Ҡоролтай тауышыVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияМнениеБашкирские родаШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районГод башкирской историиВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауТанцыАударышМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИДуванский районСпортУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү тәжрибәһе

23 января, 11:21

Бөгөнгөнөң асылын аңлар өсөн үткәндәрҙе белергә кәрәк. Был хәҡиҡәтте hәр кем белә. Тел ғилемендә телдең хәҙерге торошон асыҡлау өсөн уның диалекттарын, ерле һөйләү телен өйрәнеү зарур.

Профессор Эрнест Файзрахман улы Ишбирҙин хеҙмәттәренә таянып, беҙ дөйөм халыҡ йәнле һөйләү телен, поэтик халыҡ ижады әҫәрҙәренең теле һәм Урал — Волга буйы төркийе менән бер рәттән, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең төп сығанағы булараҡ тикшерәбеҙ. Ошо дөйөм халыҡ йәнле һөйләү теле башҡорт теленең өс диалектын үҙ эсенә ала. Был слайдта башҡорт диалектологияһы фәнендә профессор Рәшит Закир улы Шәкүров тарафынан тәҡдим ителгән иң яңы классификация бирелде. Классификацияға ярашлы, башҡорт телендә өс диалект, улар составында 16 һөйләш, ике һөйләштә йәмғеһе 19 һөйләшсә ҡарала. Күренеүенсә, башҡорт теленең диалект һәм һөйләштәр системаһы ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына. Әгәр ҙә инде профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тәғлимәтенә таянып, «диалект теле — ул ҡәбилә теле» тигән фекерҙе яҡлайбыҙ икән, башҡорт телендәге диалект һәм һөйләштәрҙең күп һанлы булыуы ла аңлашыла, сөнки башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә системаһы ла ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм күп һанлы. Айырым телдең диалекттары бер нисәү булһа, фәндә «терәк диалект» (опорный диалект) термины менән эш итәләр, йәғни әҙәби телгә нигеҙ булараҡ ғәҙәттә бер диалект алына. Беҙҙең осраҡта «терәк диалект» функцияһын ике даилект башҡарған: көнсығыш һәм көньяҡ. Был хәлдең объектив һәм субъектив сәбәптәре бар. Объектив сәбәп булараҡ башҡорт телен мөмкин тиклем татар теленән айырыу маҡсатында тап ошо ике диалектты терәк диалект итеп алһалар, субъектив сәбәп булараҡ ул ваҡытта власть органдарында нигеҙҙә көньяҡ һәм көнсығыш вәкилдәренең булыуын күрһәтергә кәрәктер. Заманы өсөн был бик дөрөҫ ҡарар булған, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта бөгөн беҙ төньяҡ-көнбайыш диалектының хәҙерге башҡорт әҙәби теленән шаҡтай айырылыуын да күҙәтәбеҙ.

ХIХ быуаттың бөйөк әҙибе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллыҡ юбилейына арналған бөгөнгө сарала төньяҡ-көнбайыш диалектҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән бүлешеү урынлы булыр.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен өйрәнеү XIX быуаттың икенсе яртыһында урыҫ телселәре тарафынан башлана. Тәүге мәғлүмәттәр ғалим-энтузиаст, телсе, этнограф, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән А.Г. Бес­сонов хеҙмәттәрендә осрай. 1881 йылда сыҡҡан яҙмаларында ул Пермь, Өфө һәм Ырымбур башҡорттары һөйләштәренең татар теленә мөнәсәбәтен тикшерә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалекттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләй.

Ғалим-тюрколог, этнограф Н.Ф. Катанов башҡорт диалекттарын өйрәнеү өсөн 1897-1898 йылдарҙа Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙенә килә. Йыйған материалдарына нигеҙләнеп, профессор Н.Ф.Катанов бындағы башҡорттарҙың телен ике һөйләшкә бүлә:

1) губернаның көнбайышында йәшәүсе башҡорттарҙың керәшен татарҙары теленә бер аҙ оҡшаш теле;

2) хәҙерге дим һөйләшенә тартым көнсығыш һөйләш.

