ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Рөстәм Нурыевтың башҡорт вики-мәктәбе

2 ноябрь 2020, 14:34

Интернет менән файҙаланған һәр кеше лә «Википедияның» нимә икәнен беләлер. Ул ирекле рәүештә тулыланған интернет-энциклопедия, көн һайын ул миллионлаған кешенең ҡыҙыҡһыныуын ҡандырып, бөтә йүнәлештәге мәғлүмәт бирә.

«Википедияның» башҡорт телендәге өлөшө лә көндән-көн тулылана килә. Унда башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Башҡортостандың географияһы, билдәле шәхестәре хаҡында ғына түгел, дөйөм кешелектең мәғлүмәти даирәһенән дә мәҡәләләр баҫтырыла.

Башҡорт телендәге вики-хәрәкәттең башында тороусы Рөстәм Нурыев был йүнәлештә бына инде 15 йыл эшләй. Башҡорт телендәге «Википедия» сайтының өлөшөн тағы ла тулыландырыр өсөн, вики-хәрәкәтте әүҙемләштерер өсөн, ул онлайн вики-мәктәп ойоштора.

«Яңы ҡатнашыусылар әҙерләү, ирекмәндәр йәлеп итеү, уларҙы мөхәррир оҫталығына өйрәтеү һәр саҡ Викимедиа хәрәкәтенең төп йүнәлештәренең береһе ине. Бының өсөн квалификация үҙәктәре һәм мәктәптәр булдырыу зарур. Минең ошондай мәктәпкә уҡыусылар ҡабул итеү башланды, бер-нисә атаҡлы ғалим да яҙылды»,— тип хәбәр итте Башҡорт Википедияһы администраторы, Рус Википедияһы мөхәррире, вики-премиялар лауреаты Рөстәм Нурыев.

Википедияла эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре 20 сәғәтлек курстан ғибәрәт. Улар Zoom ҡушымтаһында үткәрелә. Дәрескә яҙылыу өсөн Рөстәм Нурыевтың үҙенә шәхси хәбәр юллау ҙа етә (ВК: https://vk.com/rnuriev1, Facebook: https://www.facebook.com/rustam.nuryev.7/)

Уртаҡлашыу