ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Туймазы районы Төмәнәк ауылында Шәжәрә байрамы

18 сентябрь 2020, 06:00

Байрам Туймазыла райондың һәм ҡаланың юбилейына арналған «Быуындарҙы бәйләй-бәйләй» исемле конкурс сиктәрендә уҙғарылды.

Байрамға килеүселәр ғаиләләре тураһында һөйләне, күп шәжәрәләр бер нисә быуатлыҡ тарих һаҡлай. Ҡайһы берҙәре был мәғлүмәтте конкурсҡа тиклем үк йыя башлаған. Мәҫәлән, әле Мәскәү өлкәһендә йәшәгән хәрби Ирек Фәтхелисламов шәжәрәһен бер нисә йыл инде өйрәнә. 11-се быуынына тиклем ентекле мәғлүмәт туплаған. Ҡағиҙә булараҡ, конкурста ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләрендә тарихи шәхестәр булыуы ла асыҡлана. Фәтхелисламовтарҙың ата-бабаһы Солтанморат Үтәгәнов та шундайҙарҙан, ул оҙон хәрби юл үткән, 18-се быуатта поляктарға ҡаршы походта ҡатнашҡан.

«Бабабыҙ Солтанморат Үтәгәнов- Ҡаңлы ырыуы башҡорто. Күп алыштарҙа ҡатнашҡан кеше, хатта Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин менән дә бергә хәрби походта йөрөгән. Ырыуҙаштары араһында абруйлы, грамоталы шәхес булған. Уның төрлө юғары органдарға яҙған хаттары, мөрәжәғәттәре һаҡланған, мәҫәлән, генерал-прокурор А.Б. Куракинға помещик Тевкелев тарафынан законһыҙ ер алыныуы хаҡында ялыуын таптыҡ»,-тип һөйләй Ирек Фәтхелисламов.

Видеоконкурстың жюри рәйесе Альберт Исмаил байрамға килеүселәрҙе шәжәрәләр менән таныштырҙы. Күргәҙмәнән һуң, ҡунаҡтар Туймазы районы һәләттәренең концертын ҡараны. «Быуындарҙы бәйләп» шәжәрә конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр араһында балалар ҙа, ололар ҙа бар ине. Уларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Туймазы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов тапшырҙы.

Конкурс еңеүселәре:

-14 йәшкә тиклемгеләр араһында Динар Минәзов и Сабина Шәйҙуллина

— ололар араһында Ирек Фәтхелисламов, Юлий Ҡудашев

Уртаҡлашыу