Ғалим көнбайыш башҡорттарҙың телен татар теленә оҡшатып ҡына ҡалмай, ә уның объектив сәбәптәрен дә күрһәтә: ислам дине әҙәбиәтенең татар телендә таратылыуы, башҡа уҡыу китаптарының да Ҡазандан килеүе ассимиляцияға булышлыҡ итә.

Октябрь революцияһынан һуңғы осор башҡорт диалекттарын өйрәнеүҙең юғары фәнни кимәлгә күтәрелгән өр-яңы этабы булды. Башҡортостандың төрлө райондарына, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәргә диалектологик һәм фольклор экспедициялар ойошторола, уларҙың материалдарына таянып, башҡорт телендә 3 диалект барлығы әйтелә (көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш). Күренекле тюрколог профессор Н.К. Дмитриев та был фекерҙе яҡлап сыға, шулай ҙа уның экспедицияһы көнбайышта булмай. Шулай ҙа шул уҡ Н.К. Дмитриев тырышлығы менән 1951 йылда көнбайыш диалект тураһындағы мәсьәлә яңынан күтәрелә һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле өсөнсө диалект буларак таныла, был диалектты тәрән фәнни өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйыла. 1954 йылда Асҡын, Балтас, Борай, Янауыл райондарына беренсе диалектологик экспедициялар ойошторола, етәксеһе — тәүгеләрҙән булып был диалекттың үҙенсәлектәрен башҡорт диалектология фәнен үҙенең тәүге диссертацияһы, рус телендә Мәскәүҙә баҫылған тәүге монографияһы менән өр-яңы кимәлгә алып сыҡҡан Таһир Ғәлләм улы Байышев була. Тупланған лексик, фонетик, грамматик мәғлүмәттәр һөйләштең дөйөм төрки һәм күп осраҡта башҡорт сығанаҡлы булыуын асыҡ күрһәтә, әммә эҙләнеүҙәр дауам иттерелмәй, йыйылған материал баҫтырылмай ҡала, китап булараҡ ул тағы ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 2008 йылда ғына донъя күрҙе. Ул ваҡытҡа төньяҡ-көнбайыш буйынса диалектолог, филология фәндәре докторы Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың монографияһы 1991 йылда баҫылғайны, 2006 йылда ул яңынан сығарылды.

Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт диалектологияһы буйынса иң һуңғы диссертация тап төньяҡ-көнбайыш диалекттың бер һөйләше — танып һөйләше буйынса булды. Профессор Рәшит Закир улы Шәкүров етәкселегендә Зәйнәшева Земфира Фатиховна 2008 йылда яҡланы уны («Языковые особенности таныпского говора башкирского языка»). Өҫтәп шуны әйтәйек: әгәр 2008 йылдан һуң башҡорт диалектологияһы буйынса диссертацион эштәр яҡланмай икән, тимәк, тейешле ғилми-тикшеренеү эштәре лә үткәрелмәй, был хәл бер аҙ хафаға ла һала.

Сығышымды төньяҡ-көнбайыш диалектты өйрәнеүҙең тәжрибәһе тип атаным. Хәҙерге диалекталь үҙенсәлектәрҙе тулыhынса күрhәтеү өсөн, проф. Н.К. Дмитриев hүҙҙәре менән әйткәндә, урындарға үҙең барыу мөhим. Тап шул маҡсат менән Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенттары менән 2002-2006 йылдарҙа дүрт районға практикаға сыҡҡайныҡ, шунда туплаған мәғлүмәт менән таныштырмаҡсымын.

Тәтешле районының Күрҙем, Иҫке Соҡор, Ҡоҙаш, Яңауыл районының Истәк, Иҫке Көйөк, Асҡын районының Урмияз, Балтас районынынң Иҫке Балтас, Юғары Ҡарыш ауылдарында булып, бик күп материал тупланыҡ. Тупланған материалды анализлағандан һуң, йыл һайын «Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә булараҡ баҫтыра барҙыҡ. Ошо сараға әҙерләнгәндә уларҙы яңынан ҡарап сығып, беҙҙең практиканы ойошторорға ярҙам иткән хөрмәтле кешеләрҙе лә иҫкә төшөрәм.

