VIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияЗащитникиОтечестваАтайсалБайгеГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьЦифровой башкирГод науки и просвещенияГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Новости

Прошло расширенное заседание курултая башкир Аскинского района

месяц назад

Материал доступен на башкирском языке https://kurultai.ru/ba/content/4413-proshlo-rasshirennoe-zasedanie-kurultaya-bashkir-askinskogo-rajona/


Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Районда халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы ойошторолоуы, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итеүен билдәләне, Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә илһөйәрлек менән һуғарылған саралар үтеүе тураһында һәм асҡындарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.

Киңәйтелгән ултырышҡа йыйылған милләттәштәребеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы резолюцияһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов таныштырҙы, мөһим йыйындың нисек үткәне, ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөнлөклө булыуын билдәләне. Юлдаш Мөхәммәт улы фәһемле кәңәштәрен һәм тәҡдимдәрен дә еткерҙе.

Виртуоз ҡурайсы Илнур Хәйруллин сығышында үҙе тормошҡа ашырған ижади проекты тураһында һөйләп, ауылдарҙа балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү эшен йәнләндерергә саҡырҙы һәм был йүнәлештә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Лариса Абдуллина һүҙҙәренә үҙе ижад иткән Сөйөш ауылына бағышланған йырҙы ла йырлап ишеттерҙе. Балыҡсы ырыуы һылыуына бағышланған ҡурай моңдарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр ҡоролтайын етәкләүсе Ләйсән Ғәлимова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашыуы, тәьҫораттары тураһында һәм туған телде һаҡлау, өйрәнеү буйынса районыбыҙҙа балалар баҡсаларында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

Асҡын районы мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу, был тәңгәлдә ирешелгән уңыштар менән Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова таныштырҙы.

Сара сиктәрендә Ҡубияҙ, Иҫке Ҡаҙансы ауылыдарының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары, Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары , шулай уҡ Асҡын ауылынан Миләүшә Ҡәҙимова, Рания Ғәлләметдинова үҙҙәре эшләгән милли биҙәүестәренән, ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы методисы Әнзирә Ғәниева Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған бай күргәҙмәлек менән таныштырҙы. Мәртәбәле ҡунаҡ булып килгән виртуоз ҡурайсы Илнур Хәйруллин да үҙе яһаған ҡурайҙарын күргәҙмәлә күрһәтеп, бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үткән саралар милли мәҙәниәтебеҙҙе байытыуға, телебеҙҙе үҫтереүгә һәм рухыбыҙҙы нығытыуға лайыҡлы өлөш индерҙе.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Был йыйында төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр, теләктәр ҙә күп булды. Уларҙың береһе лә башҡарма комитеттың иғтибарынан ситтә ҡалманы һәм ҡабул ителгән резолюцияла сағылыш тапты. Резолюция менән район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова таныштырҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙың: «Бик рухлы, әһәмитәле, һөҙөмтәле сара булды. Һәр сығыш районыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек хистәрен тыуҙырҙы. Концерт номерҙарын һоҡланып, ғорурланып, дәртләнеп, илһамланып ҡараныҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт», — тип таралышыуы бөгөнгө сараның көнүҙәк булыуын иҫбатлап тора.

Ҡәҙерле милләттәштәргә бер теләк: тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, һәр саҡ берҙәм һәм татыу булайыҡ, милләтебеҙ өсөн янып йәшәйек! Берҙәм булһаҡ, эштәребеҙ ҙә ыңғай барыр һәм халҡыбыҙҙың киләсәге лә яҡты булыр, тигән ышаныстабыҙ. Һәр кемдең йөрәгендә милли рух һүнмәһен, киләсәк быуын да ошо рухта тәрбиәләнһен ине.

Поделиться