Ҡоролтай тауышыVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауТанцыАударышМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИДуванский районСпортАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Яугир өсөн иң ҡәҙерлеһе — Ватан, ғаилә һәм әсә

16 апреля, 15:00

Күптәр инаныуынса, ете һанының айырым тылсымы бар. Юҡҡа ғына ул халыҡ ауыҙ-тел ижадының күп әҫәрҙәрендә лә йыш осрамай. Йәйғорҙа ла ете төҫ, музыкала — ете нота, аҙнала — ете көн һәм донъяла ете мөғжизә бар. Данлыҡлы ҡурай сәскәһе лә ете таждан тора. Иң билдәле башҡорт легендаһында ете ҡыҙ — ете һылыуҡай яҙмышы һүрәтләнә, уларҙың образы аша азатлыҡ рухы, милли булмышыбыҙ сағыла. Хәйер, был исемлекте тағы ла дауам итеп булыр ине моғайын.

Һәр береһенең шәхси тарихы бар

Быйыл ойошторолған «Ете ҡыҙ» проектының маҡсаты иһә — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Ил именлеге хаҡына рухлы, булдыҡлы ете ҡатын-ҡыҙҙы туплаған, уртаҡ маҡсаттар берләштергән проектта ҡатнашҡан ете ҡатындың һәр береһенең махсус хәрби операция менән бәйле шәхси тарихы бар.

Проект күп яҡлы: күңелдәрҙе бушатырлыҡ йылы осрашыуҙарҙан башлап, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, театр-тамашаларға йөрөү, балалар менән ял итеү мөмкинлектәре ҡаралған. Шулай уҡ юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам күрһәтелә.

Проектты ойоштороусы, башлап ебәреүсе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Ләйсән Рабаданова был ҡарар Луганскиға ирекмәнлек эше менән барып ҡайтҡас яралды, тип билдәләй. «Госпиталдә дауаланған егеттәр менән аралашҡандан һуң, тормошҡа ҡарашым үҙгәреп ҡайтты. Ошо егеттәрҙең яҡындарын, әсәйҙәрен, ҡатындарын, апай-һеңлеләрен, балаларын туплаған бер ойошма булдырырға кәрәк, тигән уй нығынды», — ти ул.

«Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе, журналист Сәриә Рамаҙанова иһә был проекттағы эште махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған бер туған ҡустымдың яҡты рухына бағышлаған. «Бында берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр һәм апайҙар менән күңелдәшбеҙ, йәндәшбеҙ. Шул уҡ ваҡытта борсоған, хәл итә алмаған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләйбеҙ. Һәр айҙа белгестәр, власть органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтә. Быларҙың барыһы менән беҙҙең социаль селтәрҙәге „Ете ҡыҙ“ төркөмөндә һәм телеграмм- каналда танышырға була», — ти Сәриә Рәйес ҡыҙы.

Ошо көндәрҙә проектты ойоштороусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһында Хәрби-һауа оборонаһы ветерандары ассоциацияһы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Оскар Ситдиҡов менән сираттағы осрашыу уҙғарҙы. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, йәмәғәт, социаль ярҙам ойошмалары вәкилдәре, журналистар килгәйне. Сараны «Ете ҡыҙ» проектында ҡатнашыусы Сәриә Рамаҙанова һәм билдәле радиожурналист, яугир ҡатын Зөһрә Арсаева алып барҙы.

Ғөмүмән, бөгөн әсәйҙәр, ҡатындар, апай-һеңлеләр — яугирҙәргә генә түгел, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү армияһы ла һәм улар — яҡындарын өйҙәрендә көтөп торған ышаныслы тыл. Тыл ҡатын-ҡыҙҙарының батырлығын баһалап бөткөһөҙ! Һис шикһеҙ, Ватанды яҡлаған хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһе, ҡатыны булыу еңел түгел, әммә — был улар иңенә ятҡан яуаплы, изге бурыс. Әммә был көслө ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иғтибарға, шәфҡәткә һәм ярҙамға мохтаж. Телгә алынған сарала тап ошоно күрҙек. Ғәҙәттә, бындай ысулға власть даирәләренең төрлө кимәлдәрен үтеп тә, мөһим проблемаһын хәл итә алмаған кешеләр мөржәғәт итә, яҡлау һәм ярҙам эҙләп килә.