«Башҡортостан» газетаhы, 2002 й., 16 ноябрь, № 228 (23740)

Тәтшеле районының хаҡимиәт башлығы Ф.Т. Fайнаншинға, уның урынбаҫары И.Х.Вәлиевҡа рәхмәт белдергәнбеҙ.

Балтас: Балтас районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илдар Рәҡип улы Хәтмуллинға, бүлектең туған телдәр буйынса методисы Римма Радик ҡыҙы Ҡамаеваға, Батыша музейының асылыуына күп көс һалған, музей директоры вазифаһын башҡарған Рәфис ағай Шәйхәйҙәровҡа рәхмәт белдергәнбеҙ. Юғары Ҡарыш ауылы: мәктәп директоры Фәнис Әхнәф улы Шәймөхәмәтов. Крайҙы өйрәнеүсе Наил ағай Хажиев. Ауылдың аҡ әбейе, 1912 йылғы Ғизәтуллина Хәсибә инәй. Рәшит һәм Рәүзәнә Ҡыямовтар.

Асҡын районы: Yрмияз ауылының тарихы хаҡында урта мәктәп (директоры Э.Н. Fилуанова) бинаhында үткән осрашыуҙа тәүге мәғлүмәттәр теркәнек. Директор урынбаҫарҙары Р.А. Миниәхмәтова, С.E. Әбүбәкирова, рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы В.E. Мөфтиева. Беҙҙең информаторҙарыбыҙ Мәҙәхиә инәй Әхмәтғeлиева (1924 йылғы), Әхсән олатай (1926 йылғы) hәм Мәғсүмә инәй Хөсәйенова (1926 йылғы), Хәҙисә инәй Миңнуллина (1940 йылғы) ошо төбәккә хас йолалар, аш-hыу, кейем-hалым хаҡында, урындағы үҫемлектәр, хайуандар донъяhы тураhында бик мауыҡтырғыс итеп hөйләнеләр.

ХIХ быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле Fәли Соҡорой hәм уның улы, билдәле әҙип Fарифулла Кейековтың тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа hәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, РФ атҡаҙанған актрисаhы Зинира Атнабаеваларҙың тыуған ауылы Күрҙемдә булдыҡ беҙ. Информаторҙар Ғәли Соҡорой, уның улы Ғәрифулла Кейеков тураһында һөйләнеләр. Ете күҙле Хәҙрәт шишмәһендә булдыҡ, зыяратта ла булдыҡ.

«Батыр булайым тиһәң — беренсе күҙенән эс, матур булайым тиһәң — икенсе күҙенән, аҡыллы булайым тиһәң — өсөнсө күҙенән, бәхетле булайым тиһәң — дүртенсе күҙенән, ҡул-аяғың һыҙ­лауһыҙ булһын тиһәң — бишенсе күҙенән, ҡайғы-хәсрәт ябырыл­маһын тиһәң — алтынсы күҙенән, һөйгәнеңдән һөйөлгөң килһә — етенсе күҙенән. Ә инде шишмәнең йыр сыңын ғүмерҙә лә онотмайым тиһәң, ете күҙе бергә ҡушылған ерҙән эс».

Борондан ирәкте башҡорттары төйәк иткән был ерҙә йыйылған мәғлүмәттәрҙең беҙҙең мәҡәлә темаhы менeн бәйле бер өлөшө түбәндәгелeр: сыу (hыу), басыу (баҫыу), ғөмөр (ғүмер), изән (иҙән); ничек (нисек), мында (бында), безнеке малай (беҙҙең малай), ҡайзыр (ҡайҙалыр); балаҙа (балала), балаҙан (баланан); соңортон (hуңыраҡ); сөйләшмәй (hөйләшмәй), ирешенеү (үсегеү), алың (алығыҙ), йөрөң (йөрөгөҙ), аламысың (алаhыңмы), күрдем ич (күрҙем дә баhа), бәрәңге алып ята (бәрәңге ала), түшәм йыуыу өмәсе (өй эсен йыуыу) h.б.

