VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Владимир өлкәһе башҡорттары балалар йортондағы кескәйҙәргә байрам эшләне

3 ноябрь 2020, 12:31

Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Собинка ҡалаһындағы балалар йортона күстәнәстәр алып барҙы. Улар алдан аҡса йыйып, тәмлекәстәр һатып алған.

Ҡоролтайҙың әүҙем ағзаһы Альбина Вәлитованың тәҡдимен бөтәһе лә дәррәү күтәреп ала. 20 балаға бүләк әҙерләнгән. Халыҡ берҙәмлеге көнө уңайынан кескәйҙәр өсөн ысын байрам булды. Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина әйтеүенсә, был балалар йортона улар даими йөрөргә ниәтләй. Киләһе осрашыуҙа Лиана уҡыусыларға башҡорт биҙәктәре менән семәрләнгән беләҙектәр эшләргә өйрәтмәксе.

«Башҡорт милли бәлеше -гөбәҙиәләр бешереп алып барырға уйлайым. Оҫталыҡ дәресенән һуң балалар менән сәй эсеп, туйғансы һөйләшеп ултырырға ине. Балалар янына килгән һайын, күңелгә йылы булып китә. Бәләкәстәрҙе ҡыуандырып, үҙең дә бәхеткә тулғандай булаһың», — ти Лиана Әхмәтшина.
Уртаҡлашыу