Башкиры в миреVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииТрезвое селоИсторияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияФольклориадаПодкастыИталияСтратегия развития башкирского народаГрантыМифтахетдин АкмуллаНаукаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмБашҡорттарУрал-батырКанадаБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыАкбузатТурцияМелеузовский районБизнесСалаватский районСеверо-восточные башкирыТуркменистанСалават ЮлаевДень башкирского языкаБашВикиЗилаирский районГафурийский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмЧишминский районТеатрСибайУчалинский районСвердловская областьПереписьПермьИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИСпортУзбекистанАскинский районСтерлитамакАбзелиловский районИнтернетБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Йылдар ауазы ул – ҡурай моңо

30 января, 17:13

Мәғлүм булыуынса, тиҙҙән Өфөлә өс көн рәттән – 7-9 февралдә «Ел моңо» музыка һәм бейеү фестивале үтәсәк. Беренсе тапҡыр уҙасаҡ сараның авторы һәм ойоштороусыһы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев.

Күптән түгел «Рәсәй» матбуғат үҙәгендә фестивалде ойоштороусылар яңы программа менән таныштырҙы һәм уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Роберт Юлдашевтың ижады йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш: виртуоз ҡурайсыны Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Был хаҡта ул үҙе: “Заманалар үҙгәреп китмәҫ борон, гастролдәр ике йыл алдан билдәләнә торғайны. Шул иҫәптән, сит илдәрҙән һанһыҙ саҡырыуҙар ала инек”, – ти.

Әммә ниндәй генә ымһындырғыс тәҡдимдәр булмаһын, Роберт Юлдашев тәүге сиратта халҡының, тыуған иленең тоғро улы булып ҡала һәм ҡомарлы ижады, уникаль һәләте һәм фиҙакәр хеҙмәте менән ошоно ҡабат-ҡабат иҫбатлай. Уны тамашасылар ысын күңелдән ярата, концерттарҙы ҡайҙа ғына ойоштормаһын, залдар һәр саҡ шығырым тулы була.

Был хаҡта Роберт Нәжип улы түбәндәгене билдәләй: «Минең өсөн һәр тамашасы яҡын һәм ҡәҙерле. Ҙур концерт залында булһынмы, ауыл сәхнәһендәме, мәктәптәме — сығышыма бар булмышымды бағышлайым. Аралашыуға, саҡырыуҙарға һәр саҡ асыҡмын», — ти.

Әлбиттә, Роберт Юлдашевты музыкант тип кенә атау һис тә дөрөҫ булмаҫ ине: ул үҙенең ижады, башҡарыу оҫталығы менән башҡорт халҡының милли ҡоралы — ҡурайҙы даһи бейеклеккә күтәреү менән бер рәттән, милли моңдо һаҡлау һәм үҫтереү, республикалағы этномәҙәниәткә нигеҙ һалыу йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индергән шәхес.

— Ҡурайһыҙ байрам — елгә аҡса. Донъяның бөтә боронғо ҡоралдарының ҡото, үҙенә генә хас вибрацияһы бар. Шуға күрә традицион халыҡ музыка ҡоралдары яңғыраһа — илаһи байрам килеп сыға, — тип белдерҙе Роберт Юлдашев.

Өс көн дауамында баш ҡала сәхнәһен яңғыратасаҡ фестивалдең нигеҙендә лә тап ошо ниәт ята. Ойоштороусылар билдәләүенсә фестивалдең тәүге көнөндә, 7 февралдә, Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» командаһы симфоник оркестр музыканттары менән берлектә уйнаясаҡ. Төркөмдөң «World music» форматындағы билдәле композициялары, донъя һәм Рәсәй кинематографынан композициялар премьераһы һәм саундтректар, Эдуард Артемьев, Ханс Циммер, Джон Уильямс, башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев, Азамат Аҙнағолов музыкаһыһәм башҡа көйҙәр яңғыраясаҡ.

Икенсе көндә, 8 февралдә, тамашасыларҙы киңәйтелгән программа көтә, унда бейеү төрлөлөгө хакимлыҡ итәсәк. Роберт Юлдашевтың ҡурайы оҙатыуында билдәле «Guzal Dance» бейеү коллективы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Бейеү театры, «Солнышко», «Дарман» ансамблдәре, Регина Ағылова етәкселегендәге бейеү коллективы сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ҙур сәхнәгә яңы ғына юл асҡан коллективтар — ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле (Әбйәлил районы), ғаилә триоһы (Баҡалы ауылы), «Хәмзә —Проект» (Ғафури районы), «Урал-Тау» (Белорет районы) коллективтары сығыш яһаясаҡ. Фестивалдең был көнөндө киң билдәле «Бишбармаҡ», «Zainetdin» командаларының ҡатнашыуы ла көтөлә. Музыканттарҙан импровизация, феерик сәнғәт нескәлектәре, бейеү рухы — тамашасылар фестиваль рухын, һис шикһеҙ тоясаҡ.