Диалекталь фонетик hәм морфологик үҙенсәлектәрҙән сығып, беҙ ошондай hығымталар яhаныҡ:

1) hөйләштe дөйөм төрки ч, с hаҡланған;

2) төп башҡорт hүҙҙәрендә h өнө бөтөнләй юҡ тиерлек (иҫкәрмә: hәм, hауа);

3) ҙ өнө ялғауҙарҙа асыҡ ишетелә, hүҙ аҙағында з-ға күсә;

4) алмаштар үҙенсәлекле (безнекебеҙҙең);

5) дауамлылыҡты белдергән ҡушма ҡылымдар өҫтөнлөк итә;

6) hөйләү телендә сингармонизм күҙәтелә (ғөмөр, соло (hоло), йомро, тормош, болот) h.б.

Лексик үҙенсәлектәргә килгәндә, бындағы күп hүҙҙәр дөйөм башҡорт теленә хас булыуы асыҡланды.

Миҫалдар: инәй (әсәй), әтeй / әтәй (атай), зуринәй / зурнәй / нәнeй / нәнәү / ҡартнәй / ҡартый (өләсәй), зурәтeй (олатай), абзый (атайҙан оло ир кеше), аҡбабай, ағәбей (йәш араhы ҙур булған ата-әсәнең оло ағаhына, апаhына шулай өндәшәлeр), йомро (сынаяҡ өҫтө), йәлпәк / жәлпәк (сынаяҡ аҫты), кәжинкә / кәжүнкә (аҙыҡ-түлек hаҡлай торған бүлмә), кесәү таяғы (тәртешкә, кеҫәү), ләпәк (бысраҡ батҡаҡлы ер), ләпәшкә (йәйеңке), мөгөш /босмаҡ /почмаҡ (мөйөш), урындыҡ (ултырғыс), мoсафирхана (гостиница), сүлгe (hөлгө, таҫтамал), текмә (ҡойма), әпәй / эпәй (икмәк), табикмәк, төплөкәй (табала йәйеп бешерелгeн йәймә), үрҙәк (өйрәк), ҡаплы баҡа (гөбөргәйел), ҡапсыҡ / ҡапчыҡ (тоҡ).

Юғарыла килтерелгән миҫалдарҙың аҫтына hыҙылғандары көньяҡ hәм көнсығыш диалекттар өсөн дә ят түгел. Мәҫәлән, көньяҡ диалект вәкилдәре, мәктәптә әҙәби телдә өйрәнhәләр ҙә, йәнле hөйләү процесында инәй, нәнәй, ҡартай / ҡартатай, абзый, әпәй, ҡапсыҡ, босмаҡ, үрҙәк, баҡа, ташбаҡа кеүек hүҙҙәрҙе ҡуллана. Әлбиттә, был hүҙҙәр бөтә диалекттарҙа ла фонетик яҡтан үҙ-ара тулыhынса тап килмәҫкә мөмкин (ҡапсыҡ — ҡапчыҡ, босмаҡ — почмаҡ). Шулай ҙа ‘ҡапчыҡ’ тип hөйләшкән башҡортто ‘тоҡ’ тип әйтергә өйрәткәнсе, ‘ҡапсыҡ’ тип өйрәтеүе күпкә еңелерәк буласаҡ. Икенсенeн, әгәр төньяҡ-көнбайыштағы лексик диалектизмдарҙың дөйөм башҡорт телендә киң таралғандарын синоним hүҙҙәр булараҡ алғанда, әҙәби тел үҙе үк был диалектҡа яҡынайыр ине. Өсөнсөнән, «әҙәби тел үҙенең үҫеү юлында киң таралған, дөйөм халыҡ hөйләү теленә таныш булған йә иhә hөйләштә булып та әҙәби телдә осрамаған лексик берәмектәр иҫәбенә hүҙлек ҡеүәhен киңәйтә, көсәйтә барырға тейеш». (Башҡорт hөйләштәренең hүҙлеге. 3 т. Өфө, 1987, 4 б.). Fөмүмән, теләhә ниндәй телдең лексик фонды иң элек әҙәби телгә диалект hүҙҙәр үтеп инеүе аша тулылана.

