|
![]() Голос курултая
Түңгәүер ырыуы – ҡурайсылар төйәгеБашҡорттар Евразия ҡитғаһындағы иң боронғо халыҡтарҙың береһе. Башҡорт атамаһы яҙма сығанаҡтарҙа 6-сы быуаттан, ә башҡорт халҡы Уралда 9-сы быуаттан йәшәгәнлеге билдәле. Был дәүерҙә татар, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа халыҡтар булмаған әле. Башҡорттар борон-борондан ырыуҙарға бүленгән булған. Бөгөнгө көндә, ғалимдар иҫәпләүенсә, башҡорт халҡында ҡырҡтан ашыу ырыу булған. Башҡорт халҡының нигеҙен тәшкил иткән ырыуҙарҙың береһе Түңгәүер тип атала. Түңгәүерҙәр ике ырыуға бүленә. Ялан-Түңгәүер ырыуы башҡорттары бөгөнгө Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарында.Ялан түңгәүерҙәре йәшәгән территория 1922 йылға тиклем 1-се, 2-се Түңгәүер улыстары тәшкил иткән. Улар Башҡорт Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантонына ҡараған булған. Урман-Түңгәүере ырыуы башҡорттары хәҙерге Әбйәлил, Бөрйән, Белорет (Исмаҡай ауылы) һәм Күгәрсен (Смаҡ-Түңгәүер ауылы) райондарында йәшәй. Урман түңгәүерҙәренең ерҙәре элек Тамъян-Түңгәүер улысы тәшкил икән. Йәғни түңгәүерҙәр күршеләре тамъяндар менән бер административ берәмеккә берләшкән. Түңгәүерҙәрҙә ырыуҙың килеп сығышы тарихы тураһында легенда ла һаҡланған. Унда былай тип бәйән ителә: “Бик борон заманда Аҡ диңгеҙ буйының Мәкин тигән ҡалаһында бер хан йәшәгән. Был хандың Күләмәлек-Ҡурҡлыҡ исемле бик сибәр ҡыҙы булған. Атаһы уны кеше күҙенән йөшөрөп, зинданға ябып ҡуйған. Бында ул ҡояш нурҙарынан гөманлы булған. Асыуы килгән хан көмөш кәмәгә ултыртып, Арал диңгеҙенә ағыҙып ебәргән. Кәмәне бөрйән менән түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары күреп ҡала. Яр буйында ҡарап торғанда уҡ табышты үҙ-ара бүлешеп тә ҡуя: кәмә – бөрйән батырына, кәмә эсендәге кем – түңгәүер батырына буласаҡ. Кәмәне тотоп алһалар – уның эсендә хан ҡыҙы, ти. Түңгәүер батыры был сибәр ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Уларҙан аҙаҡ Түңгәүер ырыуы тарала”. Билдәле булыуынса һәр бер башҡорт ырыуының атрибуттары – тамғаһы, ағасы, ҡошо һәм ораны бар. Түңгәүерҙәрҙең тамғаһы – ярым ай, ағасы – ерек, ҡошо – һайыҫҡан, ораны – ҡуңғрат. Һәр башҡорт ырыуы үҙенең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле. Түңгәүерҙәр мәшһүр ҡурайсылары менән дан тота. Башҡорт ҡурайын беренсе булып Париж сәхнәһенә сығарған арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев ялан түңгәүерҙәренән, Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылынан. Ул 1927 йылда Майндағы Франкфурт ҡалаһында (Германия) үткән Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнаша. Йомабай Иҫәнбаев. Башҡорттоң тағы бер данлы ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтов түңгәүер башҡорттарынан. Ул 1928 йылда хәҙерге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы һәм солисы булараҡ башҡорт ҡурайынынң данын бөтөн донъяға тарата. Ҡурайсы Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Венгрия, Афғанстан, Иран, Япония һәм башҡа илдәрҙә ҡурай моңо менән тамашасы күңелен яулай. Ишмулла Дилмөхәмәтов. Түңәүер ырыуы арҙаҡлы ҡурайсылары ғына түгел, үҙенсәлекле ҡурайы ла бар. Ул Түңгәүер ҡурайы тип атала. Данлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов (И. Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы) Түңәүер ҡурайының үҙенсәлектәре тураһында былай тип яҙғайны: “Түңгәүер ҡурайының бүтән ырыу ҡурайҙарынан айырмаһы шунда, башҡаларҙың оҙонлоғо 7-9 тотамдан уҙмағанда, түңгәүерҙәрҙеке 11 тотам һәм Түңгәүер ҡурайын нәҙек яғын терәп уйнайҙар. Түңгәүер ҡурайының тауышы традицион ҡурайҙыҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк сыға”. Был ҡурайҙа Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәр ваҡыт яратып уйнар булған. Ырыуҙар хәрәкте башланғас, 1994 йылда Йылайыр районы Юлдыбай ауылында Түңгәүер ырыуының беренсе йыйыны үтте. Икенсе йыйын 2007 йылда Өфө ҡалаһында уҙҙы. Түңгәүерҙәрҙең ҡор башы итеп арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәре Хөрмәтулла Үтәшев һайланды. Билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов тарафынан түңәүерҙәрҙең гербы эшләнде. Талантлы музыкант Урал Иҙелбаев түңгәүерҙәрҙең гимнын ижад итте. Ул үҙе сығышы менән түңгәүер башҡорттарынан. Түңгәүерҙәр талантлы йырсылар менән дә дан тота. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов, атҡаҙанған артист Гөлсөм Бикбулатовалар ошо хаҡта һөйләй. Бөгөнгө көндә Нефтекама ҡалаһының филармонияһы янында нисә йыл инде “Түңгәүер” бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә. Түңгәүер ырыуының исемен яңы бейеклектәргә күтәрә был коллектив. *Материал доступен только на башкирском языке |