Флэшмоб

Башҡорт теле йылына арналған интернет-конкурстар

10 октябрь 2020, 17:01

«Әсәм теле — сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсы

Конкурста ҡатнашыусылар 2020 йылдың юбиляр шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Ш.Бабич, М.Ғафури, К.Кинйәбулатова, А.Игебаев, Ф.Туғыҙбаева, Ф.Акбулатова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын һайларға мөмкин. Конкурста 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша.

Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуя һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләй. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

Иҫкәрмә: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән ҡатнашыусылар яҙмаларын #ШиғриТел2 хештегы менән билдәләй.

Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә:

1) Башҡорт теле туған теле булғандар араһында

2) Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында

Видеояҙманың оҙонлоғо 3 минуттан артырға тейеш түгел.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә

• ҡатнашыусының исем-шәрифе

• уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға)

• әҫәр исеме, авторы

мотлаҡ яҙылырға тейеш.

«Матур донъя» видеояҙмалар конкурсы

йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста ҡатнашырға 14-30 йәштәгеләрҙе саҡырабыҙ.

Ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сәхифәлә (Бәйләнештә йә Инстаграмда) #МатурДонъя хештегы менән билдәләп, видеояҙма һалырға кәрәк. Роликта тыуған яғығыҙҙың матур урынын төшөрөгөҙ, сәфәрегеҙ тураһында тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.

Шарттары: тревел- видео жанрында оҙонлоғо 3 минуттан артмаған видеояҙма төшөрөрөгә һәм монтаж эшләргә. Роликта туристар өсөн ҡыҙыҡ булырлыҡ берәй матур урынды һүрәтләргә. Яҙма башҡорт телендә булырға тейеш.

Ижади фараз сикләнмәй: видеоны текст, слайд-шоу, тауыш эффекттары менән байытырға мөмкин. Жюри телмәр таҙалығы, мәғлүмәт тулылығы, юмор, видео сифаты, монтаж кимәле кеүек сифаттарға иғтибар итәсәк.

Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

«Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурсКонкурста ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙ мәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырыла.Йүнселдәргә үҙ эше, тауары тураһында реклама ролигы төшөрөп, социаль селтәрҙәге асыҡ сәхифәлә (Бәйләнештә йә Инстаграмда) #Тырыш хештегы менән билдәләргә кәрәк. Иң сағыу һәм үҙенсәлекле реклама төшөрөүселәргә роликтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Видеояҙма башҡорт телендә булырға һәм оҙонлоғо 1 минуттан артмаҫҡа тейеш. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

«Матур донъя», «Әсәм теле — сәсән теле», «Тырыш!» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтайҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.

Уртаҡлашыу