Борсоған мәсьәләләр күп

Ә һорауҙар төрлө булды. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Ә. ханым мобилизацияланған улының ике йылдан ашыу яу яланына булыуын, түҙемһеҙлек менән ротация көтөүен әйтте. «Һеҙ, Оскар Эхтибар улы, хәрби кеше булараҡ, был турала ни уйлайһығыҙ?», - тип һораны ул.

Оскар Ситдиҡов махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ротацияһы Мәскәү шарттарында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң ғына мөмкин булыуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге хәлдәр ротация процесына булышлыҡ итмәүен билдәләп үтте.

— Бынан тыш, мобилизацияланған яугирҙәр Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби ядроһының мөһим өлөшө булып тора. Ҡаты хәрби хәрәкәттәр барыуға ҡарамаҫтан, был мәсьәлә төрлө кимәлдә күтәрелә, әммә минеңсә, был хаҡта һүҙ беҙҙең шарттарҙа тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәндән һуң ғына йөрөтөп буласаҡ. Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында мобилизацияланғандарҙың күбеһе профессиональ хәрбиҙәргә әйләнде, әммә ротация мәсьәләһендә властар фронттағы ысынбарлыҡтан сығып эш итәсәк, — тине Оскар Эхтибар улы.

Баш ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының береһендә эшләгән А. ханымдың да махсус хәрби операцияға бәйле яраһы бар. Ул Әбйәлил районында тыуып үҫкән, ике бала әсәһе. Бынан ике йыл элек уның бер туған ағаһы үҙ теләге менән яу яланына йүнәлгән, оҙаҡ та тормай хәбәрһеҙ юғалған. Әйтеүенсә, ағаһынан йыл ярымдан ашыу хат-хәбәр юҡ, күптән түгел ул рәсми рәүештә һәләк булған, тип танылған.

— Әсәйем беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы тәрбиәләне, лайыҡлы, үҙ илен, телен, халҡын яратҡан шәхестәр итеп үҫтерҙе. Был ҡайғы уны, ауылыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәгән рухлы, булдыҡлы кешене, ныҡ ҡаҡшатты. Әммә уға бирешергә ярамай, сөнки бығаса ағайым яңғыҙы тәрбиәләгән өс бала уның ҡарамағында ҡалды. Һаулығы бөтөнләй хөртәйгәс, ике улын мин Өфөгә, үҙем ғаиләм эргәһенә алдым, ә бәләкәс ҡыҙы өләсәһе янында ҡалды. Был осорҙа күргән-кисергәндәрҙе, аһ-зарыбыҙҙы һөйләп бөтөрлөк түгел. Әммә бөгөн мине бөтөнләй икенсе маҡсат алып килде. Әсәйемдең һәм уның кеүек оло ҡайғы кисергән бер төркөм яҡташтарыбыҙ район үҙәге Асҡарҙа Батырҙар аллеяһы асырға ниәтләй. Проект әҙер, яҡташтарымдың маҡсатын тормошҡа ашырырға ярҙам итһәгеҙ ине, — тип мөрәжәғәт итте А. ханым власть органдары вәкилдәренә.

