|
Яңылыҡтар
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсында ҡатнашҡан ауылдар һәр яҡлап та төҙөкләндереләБаймаҡ районының Ишей ауылын танырлыҡ түгел. Ошондай һүҙҙәр менән ауыл халҡы үҙенең хеҙмәтен баһалап әйтә ала. Ишей быйыл «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән ауылдар сафына инде. Был аҙым күптән көтөлгән яңыртыу эштәре өсөн этәргес көскә әйләнде. Урындағы шәхси эшҡыуарҙар ярҙамы менән «Еңеү аллеяһы» тергеҙелде, һәр урамда ҡоҙоҡтар яңыртып кәртәләнде, ә ауыл халҡы өсөн иң ҡыуаныслыһы — балалар майҙансығы булдырылды. «Иң ҙур ярҙамды беҙгә шәхси эшҡыуар Анатолий Филин күрһәтә, ул беҙҙең эштәрҙе ҡеүәтләп, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеп тора. Ауылыбыҙҙа ҡасандыр булған „Еңеү аллеяһын“ тергеҙгәндә йөҙҙән ашыу ағас төбөн ултырттыҡ. Уларҙың иллеһе — урмансылыҡ етәксеһе Илшат Күлебаев тәҡдим иткән ҡарағас, өҫтәп иллеһе — Замир Сәфәрғәлин тарафынан килтерелгән емешле ағастар. Ҡалған үҫентеләрҙе ауыл халҡы үҙе килтерҙе. Район депутаты Рөстәм Нәбиуллин ярҙамы менән ауыл аша аҡҡан йылғанан күперҙе яңырттыҡ. Урамдарҙа алты ҡоҙоҡто таҙартып, яңынан бура һалып, кәртәләнек һәм буяныҡ. Ауыл эсендәге электр уты трансформаторҙарын да кәртәләнек. Урамдарҙы ла тәртиптә тотабыҙ. Балалар майҙансығы иһә, бөтөнләй, бөтә ил менән эшләнгән эш. Уның кәртәләре өсөн буяуҙы беҙ, мәҫәлән, Себерҙән ауылдаштарыбыҙ ебәргән аҡсаға алдыҡ»,— тип һөйләне Темәс мәктәбенең Ишей ауылындағы филиалы мөдире Венера Ҡасҡынова. Венера Ҡасҡынова билдәләүенсә, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы сиктәрендә алып барылған эштәрҙең ҙур өлөшө аңлатыу-профилактика әңгәмәләренән ғибәрәт. «Конкурста ҡатнашырға булғас та, ауылдың ир-егеттәр ҡоро йәшерен рәүештә хәмер һатҡан ауылдаштар менән аңлатма алып барҙы. Эште ҙурға әйләндермәй генә сауҙаны туҡтатырға һүҙ бирҙеләр. Шулай уҡ хатта ҡоймаларын да буялмаған ауылдаштарыбыҙ бар ине, уларға килеп „теләмәйһегеҙ икән, ҡоймағыҙҙы үҙебеҙ буяйбыҙ“, тип шарт ҡуйҙыҡ. Күптәре үҙ ихтыяры менән ихата алдарын йыйыштырып, буяп ҡуйҙы. Ауылыбыҙҙа 81 йортта 201 кеше тора. Кеше күп түгел, һәр кем күҙ алдында, шуға һөйләшеп, килешеп тә эшләргә була»,— тип белдерҙе Венера Ҡасҡынова. «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының район этабы ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ойошторола. |