ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Уникаль Ҡужан ҡарағастары — Башҡортостаныбыҙҙың байлығы

1 ноябрь 2020, 15:49

Әлеге ваҡытта бөтә йәмәғәтселек Мәскәү дәүләт университеты ғалимдарының уникаль ағастарҙы ҡотҡарыу мөмкинлегенә яуап көтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡужан ҡарағастары вәхшиҙәрсә бысылыуы билдәле булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, донъяла бындай ағастар 20-гә яҡын иҫәпләнә, шуларҙың 11 Әбйәлил районы Ҡужан ауылы янында.

«Әле ағастар үҙ ауырлығынан елдә аумаҫлыҡ итеп нығытыла. Был хәлгә район ғына түгел бөтә республика борсола. Быуаттар буйына үҫкән был уникаль ҡарағастарҙы беҙ мотлаҡ ҡотҡарырға тейеш. Әлеге мәлдә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарамағындағы районды үҫтереү буйынса йәмәғәт советы урындағы экоактивистар менән берлектә эшләйҙәр», — тип һөйләй Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин.

Ҡужан ҡарағастары тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Ағастарҙың йәше 400 йыл самаһы. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Клара Абдуллина ҡурсалай, тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын да ул юллаған. Клара Абдуллина әйтеүенсә, был ҡарағастарҙан көс һәм энергия алыу өсөн, улар тирәһендә яланаяҡ йөрөргә кәрәк.

«Республиканың норматив законына ярашлы рәүештә, ағастарға килтерелгән зыян баһалана һәм штраф билдәләнә. Рәсәй енәйәт кодексына ярашлы , урман ҡырҡыуҙан тәбиғәткә килтерелгән зыян суммаһы 5 меңдән артһа, зыян итеүселәрҙең эше енәйәт эшенә әүерелә һәм иркенән мәхрүм ителергә мөмкин. Әммә, был язалар эшлекле ағастар өсөн ҡулланыла. Был осраҡта, ҡарағастарҙың уникаль булыуын иҫәпкә алып, экологтар тәбиғәткә килтерелгән зыянды 5 меңдән күпкә артыҡ баһалаясаҡ», — тип һөйләй «Алтын стандарт» адвокаттар коллегияһы рәйесе Валентин Воронин.
Уртаҡлашыу