|
![]() Яңылыҡтар
«Милләт ғорурлығы» Бөтә Рәсәй премияһына заявкалар ҡабул ителә башланыБашҡортостандың йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн «Милләт ғорурлығы» премияһына дәғүә итә ала. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы йәмәғәт берләшмәләре һәм коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәренән заявка ҡабул итә башлауы тураһында белдерҙе. Премия өсөн конкурста туған телдәр уҡытыусылары, тел активистары, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса проекттар авторҙары, журналистар һәм блогерҙар, халыҡ ижады оҫталары, этноэшҡыуарлыҡ ойоштороусылар, ижади коллективтар етәкселәре һәм ағзалары ҡатнаша ала.
2020 йылда премияның пилот проекты тормошҡа ашырыла, унда заявкалар 7 номинацияла ҡараласаҡ: • Милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға индергән өлөш өсөн • Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөш өсөн • Дәүләт миллә сәйәсәтен мәғлүмәти яҡтыртыуға индергән өлөш өсөн • Милли-мәҙәни берләшмәләрҙең иң яҡшы проекты • Дуҫлыҡ йорто, Милләт йорто, халыҡ ижады йорто һәм үҙәктәренең иң яҡшы тәжрибәһе • Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен (халыҡ ижады, милли спорт төрҙәре, халыҡ кәсептәре, этник мода һәм этник туризм) һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөш өсөн • Милли-мәҙәни берләшмәләрҙә һөҙөмтәле ойоштороу өсөн Номинанттар өсөн июль —август айҙарында мәғлүмәти вебинарҙар үтә. 15 сентябрға тиклем Ойоштороу комитетына документтар ҡағыҙын тапшырырға кәрәк. 30 сентябрға тиклем конкурс комиссияһы һәр номинацияла өсәр кандидат һайлай. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Халыҡ берҙәмлеге көнөнә ҡарата үткәрелә. Еңеүселәргә диплом, статуэтка һәм билдәләр тапшырыла. |