Пермь фәнни үҙәге тарих, археология һәм этнография бүлеге әле ошо кейем өлгөһөн Матди булмаған мираҫ федераль каталогына индереү өҫтөндә эшләй»,- тине тарих фәндәре докторы Александр Черных.

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә ғәйнә башҡорто Туҡтамыш Ижбулатовҡа һәйкәл асылды. Ғалим түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға Сергей Иванович Руденко исемен дә мәңгеләштерергә тәҡдим индерҙе. Ул- оҙаҡ йылдар Пермь крайында йәшәгән этнограф һәм башҡорт этнографияһы буйынса мәртәбәле фәнни хеҙмәттәр яҙған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был тәҡдимде хупланы.

Уртаҡлашыу