З. исемле ханымдың проблемаһы документтарға бәйле. Күптән түгел ул махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡусытыһын ерләгән. Оло йәштәге әсәһе ҡаты сирләй, түшәктә ята — уға ауыр хәбәрҙе әйтмәгәнәдәр. Әлеге ваҡытта З. ханым документтар юллау менән мәшғүл. Ҡасандыр паспорт өҫтәлендә әсәһенең исемендә ебәрелгән хата өсөн уға Өфө менән район араһын бик күп тапайһы бар. «Ҡаршылыҡтар аҙым һайын, ҡайһы бер осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәйем, инвалид әсәйемде лә ташлап китә алмайым. Ярҙам итһәгеҙ ине», — тип килгән ул сараға.

Эльвира Ринат ҡыҙы З. ханымға документтар юллау буйынса аныҡ ярҙам юлдарын табырға булышлыҡ итәсәген белдерҙе, шулай уҡ, юғалтыу фажиғәһен ауыр кисереүсе ҡатынға табиптарҙың һәм психологтарҙың ярҙамы мотлаҡ кәрәклеген билдәләне (әйткәндәй, осрашыу барышында уҡ профессиональ психолог уның менән әңгәмә үткәрҙе).

— Һис шикһеҙ, берҙәмлектә — көс. Ватаныбыҙҙағы тыныслыҡ хаҡына уртаҡ маҡсат тирәләй берләшкән йәмәғәт ойошмаларының күбәйеүе ҡыуаныслы күренеш. Ошо йәһәттән, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Йәмәғәт ҡабул итеү офисында ла хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү буйынса махсус төркөм эшләй. Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса урынлашҡан ойошмаға 8 917 426 98 22 йәки 8(347)226-78-28 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр координацион функция үтәй, улар тиҙ арала юристар, психологтар, дәүләт власы органдары менән бәйләнешкә сығып, проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк, — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә

Осрашыуға, шулай уҡ, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаяль ялау министрлығының «Ғаилә» республика ресурс үҙәге белгесе Венера Ғафарова ла килгәйне. Ул махсус хәрби опреацияла ҡатнашыусыларҙың ҡатмарлы хәлдә ҡалған яҡындарына һәр районда аныҡ ярҙам күрһәтеүҙәрен билдәләп үтте. Мәҫәлән, ирен яуҙа юғлтҡан ҡатынға психологик һәм медицина ярҙамы кәрәк, әммә ул балаларын ҡадырып китә алмай икән, бәләкәстәрҙе ваҡытлыса махсус приютҡа урынлаштырып тороға мөмкин. Шулай уҡ, оло йәштәгеләрҙе лә дауалау-профиактика учеждениеларында урынлаштырыу мәсьәләһе күтәрелде.

Ғөмүмән, 8-800-347-5000 номеры буйынса шылтыратып, республикала йәшәүсе һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн психологик, юридик ярҙам алыу мәсьәләләре буйынса консультация; «Ғаилә» үҙәктәре һәм уларҙың структура бүлексәләре тураһында дөйөм мәғлүмәт; граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу тәртибе тураһында; ғаиләләрҙе социаль оҙатыуҙы ойоштороу тәртибе, шулай уҡ «граждандарҙың ауыр тормош хәлен еңеп сығыуға йүнәлтелгән башҡа саралар» йүнәлеше буйынса социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тураһында; граждандарға социаль хеҙмәтләндереүҙең ярым стационар формаһында социаль хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибе, ашығыс социаль хеҙмәттәр тураһында белешә ала.

Шулай уҡ, кризис хәлендә булған балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ваҡытлыса йәшәү тәртибе, ауыр тормош хәлендә ҡалған бәлиғ булмағандарҙың ваҡытлыса йәшәү тәртибе һәм социаль реабилитацияһы тураһында һәм һәм башҡалар хаҡында ла ошо телефон буйынса аныҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Иң мөһим өс төшөнсә...

Яугир өсөн иң ҡәҙерлеһе — Ватаны, ғаиләһе һәм әсәһе. Тап ошо өс төшөнсә хаҡындағы уйҙар менән яугирҙар һуғышҡа бара. Был хаҡта яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова әйтеп үтте. Күптән түгел уны Бөтә Рәсәй һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе итеп һайлағандар.

