|
Яңылыҡтар
Әбйәлил районында донъяла иң оҙон мәмерйәләр системаларының береһе булыуы ихтималӘйбәлил районының Йәнгел ауылы янында быға тиклем билдәһеҙ булған тәбиғи ер аҫты туннеле табылған. Был асышты урындағы цемент заводы хеҙмәткәрҙәре карьерҙағы шартлатыу эштәре барышында яһаған. Соҡорҙоң килеп сығышын өйрәнер өсөн, карьерҙа бар эштәр ҙә туҡтатылған. Күрше-тирәләге ауылдарҙың өлкән йәштәге йәшәүселәре әйтеүенсә, карьерҙағы соҡор — киң таралған мәмерйәләр селтәренең бер осо ғына. Халыҡта йәшәгән фараздар буйынса, ул туннелдең бер яғында – Йәнгелдән 20 километр тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Селивановский ауылындағы Сыңрау соҡор. Әлеге ваҡытта Сыңрау соҡорға төшөп, уны өйрәнеү мөмкин түгел, сөнки 50-се йылдарҙан һуң уны Селивановка ауылы халҡы мал ерләү соҡорона әйләндергән. Ололар иҫләүенсә, заманында был соҡорҙан һалҡын һауа килгән, елле көндәрҙә көслө тауыш ишетелгән. «Сыңрау» тигән атамаһы ла шул үҙенсәлектән бирелгән. Был мәмерйәләр системаһының тағы ике осо – ул Ҡырҡтытау буйында урынлашҡан Тал Ҡусҡары ауылы янындағы Бейеш батыр мәмерйәһе һәм Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районындағы Худолаз йылғаһы ярындағы соҡор, тип фаразлана. «Йәнгел ауылы янында табылған соҡорҙоң яҫылығы — ике ат һаймалы, тиҙәр. Ул соҡор ике яҡҡа тарала, быны ауыл халҡы мәмерйәнең эсенә таш һелтәп кенә тикшергән. Әлеге ваҡытта беҙҙең маҡсат — ошо хәлгә ғалим-спелеологтарҙың һәм журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Сөнки, әгәр ошо соҡорҙар һәм мәмерйәләр системаһы бер туннель менән тоташҡаны раҫланһа, был Әбйәлил районында оҙонлоғо 100 километрҙан ашҡан донъяла иң ҙур мәмерйәләр системаһы бар, тигән һүҙ», — тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорртары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Әбйәлил районының үҫеше буйынса совет рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин. |