Балтас районында яҙып алынған һүҙҙәр

Балтас районы Ҡарыш ауылы материалы

Дөйөм төрки телгә хас и өнө бигерәк тә тәүге ижектә һаҡланған: киңәш, фикер.

М-Б, П күсеше: малан (балан), майтаҡ (байтаҡ), түм-түгәрәк (түп-түңәрәк)

Лексик үҙенсәлектәр: йәйлектә (йәй көнө), көҙлөктә (көҙ көнө), байағынаҡ (бая), ҡайын туйыҙы (ҡайын туҙы), төйәү (тейәү), бөлдөрмә (сыбыртҡыны ҡулға тағып йөрөү өсөн ҡуйылған бау), кузла (утынды һалып бысыу өсөн эшләнгән ҡулайлама), чиртмә ҡойо (ҡоҙоҡтоң бер төрө), көжө мөржә (йүшкә), кисауағач (кеҫәү), сосҡо (һоҫҡо), паскатин (мал йөрөгән ялан, «скотина» һүҙенән), лаҡан (ҙур һыу силәге)

Ауылдың аҡ әбейе 1912 йылғы Ғизәтуллина Хәсибә инәй әйтеүенсә, элегерәк, улар үҫкән саҡта ҡулланған инәй, әтей, ҡартинәй, ҡартәтей, эне кеүек туған-ҡәрҙәшлек терминдарының хәҙерге ваҡытта телмәрҙән төшөп ҡалыуы бик оҙаҡ тик татар теле генә уҡытыуҙан килә.

Төньяҡ-көнбайыш диалекттың хәҙерге торошон асыҡлау буйынса тикшеренеү эше үткәрҙек. Ошондай маҡсат менән беҙ бер төркөм студенттарға ҙур булмаған һораулыҡ тараттыҡ. Һораулыҡ урыҫ телендәге 30 һүҙҙән тора, студенттар был һүҙҙәрҙең үҙ һөйләшендәге эквивалентын би-рергә тейеш. Ҡариҙел, Балаҡатай, Краснокама, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Мәсетле, Илеш, Ҡалтасы райондарынан килгән студенттарҙың күбеһе мәктәптә башҡорт телен предмет булараҡ йә бөтөнләй уҡымаған, йә ҡыҫҡартылған программа буйынса өйрәнгән, шуға ла улар ана шул диалект, һөйләш телен генә белә, ә ҡайһы берҙәре татар телен уҡыған, шулай ҙа ата-бабаларының тел үҙенсәлектәрен онотмаған.

Шулай итеп, алынған яуаптар нигеҙендә ошондай күренеш хасил булды:

«әсәй» 1 тапҡыр ҙа теркәлмәй; 6 — «инәй», ҡалғандары «әней», «әнәй», «әнкәй»;

«өләсәй» — юҡ, 12 — «нәнәй» Башҡорт теленең һүҙлегендә (БТҺ-ла)-диал. һүҙ); инәй — ҡартинәй — ҡәртнәй — нәнәй

«олатай» — юҡ, 15 — «ҡартай» (БТһ-ла — диал.);

«половник» 18, «ижау» — БТһ-ла был һүҙ «сүмес», «аш сүмесе» тип бирелә;

«тәлмәрйен» — юҡ, 22 — «баҡа»;

«гөбөргәйел» — юҡ, 20 «ташбаҡа», 2 — «ҡаплы баҡа».

