|
![]() Голос курултая
«Ауылымдың киләсәге өмөтлө»Майҙа республикалағы иң ҙур һәм абруйлы бәйгеләрҙең береһенә — «Айыҡ ауыл» конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған 12 тораҡ пункт араһында Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы ла бар. «Беҙҙә дан кешеләр йәшәй. Дәрт-дармандары ташып торған, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған аҫабалар! „Айыҡ ауыл“ конкурсы сиктәрендә ойошторолған „Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы“ проекты йолалар һағында уяу тороусы инәйҙәрҙе, блогерҙарҙы, махсус хәрби операциянан улдарын көткән әсәләрҙе, уңышлы эшҡыуарҙарҙы һәм башҡа уңғандарҙы берләштерҙе, ә „Тере һүҙ“ шиғыр уҡыусылар марафоны эргә-тирәбеҙҙә шиғриәткә мөкиббән кешеләр бик күп икәнлеген иҫбатланы», — ти Азамат Фәйзулла улы Батыршин, Һүрәм ауылы биләмәһе башлығы, «Айыҡ ауыл» бәйгеһе әүҙемселәренең береһе. Уның менән ауыл үҙенсәлектәре, Кинйәбулаттағы "Айыҡ ауыл"ға тиклемге һәм бөгөнгө тормош, киләсәккә пландар һәм башҡа ғәмәлдәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. — Үҙең менән бер аҙ таныштырып үт, Азамат. Кинйәбулат — тыуған ауылым. Миңлегөл һәм Фәйзулла Батыршиндарҙың күп балалы ғаиләһендә үҫтем. 2009-2010 йылдарҙа Төркиәнең Стамбул ҡалаһында уҡыу бәхете тейҙе. 2014 йылда Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым.
Ҡулға диплом алғас, 2014 — 2015 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыштың Уссурийск ҡалаһында армия сафында хәрби хеҙмәттә булдым. Артабан ошо юл менән китеү мөмкинлеге тыуҙы, әммә тыуған яҡтың тартыу көсө юғарыраҡ ине. Ҡайткас, бергә хеҙмәт иткән дуҫым Рөстәм менән Себер тарафына эшкә урынлаштыҡ. Яҡутстанда, Коми Республикаһында, Иркутск, Томск, Урай, Усинск ҡалаларында эшләргә тура килде. Ишембай нефть колледжында өҫтәмә белем алып, «инженер-механик» һөнәре буйынса эшләй башланым. Нефть һәм газ быраулаусы ярҙамсыһы булып, тәжрибә тупланым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, нисек кенә яҡшы булмаһын, күңел барыбер тыуған яҡҡа тартылды. 2023 йылда яҡташтарым ышаныс күрһәтеп, Һүрәм ауылы биләмәһенә башлыҡ итеп һайлағас, Себер менән хушлаштым. Әле тыуған еремдә эшләп йөрөйөм. Бер яҡтан был минең өсөн бик тә күңелгә ятышлы ғәмәл булһа, икенсе яҡтан, оло яуаплылыҡ та. — Ауыл ҡото — әүҙем кешеләрҙә. Кинйәбулат, уның матур шәхестәре тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирһәң ине. Уртаҡ маҡсат ни тиклем кешеләрҙе берләштерә, әүҙемләштерә? — Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Кинйәбулат ауылына 1776 йылда нигеҙ һалынған. Тәүге атамаһы — Ҡарағайтуғай. 19-сы быуатта оҙаҡ йылдар йөҙбашы булып эшләгән, күп хәрби походтарҙа ҡатнашыусы арҙаклы уҙаман Кинйәбулат Йомаҡай улы Ҡаҙбулатовтың исеме бирелгән. Бөгөн ауылда 78 йортта 163 кеше йәшәй. 