|
![]() Яңылыҡтар
Рөстәм Нурыевтың башҡорт вики-мәктәбеИнтернет менән файҙаланған һәр кеше лә «Википедияның» нимә икәнен беләлер. Ул ирекле рәүештә тулыланған интернет-энциклопедия, көн һайын ул миллионлаған кешенең ҡыҙыҡһыныуын ҡандырып, бөтә йүнәлештәге мәғлүмәт бирә. «Википедияның» башҡорт телендәге өлөшө лә көндән-көн тулылана килә. Унда башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Башҡортостандың географияһы, билдәле шәхестәре хаҡында ғына түгел, дөйөм кешелектең мәғлүмәти даирәһенән дә мәҡәләләр баҫтырыла. Башҡорт телендәге вики-хәрәкәттең башында тороусы Рөстәм Нурыев был йүнәлештә бына инде 15 йыл эшләй. Башҡорт телендәге «Википедия» сайтының өлөшөн тағы ла тулыландырыр өсөн, вики-хәрәкәтте әүҙемләштерер өсөн, ул онлайн вики-мәктәп ойоштора. «Яңы ҡатнашыусылар әҙерләү, ирекмәндәр йәлеп итеү, уларҙы мөхәррир оҫталығына өйрәтеү һәр саҡ Викимедиа хәрәкәтенең төп йүнәлештәренең береһе ине. Бының өсөн квалификация үҙәктәре һәм мәктәптәр булдырыу зарур. Минең ошондай мәктәпкә уҡыусылар ҡабул итеү башланды, бер-нисә атаҡлы ғалим да яҙылды»,— тип хәбәр итте Башҡорт Википедияһы администраторы, Рус Википедияһы мөхәррире, вики-премиялар лауреаты Рөстәм Нурыев. Википедияла эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре 20 сәғәтлек курстан ғибәрәт. Улар Zoom ҡушымтаһында үткәрелә. Дәрескә яҙылыу өсөн Рөстәм Нурыевтың үҙенә шәхси хәбәр юллау ҙа етә (ВК: https://vk.com/rnuriev1, Facebook: https://www.facebook.com/rustam.nuryev.7/) |