«Баҡа», «ташбаҡа» һүҙҙәре БТһ-ла бирелә, диалект тигән иҫкәрмә лә юҡ, шулай ҙа был һүҙҙәр әҙәби телдеке тип ҡабул ителмәй. Ә бына «подорожник» БТҺ-ла, беҙҙең яуаптар араһында ла «баҡа япрағы» (4) йәки «юл япрағы» тип билдәләнелә.

«тоҡ» — юҡ, «ҡапсыҡ» — 22 (БТҺ-ла диал. һүҙ);

«тәртешкә» — 1, 21 — «кеҫәү» (БТҺ-ла диал. һүҙ);

«тәпке» — 7, 14 — «кәтмән» (БТҺ-ла иҫк. һүҙ);

«ултырғыс» — 3, 17 — «урындыҡ» (БТҺ-ла диал. һүҙ); 2 — «бүкән» (БТҺ-ла икенсе мәғәнәлә);

«кәмә» — 13, 9 — «көймә» (БТҺ-ла был һүҙ бер ниндәй аңлатмаһыҙ бирелә).

Әҙәби телгә «мал ҡураһы» тип ҡабул ителгән һүҙ беҙҙә 4 тапҡыр — «сарай», 18 — «аҙбар», «арбаҙ» тип теркәлә (БТһ-ла «арбаҙ» — диал. һ.). Урыҫ теленән «угол» һүҙен 13 кеше «босмаҡ» йәки «почмак» тип тәржемә итә, 3 кеше «мөгөш» тип атай (Ҡариҙел, Тәтешле, Мәсетле райондары). Профессор Э.Ф. Ишбирҙин билдәләүенсә, «мөгөш» һүҙе Миндеяр Биксурин йәки Петр Учадамцевтың XVIII быуаттарҙың аҙаҡтарында төҙөлгән башҡорт ҡулъяҙма һүҙлектәрендә лә бар.

Алынған яуаптар нигеҙендә ошондай һығымта яһарға мөмкин: ысынлап та, төньяҡ-көнбайыш диалект лексикаһы башҡорт теленең әҙәби лексикаһынан ныҡ айырыла. Икенсе төрлө әйткәндә, улар башҡортса һөйләшмәй. Тик бындай фекерҙе әйтергә ашығырға ярамай. Сөнки юғарыла әйтелгән һүҙҙәр башҡа һөйләштәрҙә лә осрай.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын башҡорт әҙәби теленә яҡынайтыуҙың бер юлын академик З.Ғ. Ураҡсин күрһәткәйне. Мәҫәлән, көньяҡ диалекттың дим һөйләшенә ҡараған Өршәк буйы башҡорттары телендә лә инәй, нәнәй, ҡартай, ташбаҡа, баҡа, кеҫәү, аҙбар, босмаҡ кеүек һүҙҙәр һаҡланған. Ә бит унда мәктәптәрҙә башҡорт әҙәби теле уҡытыла. Киң таралмаған әҙәби тел һүҙҙәренә яһалма рәүештә өйрәткәнсе, киң таралған диалект һүҙҙәрен әҙәби телгә синоним булараҡ индереү һөйләштәрҙең айырмалығын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ һаңғырау — һаҡбай, ҡиммәт — ҡыйбат, арзан — осһоҙ, алама — насар, бүрек — кәпәс, ин — кер кеүек һүҙҙәрҙең икеһен дә әҙәби норма итеп таныу күп бәхәстәрҙе туҡтатасаҡ. Әҙәби телде тарайтыу, ҡаты ҡалыптарға һалыу телебеҙ байлығын кәметеүгә килтереүе лә бар.

Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа иң элек боронғо башҡорт ырыу һәм ҡәбилә исемдәре һаҡлаған ауыл, йылға атамалары иғтибарҙы йәлеп итә. Тәтешлелә: Иҫке һәм Яңы Ҡайпан, Гәрә, Гәрәбаш, Күл-Ҡайпан, Яңы Ирәкте һ.б. Бындағы ҡайпан, ирәкте, гәрә этнонимдары — төп башҡорт ырыу-ҡәбилә исемдәре. Яңауыл районыныдағы Истәк, Әйбүләк, Асҡындағы Сураш, Борайҙағы Меңле, Яңы Йәлдәк, Иҫке һәм Яңы Таҙлар, Ҡалтасылағы Ҡалмаш һәм Үрге, Урта, Түбәнге Ҡалмаш, Мишкәләге Башбайбаҡ тигән этнонимдар ҙа туранан-тура башҡорт этнонимикаһына бәйле.

Был яҡ башҡорттарының ер-һыу атамаларында башҡорт теленең көнсығыш диалектына хас үҙенсәлекәтәр һаҡланған. Әҙәби телдәге -лы/-ле, -лаҡ/-ләк урынына көнсығыш диалекттағыса -ты/-те, -ҙы/-ҙе -ҙаҡ/-ҙәк ялғауҙары ҡушыла. Мәҫәлән, Асауҙыбаш, Сусаҙыбаш, Сусаҙы-Ябалаҡ (ауылдар), Сырышты, Сырыштыбаш, Мағашты, Уяҙы һәм Уяҙыбаш, Иҫке һәм Яңы Шарҙаҡ (йылға, ауыл исемдәре). Әҙәби телдә был атамалар Аҫаулы, Сусалы, Мағашлы, Сырышлы, Уялы, Шарлаҡ булыр ине. Был ер-һыу исемдәре борон урындағы халыҡтың һөйләү телендә көнсығыш диалект нормалары өҫтөнлөк иткәнде күрһәтә. Ошоғо оҡшаш ер-һыу атамалары Башҡортостандың төньяҡ райондарында, ғөмүмән, ныҡ таралған тип яҙа үҙенең хеҙмәттәрендә проф. Р.З. Шәкүров.

Урта быуаттарҙа уртаҡ яҙма телдәр (латин, иҫке славян, төрки)

«Латин яҙма теле – Көнбайыш Европалағы күп төрлө халыҡтарға, иҫке славян яҙма теле – славян халыҡтарына, ә яҙма төрки теле төрки халыҡтарҙың барыһына ла уртаҡ әҙәби һәм рәсми тел булып хеҙмәт иткән».

Байышев Т.Ғ. Урта быуаттарҙа уртаҡ яҙма телдәр (латин, иҫке славян, төрки) // Башкирский языковедческий сборник. – Уфа: БФ АН СССР ИИЯЛ, 1975. – С. 173 – 180.

Байышев Таһир. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан.

Урта быуаттарҙа уртаҡ яҙма телдәр (Таһир Байышевтың тыуыуына 125 йыл) // Ағиҙел. – 2011. – №8. – 126-142-се биттәр

«…Ҡыҫҡаса «тере» һәм «үле» телдәр менән танышып үтәйек. Тел халыҡ һәм уның эшмәкәрлеге һәм фекерләү һәләте менән бергә йәшәй. Халыҡтан башҡа тел булмаған кеүек, телдән башҡа халыҡ та булмай…

Ғалимдар, хәҙерге көндә Ер йөҙөндә 2800 «тере» тел бар, ләкин «үле» телдәрҙең иҫәбе унан да күберәк булған, тиҙәр. Сөнки Ер йөҙөндә кешелек йәмғиәте миллион йылдар йәшәгәне билдәле. Был иҫ киткес оҙон ғүмер эсендә бер төрлө халыҡтар, беҙгә мәғлүм булмаған йәки мәғлүм сәбәптәр арҡаһында, Ер йөҙөнән юғала, ә һәр бер юғалған халыҡтың теле үҙе менән бергә юғала, улар менән теле лә юҡҡа сыға килгән. Әлбиттә, кешелек йәмғиәтенең башына килгән бындай ҡыҙғаныс хәлдәр беҙҙән бик күп быуаттар элек тә булғылаған.

Ләкин ана шул бик күп «үле» телдәр араһында бер бәхетле тел, бик ғәжәп һәм ҡыҙыҡлы рәүештә, 15-16 быуат буйына «үлмәй» йәшәй».

