|
![]() Голос курултая
Донъя мифик ҡомартҡылары рәтендә «Урал батыр» эпосы“Урал батыр” – донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары араһында иң күренекле урындарҙың береһен биләгән әҫәр. Ул бик боронғо замандарҙа телдән ижад ителеп, быуындан быуынға сәсәндәр тарафынан тапшырыла килгән. Был ҡомартҡы – тиҫтәләгән башҡорт эпостары араһында иң ҙур күләмлеләренең беоеһе – 4500–ҙән ашыу шиғри һәм 20–гә яҡын сәсмә юлды тәшкил итә. 1910 йылда егерме ике йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов уны хәҙерге Баймаҡ районының Иҙрис һәм Бәләкәй Этҡол ауылдарында йәшәгән сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Аҙаҡ ул, баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыға юлыҡҡанын аңлап, ҡыуанысынан сәсәндәргә үҙенең менеп йөрөгән атын бүләк итеп китә [Баһуманов, 2000]. Ҡобайыр үлсәмендәге был эпостың теле халҡыбыҙҙың һәм боронғо һүҙ оҫталарының йәнле һөйләү теленә ҡоролған, шуға күрә лә ул ябай, аңлайышлы, ятлауға еңел. Әммә ошо ябай тел менән беҙҙең заман кешеләре өсөн бик үк таныш булмаған ҡатмарлы, тиҙ генә һүтеп сыҡҡыһыҙ кинәйәле мәғәнәле, тәрән фәлсәфәле күренештәр, хәл–ваҡиғалар, образдар кәүҙәләндерелгән. “Урал батыр”ҙа бер нисә оло дәүерҙе үҙ эсенә алған бик оҙайлы ваҡыт сағылдырылған. Бындай әҫәрҙе бер генә быуын кешеһе сығара алмай, уны ижад итеүҙә бер нисә быуын һүҙ оҫталары ҡатнашҡан. Шуғалыр ҙа, эпостың бер нисә ҡатламдан тороуын күреп була. “Урал батыр”ҙың йөкмәткеһе, ысынлап та, ниндәй геройҙарҙың, образдарҙың хәрәкәт итеүенә, ҡайһы ваҡыт тураһында һүҙ барыуына ҡарап, кәм тигәндә өс ҙур ҡатламды тәшкил итә Беренсеһендә, “борон–борон заманда, кеше маҙар килмәгән, килеп аяҡ баҫмаған, ул тирәлә ҡоро ер барлығын һис кем белмәгән” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 27] ваҡытта, дүрт яғын диңгеҙ уратып алған бер ерҙә Йәнбирҙе менән Йәнбикә генә йәшәгән. Тора–бара уларҙың Шүлгән һәм Урал исемле ике улы тыуған. Улар бүтән кешеләрҙе күрмәй, дүртәү генә көн иткән. Был дәүерҙең бик боронғо икәнлеген әҫәрҙәге күп кенә эпизодтарҙан, күренештәрҙән аңлап була. Мәҫәлән, Йәнбирҙенең ғаиләһе тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө рәүешендә тереклек иткән: хәҙерге кешеләр һымаҡ йорт һалып донъя көтмәгән; ут яғыуҙы, ашарға бешереүҙе, ҡорал тотоуҙы кәрәк тип тапмаған, йәнлектәрҙе ҡулға эйәләштермәгән, ә ҡырағай ҡош–ҡорт менән һөйләшеп, бергә көн күргән: арыҫлан менеп, шонҡар менән һунар иткән, балыҡты уларға суртан тотоп, ҡанды һөлөк һурып биргән. Улар хатта ауырыуҙың, үлемдең барлығын да белмәгән. Ваҡыттар үтеү менән, был ғаиләнең аңына, тормошона үҙгәрештәр инә башлай. Ир менән ҡатын улдарына ҡан эсеүҙе тыя. Ер йөҙөндә тереклек итеүселәр араһында үлем барлығын белеп, уның менән ҡыҙыҡһыналар, үлемдең сәбәптәрен эҙләйҙәр, был хаҡта ҡоштарҙан һорап ҡарайҙар. Дейеү–батша ерендә Йәншишмә барлығын, уның һыуын эскән кеше мәңге үлмәй йәшәй ала икәнлеген ишетәләр. Бер көн дүртәүләп һунарҙан бүтән ҡоштар менән бергә бер аҡҡош та тотоп алып ҡайталар. Ул ҡоштар батшаһы Самрауҙың аҡҡош ҡиәфәтенә ингән Һомай исемле ҡыҙы булған икән. Һомай Йәншишмәгә юлды белгән. Шүлгән Һомай