— Улымдың һәм һуғышта һәләк булған бөтә егеттәрҙең батырлығы йәш быуын һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн сыҙамлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыр тип ышанам. Яугирҙәрҙе иҫкә алыу — беҙҙең изге бурыс.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре һаны артҡандан арта. Ойошмабыҙҙың маҡсаты — һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындарына һәм әсәләренә һәр яҡлап ярҙам итеү. Уларға психологик ҡына түгел, юридик һәм башҡа консультация ярҙамы ла талап ителә. Шәхсән беҙҙең ойошма Өфөнөң махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге белгестәре менән берлектә эшләйбеҙ. Улар мөрәжәғәт итеүселәргә пенсия, социаль ярҙам, медицина һәм башҡа мәсьәләләр буйынса консультациялар бирә. Беҙҙең ойошма йәмәғәт ойошмаһы булғанлыҡтан, тәүге сиратта координация мәсьәләләре менән шөғөлләнәбеҙ.

Шул уҡ ваҡыта беҙ — бер ҙур ғаилә һәм бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Барыбыҙға ла ярҙам кәрәк, хатта әхлаҡи яҡтан да! Яҡын кешеңде, бигерәк тә баланы юғалтыуҙың ни тиклем ауыр, ғазаплы икәнлеген беләм. Һәм уртаҡ бәлә берләштергән кешеләр бер-береһе менән осрашып, дөйөм тема тураһында һөйләшкәндә, ышанығыҙ, күпкә еңелерәк. Һәр әсә улын иҫкә төшөрөргә, оноттормаҫҡа теләй. Уның өсөн ул — герой. Әсә кеше уны йөрәк аҫтында йөрөткән, уны бәпләп үҫтергән, тәрбиәләгән... Киң мәғлүмәт сараларында ҡоро биографик яҙма биреү — бер, ә ошо батырҙың нисек үҫкәнен, мәктәптә уҡығанын, нимә менән мауығыуын, ниндәй маҡсат-хыялдар менән янғанын һәм тыуған ил өсөн ғүмерен биргәнен һөйләү — икенсе эш. Үҫеп килгән быуын уларҙың нисек Ватанды һаҡлаусы булып китеүен белергә тейеш.

Беҙҙең улдарыбыҙ ғүмерҙәрен ил именлге һәм әле беҙҙе уратып алған яҡтылыҡ өсөн бирҙе. Ә ҡайҙалыр һуғыш бара. Тыныслыҡ хаҡына яуызлыҡ һәм нәфрәт менән бөйөк көрәш. Һәм был ҡаршылыҡта егеттәр ғүмерҙәрен бирә. Һәм минең миссиям, башҡа әсәләрҙеке кеүек үк, улдарыбыҙ ҡуйған планканы төшөрмәү һәм «патриотизм» төшөнсәһе буш булмаһын өсөн барыһын да эшләү. Максим һәм башҡа яугирҙар Ватан өсөн батырҙарса һәләк булды. Тимәк, беҙ ҙә лайыҡлы тормош алып барырға, улар хаҡында киләсәк быуындарға һөйләргә, ҡатын — ҡыҙҙарға ҡайғыны еңергә ярҙам итергә тейешбеҙ, — тип билдәләне Алина Серафимова.

Сарала сценарист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова ла ҡатнашты һәм үрҙә телгә алғандарҙы иҫәпкә алып, бик тә мөһим мәсьәләне күтәрҙе.

— Нисек кенә булмаһын, илдәге хәл-ваҡиғаларҙа иң ауыры — яуға ғәзиз балаһын оҙатҡан әсәйҙәргә. Көтөүе бер ғазап булһа, насар хәбәр алғандарға, йәп-йәш улдарын ер ҡуйынына алып барып һалған әсәйҙәргә меңләтә ауыр. Шундай улдар, ватан патриоттары, ысын геройҙар тәрбиәләгән әсәйҙәргә беҙ мәңге бурыслы һәм уларға икеләтә иғтибар күрһәтергә тейешбеҙ, — тине Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы.