2010 йылға тиклем мәктәп эшләне, хәҙер был бина ауыл клубы итеп ҡулланыла. Фельдшер-акушер пункты, балалар спорт майҙансығы, мәсет бар. Әйткәндәй, иман йортон 2013 йылда ауыл имамы Фуат Байсурин төҙөттө, ауылдаштар әүҙем ярҙам итте. Ауылыбыҙҙа өлгөлө ғаиләләр бик күп. Улар араһында 50 йыл бергә йәшәүсе Фәтих һәм Фирҙәүес Кинйәбулатовтарҙы, Марат һәм Нурия Маликовтарҙы, Фуат һәм Гөлсәскә Байсуриндарҙы телгә алып үтке килә. Абруйлы, уңған ололарыбыҙ йәш быуынға өлгө лә, кәңәш биреүсе лә. Ауыл старостаһы Иҙелбай Миңлебай улы Әминев Кинйәбулат ауылы старостаһы вазифаһын 15 йылдан ашыу башҡара. Уңышлы эше төрлө кимәлдә баһаланған. Ул бик ихлас, булдыҡлы кеше, һәр саҡ ауылдаштарына ярҙамға килергә әҙер. Яҡташтары Иҙелбай Миңлебай улын моңло тауышлы йырсы тип тә белә: төрлө мәҙәни сараларҙа йөрәккә үтеп инерлек йырҙар менән ауылдаштарҙы ҡыуандыра. Беҙҙең ауыл оҫта ҡуллы хужалар һәм уңған хужабикәләр менән дә дан тота. Ришат Шәкүр улы Кинйәбулатов — ауылыбыҙҙың «Кулибины». Ул бәләкәй тракторҙар, ит быса торған станок, еңел автомобиль өсөн прицептар һәм башҡа кәрәкле булған техника ҡоролмалар эшләй. Миңзилә Ғилфанованың буҙаһы телеңде йоторлоҡ; Руслан Ғильфанов — иретеп йәбештереү эштәре оҫтаһы, тимер ҡапкалар, аркалар эшләй.
Ауылыбыҙҙың ун йылдан ашыу эшләп килгән «Ялан сәскәләре» ансамбле, шулай уҡ гармунсылар һәм ир-егеттәр ансамбле бар. Улар һәр төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ярҙам итә. Ағинәйҙәр менән ирҙәр ҡоро ойошмалары ла уңышлы, әүҙем эшләп килә. Йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, йолаларҙы өйрәнеү һәм йәш быуынға тапшырыу буйынса төрлө йүнәлештә төрлө әһәмиәтле эштәр башҡаралар. — Бәйге ауыл тормошон ни тиклем үҙгәртте? «Айыҡ ауыл» бәйгеһенә тиклемге һәм бөгөнгө Кинйәбулат ауылы айырыламы? — Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы ауыл халҡы элек-электән маҡсат итеп ҡуйған. Беҙҙең ауылда 2013-се йылдан алып даими рәүештә саңғы ярыштары, ғаилә уйындары үткәрелеп килә. Саңғы ярышын ауылыбыҙҙа тәү башлап әлеге ваҡытта староста вазифаһын башҡарыусы Иҙелбай Әминевтың ғаиләһе һәм бер туған ағай-еңгәләре ойоштороп ебәрҙе. Бер нисә йылдан был сара күркәм традицияға әүерелеп китте. Башланғысҡа Тусалиндар һәм Батыршиндар ғаиләләре ҡушылды, шулай итеп, ауылда спорт хәрәкәте киңәйҙе, кесеһенән олоһона тиклем барыһы ла саңғыға баҫты. Бәйге ауыл тормошон тағы ла ыңғайыраҡ яҡҡа үҙгәртте. Конкурс эштәре бер йүнәлештә генә алып барылманы. Мәҙәни сараларҙан, спорт ярыштарынан тыш, шулай уҡ, йолаларҙы тергеҙҙек, шәжәрәләрҙе өйрәндек, киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙоҡ. Хәмергә ҡаршы аныҡ эштәр алып барҙыҡ, рейдттар үткәрҙек. Халыҡтан алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу буйынса һорау алынды һәм ауылдаштарҙың бер тауыштан хәмерҙе ауыл биләмәһендә һатыуҙы тыйыуҙы хуплауҙары бик ҡыуаныслы булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эштәр башҡарҙыҡ һәм уларҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, «Айыҡ ауыл» конкурсы һәр йәһәттән әһәмиәтле булды, сөнки урындағы халыҡ тағы ла нығыраҡ берләште, дәртләнде, йәшәйешебеҙ йәмләнеп, йәнләнеп киткәндәй тойолдо. Айыҡ тормошто пропагандалау, сәләмәт тормош рәүеше алып барыу ниәте ауылыбыҙҙа ғына сикләнеп ҡалманы, ә ситтә йәшәүсе ауылдаштар араһында, күрше өлкәләрҙә, район-ҡалаларға таралды, унда ла яҡташтарыбыҙ пропаганда эше алып барҙы. Конкурс барышында ситтән тороп ярҙам итеүселәр ҙә күп булды. Күрше Ырымбур өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте нығыттыҡ, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар, экскурсиялар ойошторҙоҡ. Яңы танышыуҙар булдырҙыҡ.
