ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Һамар өлкәһе башҡорттарының «Ырғыҙ» газетаһы баш мөхәррире Сәлимә Игенбәтова-Краснова арабыҙҙан китте

10 ноябрь 2020, 21:37

Һамар өлкәһе башҡорттарының арҙаҡлы вәкиле, шағирә, «Ырғыҙ» газетаһы, «Беҙ-башҡорттар» журналы баш мәхәррире Сәлимә Басир ҡыҙы Игенбәтова-Краснова вафат булды.

Ырымбур өлкәһенең бәләкәй генә Яйыҡ исемле башҡорт ауылында күп балалы ябай ғаиләлә тыуып үҫә ул. Ырымбур педагогия училищеһында, Мәскәү сауҙа институтында белем ала. Яҙмыш еле уны Һамар өлкәһенә алып килә.

Йәштән илһөйәрлек рухында тәрбиә¬ләнгән Сәлимә Басир ҡыҙын олоғайған һайын милләт, әсә теле яҙмышы нығыраҡ борсой башлай. Һамарҙа һәм өлкәбеҙҙә башҡорт ҡоролтайы ойошторолғас, ул ойошманың әүҙем ағзаһына әйләнә.

Һамар өлкәһендә башҡортса нәшер ителгән «Ырғыҙ» һәм башҡа гәзиттәргә башта матди йәһәттән, шулай уҡ файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә. Ә инде 2002 йылда ул "Ырғыҙ«ҙың баш мөхәррире вазифаһын үҙ өҫтөнә ала. Нәҡ ошо осорҙан Сәлимә ханым, өлкә башҡорт гәзитенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе сифатында, уны ҡыҙыҡлы, эстәлекле итеүгә, тиражды арттырыуға бар көсөн һала.

2007 йылда Сәлимә Басир ҡыҙының тәҡдиме буйынса «Беҙ — башҡорттар» журналы ла баҫыла башлай. Һамар өлкәһе башҡорттарының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡтыртҡан, танылған шәхес¬тәрҙең тормошо тураһында һөйләгән был баҫманы етәкләргә лә көс һәм ваҡыт таба ул.

Сәлимә ханым милләттәштәренә шағирә булараҡ та таныш. Үҙенең тормошо, кеше яҙмыштары тураһында уйланыуҙар, тыуған яғы, милләте яҙмышын ҡайғыртыуҙар менән һуғарылған бер нисә шиғри йыйынтығы бар, балалар өсөн баҫтырылғаны ла үҙ уҡыусыһын тапты. Сәлимә Басир ҡыҙы һәр саҡ халҡы өсөн янып-көйөп йәшәне, милләтенә тоғро хеҙмәт итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.

Уртаҡлашыу