Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр

«Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен мәғариф системаһынан тыш уҡытыу»

/ 14 август 2020 – 14 август 2020, 14:00

«Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, мәскәү ҡалаһы этно-мәҙәни клубы, «Рәсәй ҡанаты аҫтында» йәмәғәт ойошмаһы уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе «Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен мәғариф системаһынан тыш уҡытыу» темаһына арналған онлайн-конференцияға саҡыра.

«Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен мәғариф системаһынан тыш уҡытыу» темаһына арналған онлайн-конференция 14 августа үтә. Кәңәшмә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт икелә (14.00) башлана.

Көн тәртибендә:

1. Башҡорт телен мәғариф системаһынан тыш уҡыу һәм өйрәнеү

2. Башҡорт телен икенсе тел булараҡ уҡытыу һәм өйрәтеү алымдары

3. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу һәм үткәреү тәжрибәһе

Спикерҙар:

— Вячеслав Чернев (Польша)"Сит телле аудиторияға башҡорт телен өйрәтеү ысулдары"

— Елена Пензина (Мәскәү) «Коммуникатив методика ярҙамында башҡорт телен уҡытыу перспективаһы» («Перспективы преподавания башкирского языка через коммуникативную методику»

— Ильдус Ҡаһарманов ( Өфө) "Субъекттарҙың белем биреү ойошмаларында туған (башҡорт) телен өйрәнеүҙе ойоштороуға ярҙам саралары«( «О мерах поддержки организации изучения родного (башкирского) языка в образовательных организациях субъектов»

— Эмилия Йылаз (Өфө) «Баланың туған телендә иртә үҫеше» («Раннее развитие ребёнка на родном языке»)

— Айзирә Шәйхетдинова (Мәскәү) «Дәрестә мәктәп уҡыусыларының иғтибарын тотоу ысулдары»

Резеда Бүләкәнова (Мәскәү)"Мәскәүҙә ололар өсөн башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу"

Альбина Кирәева (Верхний Уфалей) «Рәсәй төбәктәре мәктәптәрендә башҡорт телен факультатив булараҡ ойоштороу»

— Айһылыу Сирбаева (Өфө) «Башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙа Moodle системаһын ҡулланыу»

— Гөлсирә Камилевна (Сургут) «Йәкшәмбе мәктәбен ойоштороу тәжрибәһе»

— Ләйсән Әхмәҙуллина (Мәскәү) «Мәктәпкәсә балалар өсөн дәрестәр ойоштороу һәм туған телде өйрәтеү мәсьәләһе»

Кем ҡатнашырға теләй, kurultay-msk@mail.ru электрон адресына яҙырға.

Уртаҡлашыу