Районда «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңгән өсөн 150 мең һум аҡса менән бүләкләндек һәм ошо аҡсаға бензогенератор, перфоратор һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алдыҡ һәм ауыл обелискаһын төҙөкләндерҙек. Ғөмүмән, кинйабулаттар тәртип-төҙөкләндереү мәсьәләһенә бик иғтибарлы. Урындағы шишмәләрҙе даими тәрбиәләп тоталар, һыу юлын таҙалар торалар. — «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында еңеп алған 3 миллион һум аҡсаны нимәгә тотонасаҡһығыҙ?
— Конкурста күмәк көс менән яулаған аҡсаны ауылыбыҙҙы тағы ла сағыуыраҡ итеү, йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу,төҙөкләндереү өсөн тотонасаҡбыҙ. Пландар бихисап. Конкурс сиктәрендә ойошторолған һәр эштә ауыл халҡы ҙур теләк менән ҡатнашты, һәр ғәмәлде бар күңелен биреп башҡарҙы. Ауыл хакимиәте башлығы булараҡ, ауылыбыҙҙың һәр яҡлап талантлы, тырыш, булдыҡлы, дәртле, моңло шул уҡ ваҡытта ябай халҡын бөтә республикаға танытыу ҙа мөһим бурыс, тип әйтә алам, ауылдаштарыма оло хөрмәт, ихтирам менән ҡарайым. — Еңеү — тәүмаҡсатмы, әллә хәрәкәтме? — Был оло еңеү үҙем өсөн, тыуған ауылыбыҙ, районыбыҙ өсөн дә бик ҡәҙерле. Эшләгән эштәребеҙгә оло баһа һәм ғорурлыҡ сығанағы булып тора. Ғөмүмән, конкурста ҡатнашҡан һәр бер ауылды еңеүсе, тип әйтергә мөмкин, сөнки бәйгелә көс һынау өсөн тәүге сиратта ауылдың абруйы булырға тейеш. Ысынлап та, ҡапыл килеп һәр тораҡ пунктты был абруйлы, талаптары юғары булған конкурста ҡатнаштырыу ауыр. Социаль-ижтимағи күрһәткестәрҙән тыш, халыҡта рух, берҙәмлек, маҡсатлылыҡ кеүек һыҙаттар ҙа булыуы шарт. Әлбиттә, ҙурыраҡ еңеү хаҡындағы хыял һәр кемдең күңелендә йәшәһә лә, был тәүмаҡсат булмағандыр, сөнки беҙгә, ошо ерҙә тыуып-үҫкән кешеләргә, тәүге сиратта ауылыбыҙҙың, уны данлаған кешеләрҙең именлеге, лайыҡлы тормошта йәшәүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта, ҡатнашҡас, еңеү өсөн дә тырыштыҡ, өмөт уты йөрәкте дәртләндереп торҙо, сөнки генерал булырға теләмәгән һалдат — һалдат түгел, тигән шикелле, ниндәй эште генә алма, уны һәр ваҡыт ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү маҡсаты менән башҡарыр кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш йылмая, минеңсә. Кинйәбулат ауылында йәшәүем, эшләүем менән ғорурланам һәм ауылдаштар, районыбыҙ исеменән ошо конкурсты ойоштороусы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ойоштороу комитеты ағзаларына, республика етәкселегенә оло рәхмәтемде еткерәм.
Ауылыбыҙҙың киләсәге, һис шикһеҙ, өмөтлө. Йәштәрҙең тыуған ауылында төпләнеп ҡалыуы, матур итеп донъя көтөүе һөйөндөрә. Быйыл 1 март, Башҡорт ғаиләһе көнөндә, ауылыбыҙҙың ситендәрәк, дауамы булып торған ерҙә саңғы ярышы үткәреү ҙә тәрән мәғәнәгә эйә. Тап ошо урында, Аллаһ бирһә, яҡын киләсәктә Еңеү һәм Ҡарағайтуғай урамдары ҡалҡып сығырына, урамдарҙа балаларҙың шат тауыштары яңғырап тороуына иманым камил. |