Ул, шулай уҡ, билдәле әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, быйылы тыуыуының 100 йыллығы билдәләнгән Талха Ғиниәтуллиндың юлдарын килтерҙе. Бөйөк Ватан һуғышының бар аяныс-юғалтыуҙарын күргән, һуғыштан һуңғы йылдарҙың асырғанышын татыған яҙыусы иҫ киткес тормошсан әҫәрҙәр ижад иткән. Бер хикәйәһендә ул яугир әсәләрҙең аяныслы тәҡдирен бәйән итә һәм һәр һуғыш фажиғәләрендә төп ҡорбан — әсәләр тип билдәләй.

Был һүҙҙәрҙең көнүҙәклеген һәм мөһимлеген Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ла билдәләп үтте. Ул, күп тапҡыр яугирҙар янында алғы һыҙыҡта булған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындары менән тығыҙ аралашҡан һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән кеше булараҡ, йәмәғәт ойошмаларының берләшеп, яугир әсәләренә арналған проект булдырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙҙең егеттәр бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Һәр әсәнең улы менән ғорурланырға тулы хоҡуғы бар, әммә шул уҡ ваҡытта һәр әсә — үҙе лә ысын герой, йәмғиәтебеҙ өсөн әхлаҡи эталон.

Илебеҙҙең бөтә халыҡтарына ла әсәйгә ҡарата ихтирам, хөрмәт күрһәтеү хас. Әсәйҙәр өсөн, улы ниндәй генә йәштә булмаһын, ул һәр ваҡыт малай, һәр ваҡыт бала. Арабыҙҙа уландарын юғалтҡандар бик күп. Был йәһәттән, ҡайғы уртаҡлашыу менән бәйле ниндәйҙер формаль әйберҙәр һөйләргә генә тел әйләнмәй, ә аныҡ ярҙам саралары хаҡында уйланыу мөһим. Һис шикһеҙ, был юғалтыуҙарҙы беҙ һәр әсә менән уртаҡлашабыҙ һәм, әлбиттә, ярҙам йәһәтенән үҙебеҙҙән торғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ә ғаиләләр өсөн һәр һорау мөһим. Бөгөнгө осрашыуҙа дәүләт тарафынан ҡаралған матди ярҙам, яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, документтарға төҙәтмә, яугир әсәләргә иғтибар кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде, йөкмәткеле һөйләшеү булды. Ауыр мәлдәрҙә беҙгә ошондай аралашыуҙар бик кәрәк, — тине Эльвира Ринат ҡыҙы, осашыуҙы йомғаҡлап.

Эйе, бөгөн бөгөн беҙҙең быуын иңенә ауыр һынау ятҡанын инҡар итеп булмай, шул уҡ ваҡытта ошо ауыр осорҙо лайыҡлы үтеү, еңеү шатлығын татыу өсөн, иң иң мөһиме — берҙәмлек кәрәк. Тап һынауҙар тәьҫире арҡаһында, быуаттар дауамында идеалдар, ҡиммәттәр формалашҡан, улар беҙҙең тарихыбыҙ, менталитетыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ нигеҙендә ята. Шул уҡ ваҡытта улар социаль, дини, этник айырмалыҡтарҙан юғары һәм тап ошо ғәмәлдәр Рәсәй халҡын тарихтың киҫкен мәлдәрендә берләштерә, туплай, рухландыра һәм бөгөн Ватаныбыҙ донъялағы иң ҙур, күп милләтле һәм бөйөк ил булараҡ билдәле. Һәр мәсьәләлә берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ, хөрмәтле дуҫтар!

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Һүрәттә: осрашыуҙан күренештәр. Фото: “Ете ҡыҙ” проекты
Поделиться