|
![]() Флэшмоб
Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флэшмобы башлана!Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ! Һеҙ республикабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булғанығыҙ бар? Матур урында фото төшөп, социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. #РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡулланығыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң яҡшы фоторәсемгә конкурс иғлан итә. Иң күп лайыҡ йыйған рәсем авторын бүләк көтә. • Селфи эшлә йә торған урыныңды фотоға төшөр; •#РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡуй; • Фотоларҙы Бәйләнештә йә Инстаграмда сәхифәңә һал. Иң сағыу һүрәттәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә урынлаштырырбыҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын бөтә донъяға күрһәтәйек, Республика көнөн билдәләйек! |