ҡошто ашау яғында, Урал уны ҡотҡарыу яғында булып бәхәсләшкән арала, өс аҡҡош килеп, Һомайҙы күтәреп алып китә. Йәнбирҙе улдарына ҡоштар осҡан яҡҡа эйәреп барып, Йәншишмәне табырға, әгәр юлда үлем осраһа, уның башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡуша. Урал менән Шүлгәнгә юлда бер ҡарт тап булып, юл өйрәтә. Һулға китһәң, йәнлектәр бер–береһенә яҡшылыҡ ҡылып, рәхәт көн күргән ил бар. Уң яҡтағыһы – барыһы “ҡайғы– этлек күреүсе, ҡанлы йәшен түгеүсе Ҡатил батша иле” икән [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 40]. Малайҙар шыбаға тотошалар. Һулға китеү Уралға сыҡһа ла, Шүлгән, талашып, был юлды үҙенә һайлай; Урал уң яҡҡа китә. Урал менән Шүлгәндең ошо илдәрҙә булыуы, яңынан ҡабат–ҡабат осрашыуҙары – икенсе ҡатлам. Ул эпоста иң оҙайлы дәүерҙе үҙ эсенә ала. Ваҡыттың нисек үткәнен күҙ алдына баҫтырыу өсөн бер генә эпизодты алып ҡарайыҡ. Урал дейеүҙәр менән аҙаҡҡы тапҡыр һуғыша башлағанда яңы тыуған балалар, алыш тамамланыуға, ат менерҙәй ир булған. Был өлөштә Урал батырҙың изге эштәре, яуыз көстәргә – дейеүҙәргә, аждаһаларға, ер–пәрейҙәргә ҡаршы, хатта дошмандар яғына сыҡҡан үҙенең бер туған ағаһы Шүлгәнгә ҡаршы көрәше, йән эйәләрен күп бәләләрҙән ҡотҡарыуы ентекле тасуирлана. Һөҙөмтәлә, Урал батырҙың дошмандары тамам еңелә, үлгән дейеүҙәрҙең, аждаһаларҙың һөйәктәренән тау барлыҡҡа килгән, уны хәҙер Ямантау тип йөрөтәләр икән. Донъяға үлем килтерерҙәй барлыҡ яуыз көстәрҙе ҡыйратҡас, Урал батыр кешеләрҙе мәңге үлемһеҙ итеү өсөн Йәншишмәнең бөтә һыуын һоҫоп алып, уларға бирмәк була. Ошо ваҡытта уға ҡасандыр Йәншишмә һыуын эсеп, үлә алмай интегеп йөрөгән бер ҡарт осрап: “Мәңге ҡалам тимәгеҙ, Йәншишмәнән эсмәгеҙ”, – тип кәңәш бирә [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 116]. Быны ишеткән Урал, халыҡты эйәртеп, Йәншишмә янына бара ла, һыуын уртлап, тирә–яҡҡа бөркә. Тере һыуға “тау–урмандар йәшәреп, мәңге үлмәҫ төҫ” ала [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 117], кешеләр шатлана; бөтә тирә яҡ, “дошман күҙен ҡыҙҙырып” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 117], балҡып торор ергә әйләнә. Шүлгән, көнләшеп, дейеү–йыландарҙы йыя ла, кешеләргә һыу бирмәҫкә, юлға сыҡҡан ирҙәрҙе, һыуға барған ҡыҙҙарҙы аңдып ятып, йоторға ҡуша. Кешеләр был хаҡта Уралға зарланып һөйләп бирә. Ул Шүлгән күленә барып, һыуын дейеүҙәре менән бергә һурып йо та. Эскә тулған дейеүҙәр “берәм–берәм Уралдың йөрәк–бауырын” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 119] телеп бөтә. Урал батыр яралы көйө кешеләргә һуңғы васыятын әйтә лә, ятып үлә. Икенсе ҡатламда тормоштоң тағы ла алғараҡ китешен күрһәткән күренештәр, хәл–ваҡиғалар өҫтәлә. Әйтәйек, быға тиклем һис кемгә баш бирмәй, ер тырнап үкереп йөрөгән тауҙай үгеҙ кешегә хеҙмәт итә, Урал батыр ерҙә тоҡом йәймәгән Аҡбуҙатты үҙенә эйәләштереп, арыҫлан урынына менеп йөрөй, ҡулына ҡорал (тылсымлы таяҡ, булат ҡылыс) ала, уның янында кешеләр күренә башлай, Шүлгән менән үҙенең дә улдары тыуа. Дөрөҫ, уларҙың әсәләре – яртылаш мифик заттар: Иҙелдең әсәһе – ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомай; Яйыҡтыҡы – кешеләрҙе ҡорбан