9 февралдә, фестивалдең финал көнөндә, тамашасыларҙы музыканы ла, бейеүҙе лә берләштергән сағыу этно-шоу көтә. «Ҡурайсы» төркөмө Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөгән «Ел көйө» музыкаль — хореография программаһында һуҡма этно-барабандар, ҡурай солоһы һәм башҡа уйын ҡоралдары яңғыраясаҡ. Сығыштар «Бөрйән Ҡыҙы», «Хан ҡыҙы», «Ете ҡыҙ» һ. б. классик башҡорт бейеүҙәре менән алмашлап барасаҡ. Өсөнсө фестиваль көнөнөң махсус ҡунағы — world music стилендә эшләгән киң билдәле музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Екатерина Ямщикова.

Фестивалдә ҡатнашыусы яңы исемдәргә килгәндә, уларҙың сығыштары конкурс нигеҙендә баһаланмаған. Төп маҡсат — халыҡ ижады хазиналарын ҙур сәхнәгә сығарыу, һәләтле башҡарыусыларға дәрт-дарман, үҫеш мөмикнлеге биреү, ти ойоштороусылар.

– Тәүге сиратта, беҙ таланттар эҙләйбеҙ. Шуға фестивалгә ғаризаларҙы йәшкә сикләүһеҙ ҡабул иттек. Ҡатнашырға теләүселәр – Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ. Ошо көндәрҙә беҙ һайлап алыу этабын тамамлайбыҙ, — тип билдәләне фестивалде ойоштороусы, концерт директоры Регина Ағылова. – Беҙҙең фестивалдең тағы бер үҙенсәлектәренең береһе – халыҡ оҫталары бейеүҙе тере уйын ҡоралы яңғырашы аҫтында башҡарырға тейеш.

Ғөмүмән, этник музыканың нигеҙе – халыҡ уйын ҡоралдарының тере (аутентик) яңғырашында. Күпселек поп-музыканттарҙың фольклорҙы заманға яраҡлаштырырға һәм уның яңғыраш тылсымын компьютер сэмплдары менән еткерергә ынтылышын этникаға индерергә ярамай.

Был йәһәттән Роберт Нәжип улыуны бала саҡта ифрат тетрәндергән сараларҙың береһен – мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың иҫтәлегенә уның тыуған яғында ойошторолған ҡурай байрамын иҫкә алды.

– Һыу буйында, яланда тирмәләр ҡуйылған; томанланып таң ата, ҡоштар сутылдаша...Ошо илаһи тәбиғәт тауыштарына ҡурай моңо ҡушыла. Туған телебеҙ яңғырай. Тирмә алдында ҡурай моңона апайҙар дәртләнеп бейей – бына ошонда ул милли асыл, милли көй тылсымы.

“Ел моңо”на килгәндә, был Аллаһы Тәғәләнең ишараһы ул. 2013 йылда Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә, ҡалаларҙың береһендә йыйылыусылар ҡурай моңон, легендаларыбыҙҙы тыңланы һәм концерттан һуң эргәбеҙгә килде. Улар һоҡланып: "Был бит ел моңо! Йылдар ауызы!”, – тинеләр. Уларҙың ни тиклем тәрән фекер йөрөткәне хайран ҡалдырҙы. Бына ошолай прогррама исеме хасил булды, — тине Роберт Юлдашев.

Әлбиттә, ижади коллективтың пландары ҙур, сөнки ел моңон, милли көйҙәрҙең илаһи яңғырашын, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән рухи хазинаһын концерт залы менән генә сикләп булмай. Роберт Юлдашев фестиваль үткәс, һөҙөмтәләрҙе барлаясаҡбыҙ һәм ниндәй йүнәлештә артабан хәрәкәт итергә кәрәклеген тоясаҡбыҙ, ти. Әлбиттә, пландарҙа тәбиғәт ҡосағындағы йәйге фестивал дә, ҡала тамашасылары өсөн асыҡ һауала, оpen air форматындағы сара ла планлаштырыла.

Һис шикһеҙ, “Ел моңо”проекты тамашасыларға, милли моңдарыбыҙҙы һөйөүселәргә, этник музыка менән ҡыҙыҡһыныусыларға ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк итәсәк. Ҡыштың иң сағыу һәм иҫтәлекле ваҡиғаларының береһенән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото: Денис Ибраһимов.
Поделиться