« …VIII – IX б. араһында тыуҙырылған яҙма төрки тел XX быуат башынаса дауам иткән 10-11 быуатлыҡ ғүмерендә бик күп реформаларға дусар ителгән. Ул ошо оҙон ғүмерендә тик ислам динен һәм уның ҡанундарын таратыу теле генә булмаған. Латин һәм иҫке славян яҙма телдәре һымаҡ, үҙ ғүмерендә күп төрки халыҡтар өсөн, шул иҫәптән башҡорттар өсөн дә, дөйөм әҙәби һәм дөйөм рәсми (канцелярия) тел булып та хеҙмәт иткән. Ләкин, латин һәм иҫке славян яҙма телдәренән айырмалы рәүештә, ул ғибәҙәт ҡылыу теле булмай. Ғибәҙәт ғәрәп теле, Ҡөрьән телендә алып барыла. Башҡорт һ. б. төрки халыҡтарҙан булған мәғрифәтселәр, яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрен уртаҡ яҙма төрки телдә ижад итте. Әҙерлектәренә, ғәрәп, фарсы телдәренә ни дәрәжәлә эйә булыуҙарына ҡарап, улар ошо төрки телгә ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен төрлө дәрәжәлә индерҙе. Шуның өсөн уларҙың әҫәрҙәре теге йәки был төрки халыҡтың һөйләү теленән алыҫ, ул халыҡтарға аҙ аңлайышлы булды. Ул уртаҡ яҙма тел XX быуат башына тиклем илебеҙҙең аҙ һанлы уҡымышлылар һәм дин әһелдәре өсөн ғилем теле булып хеҙмәт итте…»

«…Уҡый-яҙа белмәгән, ябай ҡул хеҙмәте кешеләре ғүмер баҡый үҙенең әсә телендә һөйләште һәм бай фольклорын тыуҙыра килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, грамотаһыҙ ябай хеҙмәт кешеләре ошо яҙма төрки тел аша, уҡымышлы кешеләрҙең уҡығанын тыңлап булһа ла, халыҡ-ара культура, әхлаҡ, сәнғәт, эстетика байлыҡтарынан файҙаланып, үҙҙәрен һәм йәш быуынды тәрбиәләп килде. Шуның өсөн беҙ хәҙерге көндә ул төрки телде тыуҙырыусыларға рәхмәттәр уҡыйбыҙ. Сөнки 10-11 быуат хеҙмәт иткән ошо яҙма тел ярҙамында тарихыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың изгелектәрен, героик көрәшен, әҙәби мираҫтарын өйрәнәбеҙ…»

Таһир БАЙЫШЕВ, филология фәндәре кандидаты

«…Ғәли Соҡорой – Урал-Волга буйы суфыйсылыҡ поэзияһының танылған вәкиле, әҫәрҙәрен Урта Азия төркийенән айырылып торған Урал-Волга буйы вариантында яҙған. Уның әҙәби мираҫы һан яғынан бик ҙур. Соҡоройҙоң күпселек назымдары ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре менән ныҡ сыбарланған төрки телендә яҙылған. Поэтик әҫәрҙәре араһында йөкмәткеһе һәм теле яғынан “Мәдхе Ҡазан” шиғри китабы башҡорт һәм татар халыҡтарының һөйләү телдәренә хас элементтарҙың йыш булыуы менән айырыла. “Хаж намә” ҡулъяҙмаһында юлъяҙмаларға хас үтә ҡатмарлы ҡушма һөйләмдәр урынында халыҡ һөйләү теленә хас синтаксик күренештәрҙе һайлай.

Шулай итеп, ХIХ быуаттың тәүге яртыһында суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең теле, Урал-Волга буйы төрки яҙма әҙәби теленең бер тармағы булараҡ, яйлап башҡорт һәм татар һөйләү телдәренең йоғонтоһон кисерҙе...»

Ғәләүетдинов И.Ғ., филология фәндәре докторы

Поделиться