Яңылыҡтар

Бөтә Рәсәйҙән төркиәт белгестәре Өфөгә йыйыла

29 сентябрь 2020, 14:47

30 сентябрҙә Өфөлә «Рәсәйҙең төрки телле мәҙәниәте парадигмаһында башҡорт үҙаңы» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үтә. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән йөҙләгән төркиәт белгесе был сарала ҡатнашырға теләк белдергән.

Конференция эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы рәйесе Әлфис Ғаязов, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Александр Дегтярев ҡатнаша.

Конференция ултырыштарында ғалимдар төрки телле донъяның өлөшө булараҡ һәм Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың береһе булараҡ башҡорт халҡын өйрәнә. Шулай уҡ башҡорт телен һәм уның диалекттарын өрәнеүҙә Lingvodoc майҙансығын ҡулланыу, XVII быуатта милли айырма күрһәткестәрен билдәләү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡарала.

Конференция эше өс йүнәлешкә бүленгән:

- Төрки телле халыҡтарҙың телдәре, әҙәбиәте һәм фольклорының лингвистик һәм социаль-мәҙәни үҙенсәлеге

- Заманса шарттарҙағы этнография һәм тарихи ысынбарлыҡты реконструкциялау

- Башҡорттарҙы һәм Рәсәйҙең башҡа төрки милләттәрен айырып күрһәтеүсе сифаттар һәм уларҙың сәйәси сағылышы.

Киләһе көндә конференцияла ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ла ҡатнашасаҡ.

Уртаҡлашыу