итер Ҡатил батша ҡыҙы; Нөгөштөкө – дейеү батша Әзрәҡәлә ҡоллоҡта булған Гөлөстан. Ә Шүлгән улы Һаҡмарҙың әсәһе – Самрауҙың айҙан тыуған ҡыҙы Айһылыу. Урал батыр донъя ҡуйғандан һуңғы хәл–ваҡиғалар өсөнсө ҡатлам дәүерен тәшкил итә. Уның төп геройҙары –Урал менән Шүлгәндең улдары, Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең ейәндәре Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар. Әлбиттә, Уралдың кәләше Һомай ҙа был осор ваҡиғаларында актив ҡатнаша. Уның ҡылған эщтәрен халҡыбыҙҙың аратбанғы күркәм йолаларының шишмә башы, еребеҙҙә йәмле, матур тормош урынлашыуҙың башланып китеүе, тип атарға мөмкин. Һомай, Уралдың һәләк булғанын ишеткәс, ҡош тунын кейеп, осоп килеп етә. Уның менән хушлашыу телмәрендә, “һиндәй батыр таба алмам” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 121] тип, ситтәр күҙ атмаһын өсөн, башҡаса ҡыҙ ҡиәфәтендә йөрөмәҫкә, ҡош тунын һалмаҫҡа ҡарар итә лә, Уралды тауға күмгәндән һуң, кире осоп китә. Вәғәҙәһен боҙмай, артабан аҡҡош ҡиәфәтендә йәшәй, ошо ҡош тыуын үрсетә. Башҡорттарҙа аҡҡошто изге ҡошҡа һанау, уның итен ашауҙы тыйыу йолаһы шунан ҡалған, тиҙәр. Байтаҡ йылдар уҙғас, Урал батырын һағынып, Һомай Уралға тағы әйләнеп ҡайта. Был юлы үҙе менән ҡош–ҡорттарҙы, кешеләрҙе эйәртеп килтерә. Уралға Ҡатил батшаның үгеҙе лә, Аҡбуҙат та, тоҡомдарын үрсетеп, үҙҙәре менән алып килә. Данлы Урал буйында йән эйәләре, кешеләр үрсеп, күбәйеп китә, хатта уларға эсәр һыу етмәй башлай. Шул ваҡытта Иҙел, Һомайҙың кәңәше буйынса атаһының булат ҡылысын алып, бейек тауҙы яра саба. Унан ағып киткән һыуҙы Иҙел тип атағандар. Иҙелдән күрмәксе, уның өс туғаны ла, булат ҡылыс менән алмашлап сабып, тағы өс йылға ағыҙып ебәргән. Уларын Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар тип атағандар. Күренеүенсә, эпостың өс ҡатламында ла мифик заттар, мифологик элементтар ҙур урын биләй, улар “Урал батыр”ҙың мифик дәүер эпостары заманында тыуғанлығын дәлилләй. Боронғолоғо яғынан уны ғалимдар шумер тигән халыҡ мифологияһының бынан биш мең йылдар самаһы элек ижад ителгән “Гильгамыш” эпосына, яҡуттарҙың “Олонхо” әҫәренә тиңләйҙәр. “Урал батыр”ҙы шулай уҡ боронғо гректарҙың Ясон тураһындағы сюжеттар циклы менән дә сағыштырырға мөмкин. Был ҡомартҡыларҙың өсөһөндә лә башҡорт эпосы менән ғәжәп ауаздаш уртаҡлыҡтар бар. Әйтәйек, “Олонхо”ның геройҙары – Йәнбирҙе менән Йәнбикә кеүек үк, кешелек йәмғиәтенең барлыҡҡа килеү дәүере вәкилдәре, улар үҙҙәренең ҡайҙан килеп сыҡҡанын да белмәй; әҫәр үҙе шулай уҡ хәл–ваҡиғаларҙың өс ҡатламын тәшкил итә. Ә Гильгамыш, Уралға оҡшап, бик ҙур кәүҙәле, көслө батыр булып үҫә. Ул да үлемһеҙлек тураһында уйлана, уны эҙләп сығып китә. Ясонға ҡот осҡос ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән Медея исемле ҡыҙ Уралға Аҡбуҙат менән булат ҡылыс бүләк иткән Һомайҙы хәтерләтә [Кун, 1975: 249 – 251]. Тағы ла бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Шулай ҙа, ошо боронғо эпик ҡомартҡылар араһынан бары тик “Урал батыр” ғына айырым кешенең үлемһеҙлегенә ҡарағанда барлыҡ кешелектең, ер йөҙөндәге тәбиғәттең, тереклектең үлемһеҙлеге мөһимерәк, тигән тәрән хәҡиҡәтте, гуманистик фекерҙе асып бирә алған. Үрҙә аталған боронғо донъя эпостары геройҙарынан айырмалы рәүештә, Урал батыр образы, уның аң даирәһе үҫештә сағылдырылған. Тәүҙә ул үлемде конкрет йән эйәһе һымаҡ күҙ алдына баҫтыра. Уны эҙләп тапһаң, үлем хәтлем үлемдең үҙен үлтереп була, тип уйлай. Хатта Урал менән Шүлгәндең атаһы Йәнбирҙе лә – шул уҡ ҡарашта. Балаларын Йәншишмәне эҙләргә оҙатҡанда, “әгәр юлда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға” ҡуша [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 39]. Кеше–маҙар килеп аяҡ баҫмаған бер урында йәшәгән Урал оҙайлы сәфәрендә бик күп нәмәләрҙе үҙе күреп төшөнә, уның донъяға ҡарашы киңәйгәндән–киңәйә бара. Һомай менән яңынан осрашҡас, уға: Үҙем йәп–йәш булһам да, Биш ил барын белдем мин: Береһендә үҙем тыуҙым, Икеһен йөрөп күрҙем, Ҡалған тағы икәүһен Күрергә тип сыҡтым мин, – ти. [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 76]. Дейеү, болан, йылан, үгеҙ кеүек ҡырағай йәнлектәрҙән тыш, был донъяла кешеләр ҙә барлығын белә, уларҙың тигеҙһеҙ йәшәгәнен күрә: ”Ҡайҙа ғына барһаң да, /Кемде генә күрһәң дә, /Береһе үҙен баш, тиә, /Икенсеһе баш эйә,/ Көслө көсһөҙҙө ейә, /Теләгәнсә ҡан ҡоя” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 76]. Иң мөһиме – эпос аҙағында Урал батыр үлемдең тәбиғәтенә төшөнә. Быға күп замандарҙан бирле үлә алмай йөрөгән, күбәләктәй йәне, бер йотомдай ҡаны ҡалған ҡартты осратыуы хәл иткес йоғонто яһай. Яуыз көстәрҙе еңгәс, Урал халыҡты йыйҙыртып, бергәләп Йәншишмәгә юл тотҡанда, күҙгә күренмәҫ үлемдән кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн уның һыуын һоҫоп алып, бар кешегә бирергә ниәтләнә. Әлеге ҡартты тыңлағас, тетрәнеп, был уйынан кире ҡайта. Йәғни, айырым йән эйәләренең үлемһеҙ була алмағанын, бары тик ер йөҙөңдәге тереклектең генә мәңгелек икәнен аңлай. “Урал батыр” һымаҡ боронғо замандарҙа ижад ителгән эпостарҙың береһендә лә төп геройҙар бындай юғары фәлсәфәүи фекергә килә алмаған. Уларҙың һәр ҡайһыһының маҡсаттары башҡасараҡ. Боронғо дәүерҙә үк Урал батырҙы ошондай үҫеш юғарылығына күтәреп кәүҙәләндерә алған, бөйөк фекер ҡаҙанышына ирешкән тәрән зиһенле эпос ижадсылары менән, икенсе төрлө әйткәндә, ошондай эпосты тыуҙырған халҡыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алабыҙ. “Урал батыр” хәҙерге ваҡытта рус, инглиз, немец, төрөк, яҡут, япон телдәренә тәржемә ителгән. Ул Башҡортостандың ете мөғжизәһен береһе булып иҫәпләнә. Әҙәбиәт исемлеге 1. Баһуманов, А. И. “Урал батыр” һәм батыр сәсәндәр [Текст] / А.И. Баһуманов // Башҡортостан, 2000, 11февраль. 2. Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос [Текст]. – Өфө: Китап, 1998. – 448 б. 3. Кун, Н.А. Легенды и мифы древней Греции. Изд. 5–е. [Текст] / Н.А. Кун. – М.: Прсвещение, 1975. – 464 с. Фото: О.Яровиков Башкирский народный эпос «Урал батыр» и духовное наследие народов мира: материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 80-летию со дня рождения выдающегося ученого-фольклориста, доктора филологических наук, профессора А.М. Сулейманова (24 мая 2019 года). Ч.1. – Уфа: Издательство БГПУ, 2019. – 249 с. *Материал только на башкирском языке |